This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яғымлы һүҙҙәрҙе саҡ ҡына онотоп киткәндә... 🤣
Видео: Ләйсән Йәнекәйева.
Видео: Ләйсән Йәнекәйева.
😁4❤2👍2🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔥 «Дәрүиш рухы+» концертында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән Дим «Мәннән» Ҡолахмәтов («Дәрүишхан»), Ирек Атанов һәм Ғәзинур Биктимеровтарға («Рух») үлгәндән һуң Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде.
Наградалар уларҙың яҡын туғандарына тапшырылды. 🤘
🔥Шулай уҡ “Дәрүишхан” башҡорт рок-төркөмөн ойоштороусы Ғәббәсов Альберт Марат улы ла БР-ҙың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ
булды.
🔥Ринат Зарипов - Башҡортостандың атҡаҙанған
артисы, ә «Рух» төркөмө етәксеһе Юлай Аскаров һәм Сергей Захаров Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тип танылды.
Был тарихи минуттарҙы видеояҙмала ҡарағыҙ😎

🔥11❤🔥5👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍6❤4🔥2
📌САЛАУАТ ҺӘЙКӘЛЕ ҠАҒЫҘ АҠСАЛА БУЛҺЫН, ТИҺӘҢ
тауыш бир!
📍Рәсәй Банкы сайтында яңы 1000 һумлыҡ банкноталарға төшөрөләсәк символдарға халыҡ онлайн тауыш бирә башланы.
✅Кисәге яңы ҡағыҙ аҡсаға төшөрөләсәк Волга буйының иҫтәлекле урындары исемлеге баҫылып сыҡҡайны. Был исемлектә беҙҙең Салауат Юлаев һәйкәле лә бар.
✅Ҡағыҙ аҡсаның уң яғындағы Түбәнге Новгород һүрәте үҙгәрмәйәсәк, тик һуң яғындағы һүрәт буйынса ғына халыҡтан тауыш йыялар.
📍Тауыш биреү Рәсәй Банкы сайтында бара.
Әйҙәгеҙ, әүҙем генә Салауат Юлаев һәйкәле өсөн тауыш биреп алайыҡ, дуҫтар!💚

👍9❤6🔥3👎1
📌Башҡорт теленә арналған байрамға барығыҙ!
✴️14 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә “Мега” сауҙа һәм күңел асыу үҙәгендә (Өфө ҡалаһы, Рубеж урамы, 174) Башҡорт теле көнөнә арналған сара башлана.
✴️Уны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы үткәрә.
✅Бында төрлө оҫталыҡ дәрестәре, викториналар һәм башҡа төр әүҙемлектәр көтә.
✅Мәҫәлән, “Һомай” беренсе башҡорт аҡыллы колонкаһы, өҫтәл уйындары, бәләкәстәр өсөн башҡортса уйынсыҡтар һәм башҡалар менән танышып буласаҡ.
✅Бәләкәй йәштәге балалар өсөн "Мөхит" күсмә тирмәһе эшләйәсәк, ә өлкәнерәктәр “Әлләсе”, “Бесәй, сәй, айыу, бал, май”, “Игра в башкира” өҫтәл уйындарында ҡатнаша аласаҡ.
✴️Шулай уҡ башҡорт теленә арналған “Тел ағасы”, “Сәләм, дуҫ!” акцияларын үткәрергә уйлайҙар.
🔥Сара Baby Ti (Арыҫлан Тимеров), Тимур Ямалов, Зилиә Бәхтиева, Юнир Һағынбаев һәм башҡа йондоҙҙар ҡатнашлығындағы байрам концерты менән тамамланасаҡ.
🕛Ваҡыты: 14 декабрь, 12:00 сәғәттә
📍Урыны: “Мега” сауҙа һәм күңел асыу үҙәге, Өфө ҡалаһы

