📌Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир Азамат Суфиянов Әбйәлил ауылындағы
"Ҡояшҡай" балалар баҡсаһына өлкәндәр
төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр өсөн 25 пар һәм тәрбиәселәргә 2 пар саңғы бүләк иткән.
Бәләкәй төркөм бүлмәһенә яугир ярҙамында телевизор алынған.
"Ҡояшҡай"ҙа тәрбиәләнеүселәр, уларҙың ата-әсәләре һәм баҡса хеҙмәткәрҙәре герой яугирға оло рәхмәттәрен еткерә.
Сығанаҡ: "Осҡон" Әбйәлил районы гәзите.

👍8❤6🔥2
🔥“Дәрүиш рухы+” концертына барырға теләүселәрҙең барыһына ла урындар етә!🔥
📌Иртәгә, 28 ноябрҙә, Өфөлә яңы асылған Көрәш һарайында үтәсәк рок-концертҡа килегеҙ, тип саҡыра ойоштороусылар.
✅Тамаша залы 3000 урынлыҡ, бында ултырып ҡарау өсөн дә, бейергә лә урын етерлек.
✅Концертта “Дәрүишхан”, “Рух” рок-төркөмдәре, Ҡаҙағстандан “Олотау” этно-рок-төркөмө, Башҡортостандың халыҡ артисы Elvin Grey, «Ҡышҡы йәйғор», «Ҡараташ», «Проект 102», «Бүреләр», «Бишбармаҡ» һәм башҡа бик күп артистар сығыш яһаясаҡ.
📍Адресы: Өфө ҡалаһы, М. Гәрәев урамы, 5.
✅Инеү: БУШЛАЙ.
✅Башлана: 18.00 12+
📌Иртәгә, 28 ноябрҙә, Өфөлә яңы асылған Көрәш һарайында үтәсәк рок-концертҡа килегеҙ, тип саҡыра ойоштороусылар.
✅Тамаша залы 3000 урынлыҡ, бында ултырып ҡарау өсөн дә, бейергә лә урын етерлек.
“Беҙҙең концерт – яҡындарығыҙ менән күңелле ял итергә яҡшы сәбәп. Рәхәтләнеп байрам кәйефен тойоп, тере музыка тыңлап ҡайтыу өсөн дуҫтарығыҙҙы ла алып килегеҙ!”
– тип яҙған ойоштороусылар.✅Концертта “Дәрүишхан”, “Рух” рок-төркөмдәре, Ҡаҙағстандан “Олотау” этно-рок-төркөмө, Башҡортостандың халыҡ артисы Elvin Grey, «Ҡышҡы йәйғор», «Ҡараташ», «Проект 102», «Бүреләр», «Бишбармаҡ» һәм башҡа бик күп артистар сығыш яһаясаҡ.
📍Адресы: Өфө ҡалаһы, М. Гәрәев урамы, 5.
✅Инеү: БУШЛАЙ.
✅Башлана: 18.00 12+
🔥7👏4❤2🥰2
📌ДОНЪЯЛА
Яһалма интеллект ҡурҡыныс газ еҫен "һиҙә" ала
📣Вирджиния университеты тикшеренеүселәре яһалма интеллект нигеҙендә төҙөгән ҡорамал һауала азот диоксидының (NO₂) күләме күтәрелеүен билдәләй.
✅NO₂ төп сығанағы - автомобилдәр һәм сәнәғәт предприятиелары. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, һауа бысраныуы, шул иҫәптән азот диоксиды менән дә, йыл һайын 4,2 млн ғүмерҙе ҡыя.
📌Нисек эшләй?
✅Яһалма "танау" ҡыуышлығында графен - 1 атом ҡалынлығындағы материалдың сифаттарын ҡулланыусы бик күп сенсорҙар урынлашҡан. NO₂ молекулалары менән бәйләнешкә ингәндә графен үҙенең үткәреүсәнлеген үҙгәртә һәм шул рәүешле сигнал ебәрә. Яһалма интеллект был импульстарҙы эшкәртә лә, газ сыҡҡан урынды теүәл билдәләй.
- тип иҫәпләй технологияны уйлап табыусыларҙың береһе Бёнджун Пэ.
✅Әлегә төп иғтибар азот диоксидын табыуға йүнәлтелһә лә, киләсәктә башҡа төр зыянлы газдарзы билдәләй аласаҡ был яһалма интеллект.
✅Асыштың кешелек өсөн әһәмиәте бик ҙур тип билдәләнә.