❤6🔥6👍2👏2
📌Өфөлә ҡуйыласаҡ боҙ ҡаласығы, Яңы йыл шыршылары адрестары билдәле булды.
Кәрәклеләрен һаҡлап ҡуйығыҙ!😉
🎄В. Ленин исемендәге майҙансыҡта;
🎄«Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙансыҡта;
🎄«Дим» мәҙәниәт һәм ял итеү паркында (Островский урамы);
🎄«Моторҙар эшләүсе " мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙансыҡта (Машиналар эшләүселәр урамы, 10);
🎄«ОДК-УМПО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте майҙансығында (Мушников урамы, 11);
🎄Князево ауылында (Советтар урамы, 19);
🎄Олимпия урамы, 1а;
🎄Мәләүез урамы, 31
🎄Базилевка ауылы (Беговая урамы);
🎄Юнармейцтар скверы (Мөбәрәков урамы, 12-20);
🎄Искин ауылы (Искин урамы, 59/2);
🎄Булат Имашев урамы (Кузнецов Затоны);
🎄«Тулҡын" паркы (Затон, Әхмәтов урамы);
🎄«Йәдкәр" мәҙәниәт һарайы (Нижегородка, Лесозаводская урамы, 1а);
🎄«Ҡашҡаҙан" мәҙәниәт һәм ял паркы (маршал Жуков урамы, 31);
🎄Спорт һарайы алдындағы майҙанда (Рихард Зорге урамы, 41);
🎄Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда;
🎄Өфө балалар филармонияһы алдындағы майҙанда (Октябрь проспекты, 33);
🎄«Орион» ижад йорто эргәһендәге скверҙа (Таллин урамы, 17);
🎄«Сағыу» биҫтәһендәге паркта.

❤4🔥3👍1
Бөгөн көҙҙөң һуңғы көнө.
Иртәгә аҡъюлайҙың 1-е менән Өфөлә лә ҡар яуырмы икән? Нисек уйлайһығыҙ?
Фото: Баймаҡ районындағы Сәйетбаттал (Ҡуяндар) ауылы эргәһендәге ҡарағайҙарҙы Фәрит Нәбиуллин төшөрөп алған.

🔥9👍4❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🐻Тайыштабандан тыш тағы кем бал ярата, беләһегеҙме? 🍯🍯🍯
"Мега село" тапшырыуының алып барыусыһы Настя Белорет районында булып, түмәр умарталар һәм солоҡтар ҡуйған Азамат Заһитуллиндан белешкән.
Проект "Экспертно-диагностическая лаборатория" автономиялы коммерция булмаған ойошма тарафынан Башҡортостан Башлығы гранты һәм Башҡортостан Башлығы гранттар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

👍7😍6😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
⚡ӨФӨ – ВАҠИҒАЛЫ ТУРИЗМ ҠАЛАҺЫ⚡
📌Russian Event Awards – 2024 ваҡиғалы туризм өлкәһендә халыҡ-ара премия йомғаҡтары яһалған һәм Өфө бер нисә призға лайыҡ булған.
💯“100 меңдән күберәк кеше йәшәгән ҡалаларҙа мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында махсус призға “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе өсөн бирелгән.
🥈 урын “Спорт өлкәһендә иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында – “1000 велосипедсы көнө”
🥈 урын “Иң яҡшы халыҡ-ара ваҡиға” номинацияһында – Халыҡ-ара бизнес аҙналығы
🥇 урын “Иң яҡшы йәштәр туристик ваҡиғаһы” номинацияһында – “Йәштәр көнө”
🥇 урын “Гибрид форматтағы иң яҡшы туристик ваҡиға” номинацияһында – “Алтын һыуһар” гүзәллек индустрияһындағы асыҡ конкурс менән бергә үткәрелгән “Өфөлә гүзәлле көндәре”
🥇 урын “Иң яҡшы MICE ваҡиға” номинацияһында – халыҡ-ара ҡатнашыусылар менән үткәрелгән IX Бөтә Рәсәй GMP конференция
🏆Гран-при “100 меңдән күберәк кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа гастрономия туризмы өлкәһендә иң яҡшы ваҡиға” номинацияһында – “Виноград” эногастрономия фестивале
🏆Гран-при “Милли туристик ваҡиға” номинацияһында – “Юбилейлы Өфө” фестивале менән “Евразия йөрәге” мәҙәниәт һәм сәнғәт фестивале
🏆Гран-при “Туризм өлкәһендә иң яҡшы MICE ваҡиға” – Этнотуризм буйынса форум
💥Премияның Попечителлек советының төп призы - “Ваҡиғалы туризм ҡалаһы” исеме лә Өфөбөҙгә бирелгән!