"Беҙҙең яһалма интеллект нигеҙендәге система даими рәүештә һауаны күҙәтеп, сәнәғәт зоналарын, ҡалаларҙы, һәм хатта айырым тораҡ йорттарҙы хәүефһеҙерәк итә ала. Был тирә-яҡ мөхиткә һәм кеше һаулығына зыян килтереүҙе кисектерергә ярҙам итәсәк ҙур аҙым",
- тип иҫәпләй технологияны уйлап табыусыларҙың береһе Бёнджун Пэ.
✅Әлегә төп иғтибар азот диоксидын табыуға йүнәлтелһә лә, киләсәктә башҡа төр зыянлы газдарзы билдәләй аласаҡ был яһалма интеллект.
✅Асыштың кешелек өсөн әһәмиәте бик ҙур тип билдәләнә.
👍4🔥4👏4
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍6🔥6❤4👏2
📌"Йәш шәһитсе"ләр ҡәләм тирбәлтеүҙе дауам итә: Бөрйән районынан Гөлназ Манапова яҡташ балалар тураһында сәхифәһендә бик матур яҙма урынлаштырған.
"Ҡуpcаҡ кеүек был кеcкәйҙәp кемдәp тиһегеҙме?- тип яҙа ҡыҙ.
Xoзуp тәбиғәтле, мөғжизәле Бөрйәнемдең ҡуpcаҡтаpы улаp😍
Фoтoлаpын күpгәc тә, ҡуpcаҡтаpға oҡшаттым мин улаpҙы. Һеҙҙе лә улаp менән таныштыpып үтәһем килә. Бәләкәй генә булыуҙаpына ҡаpамаҫтан, төpлө кoнкуpc еңеүcеләpе Әбделмәмбәт ауылынан Мөхәмәтғәлинә Дания менән Насырйәнов Радмир була был кеcкәй дуҫтаpым💞",
🥰5❤2👍1👏1
✅Кәләпүш киндер, ебәк, металл, көмөш, аҡыҡтарҙан (сердолик һәм агат), мәрүәт, мәрйендән тора.
✅Оҙонлоғо 97 см.
✅Тәңкәгә оҡшаған пластиналар тегелгән, уларҙың ауырлығы 482 грамм.
✅117 аҡыҡ муйынсаҡ, ситенән 3 рәт, ә түбәһе һәм осо 2 рәт мәрйен теҙмәһе менән биҙәлгән.
✅ 2 мәрүәт, 2 аҡыҡ, 1 агат тағылған. Уҡа һәм сәсәк тегелгән. Һарғылт аҡ төҫтәге ебәк аҫтарылы.
✅ Сығанаҡтар: Ольга Картавенкова
Вадим Сергеев, «Денежный вопрос» в собрании княгини М.К. Тенишевой // Край Смоленский. 2023. №6.
📝Мәғлүмәт: Гөнара Вәхитова сәхифәһенән.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤4👍2
ДАУЫЛ
Дауылдарҙа минең байрамдарым,
Дауылдарға торам йән атып.
Йәшен күрһәм, күҙ йәштәрем йәшнәй,
Ҡанатымды осам ҡанатып.
Дауыл булһам икән,
Ер өҫтөнән
Иҫкергәнде ҡырып үтергә!
Таяуҙарға, аяуҙарға ышанып,
Ниңә ерҙә донъя көтөргә?
Дауыл булһам икән.
Һулышымдан
Ҡурҡаҡтарҙы - тере ҡурсаҡтарҙы
Ҡан ҡалтыратып,
Ҡарап торор инем;
Мещандарҙы
Ығы-зығы батҡағынан йолҡоп алып,
Ҡарундарҙы бәйләп аҡса һандығына,
Күтәргәндәй
Аждаһаның һаҙлығынан,
Күккә күтәрер ҙә
Быраҡтырыр инем.
Булһаң икән дауыл ҡанаты!
Осам, осам дауылдарға ҡаршы
Ҡанатымды ҡанатып.
Рауил БИКБАЕВ.
Дауылдарҙа минең байрамдарым,
Дауылдарға торам йән атып.
Йәшен күрһәм, күҙ йәштәрем йәшнәй,
Ҡанатымды осам ҡанатып.
Дауыл булһам икән,
Ер өҫтөнән
Иҫкергәнде ҡырып үтергә!
Таяуҙарға, аяуҙарға ышанып,
Ниңә ерҙә донъя көтөргә?
Дауыл булһам икән.
Һулышымдан
Ҡурҡаҡтарҙы - тере ҡурсаҡтарҙы
Ҡан ҡалтыратып,
Ҡарап торор инем;
Мещандарҙы
Ығы-зығы батҡағынан йолҡоп алып,
Ҡарундарҙы бәйләп аҡса һандығына,
Күтәргәндәй
Аждаһаның һаҙлығынан,
Күккә күтәрер ҙә
Быраҡтырыр инем.
Булһаң икән дауыл ҡанаты!
Осам, осам дауылдарға ҡаршы
Ҡанатымды ҡанатып.
Рауил БИКБАЕВ.
🕊3❤2👍2
❓КЕМ БАРА? Лайыҡ ҡуябыҙ!❤
🎸Ойоштороусылар әҙерләнә, был турала фотоһүрәттәр һалғандар.
✅Бөгөн Өфөләге Көрәш һарайында күптән көтөлгән сара – “Дәрүиш рухы+” беренсе башҡорт рок-концерты була.
✅Унда “Дәрүишхан”, “Рух” рок-төркөмдәре, “Улытау” ҡаҙаҡ этно-рок-төркөмө, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Elvin Grey, “Ҡышҡы йәйғор”, “Ҡараташ”, “Проект 102”, “Бүреләр”, “Бишбармаҡ” рок-төркөмдәре һәм башҡа артистар сығыш яһаясаҡ.
❗Башлана: 18.00
❗Инеү бушлай.

❤5👍4
🐏🐑Берәүҙең ҡулы ауыр булһа, уға һатҡан мал мандымай.
🍀Мал ҡотон, киткәне менән ҡото ла китмәһен, ҡурала мал өҙөлмәһен, тип кенә алырға кәрәк.
🍀- Ҡотоңдо алам, - тип өс тапҡыр һырт буйынан, мөгөҙ төбөнән берәр семтем йөнөн йолҡоп алаһың да ҡура егенә ҡыҫтырып ҡуяһың.
🍀Кеше ҡулынан мал алғас, артҡа ҡарарға ярамай. Алған малың үрсемһеҙ, ҡотһоҙ була.
🍀Был борондан килгән ышаныу, хатта башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында ла әйтелә: Аҡбуҙат күлдән ел-дауыл ҡуптарып, артынан мал эйәртеп сыҡҡанда Һәүбән артына боролоп ҡарамаҫҡа тейеш була.
🌺Йорт-ҡурағыҙ ҡотло, мал-тыуарығыҙ ишле булһын!

✍5👍2🙏1