❤4🔥4👍1
“Был буш һүҙҙәр түгел, ә илдең йәштәр хөкүмәттәренең федераль һөҙөмтәлелек рейтингы йомғаҡтары. Был турала бөгөн Красноярскиҙа үткән Рәсәйҙең Йәштәр хөкүмәттәре ассоциацияларының XVI Бөтә Рәсәй съезын ябыу тантанаһында иғлан ителде. Беҙҙең Йәштәр хөкүмәте “Илдең иң яҡшы йәштәр хөкүмәте” номинацияһында еңеүсе булды”,
- тип хәбәр иткән сәхифәһендә БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров✨Республиканың Йәштәр хөкүмәтенең рәйесе Вилдан Иҫәнгилдин әйтеүенсә, Красноярск ҡалаһындағы сарала Рәсәйҙең 47 төбәгенән 150-нән ашыу кеше ҡатнашҡан.
✨Улар өсөн төрлө тренингтар, рәйестәр өсөн стратегик сессия, эксперттар менән проект консультациялары, РФ Йәштәр хөкүмәттәре ассоциацияһының координацион советын һайлау һ.б. файҙалы саралар ойошторолған.
Йәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ! 🌹🌹🌹
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤6👍4🔥2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🍓Көн болоҡһотоп торғанда йәмле йәйҙе иҫкә төшөрөп, хуш еҫле һәм телде йоторлоҡ еләк бәлеше бешереп ашап алығыҙ, дуҫтар!🍓
🍓Элек өләсәйҙәр йәйгеһен еләкте гәзит битенә һалып киптереп, аҙаҡ сепрәк тоҡсайға йыйып алып, соландағы берәй сөйгә элеп ҡуя торғайны. Хәҙер туңдырғысҡа һалып ҡалдырабыҙ ҙа ҡуябыҙ.
🍓Ә шул кипкән еләкте ебетер өсөн ҡойолған сиҡ ҡына һыуҙы һөҙөп эсергә бирә лә торғайнылар бит әле, тәмлелеге!
❓Әйткәндәй, һеҙгә төпрәһенән таҙартылған еләктән бешерелгән бәлештәр оҡшаймы, әллә таҙартылмағанданмы?
Миңә ҡалһа, таҙартылмағаны тәмлерәк😍

👍8🍓3❤1
📚Башҡортостанда китапты күп уҡыйҙар!
📖Быны тулҡындарҙа сайҡалған бронза кәмә-китап - "Иң күп уҡыған төбәк" конкурсының төп призы һәм символы менән билдәләнеләр.
Хәҙер был статуэтка Башҡортостанда, уны республиканың мәҙәниәт министраы вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡоваға тапшырҙылар.
📖Республикабыҙ "Рәсәйҙең әҙәби флагманы" исеменә лайыҡ булды. Тимәк, киләһе йыл Башҡортостан ошо уҡ атамалы ҙур фестиваль-форумды үҙендә үткәрәсәк. Был сара 2025 йылда "Китап байрамы" йәрминкәһе сиктәрендә ойошторолор, тип көтөлә.

👍10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бесәйме/этме?🐈🐕
Кем ҡайһы хайуанды нығыраҡ ярата? 😍
🔥Әйҙәгеҙ, бөгөн Бөтә донъя йорт хайуандары көнө уңайынан яратҡан эт-бесәй, ҡош-ҡорт, малдарҙың ҡыҙыҡлы видео-фотолары менән бүлешеп алайыҡ әле!😍
Кем ҡайһы хайуанды нығыраҡ ярата? 😍
🔥Әйҙәгеҙ, бөгөн Бөтә донъя йорт хайуандары көнө уңайынан яратҡан эт-бесәй, ҡош-ҡорт, малдарҙың ҡыҙыҡлы видео-фотолары менән бүлешеп алайыҡ әле!
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🥰4👏1