Башҡорт донъяһы
696 subscribers
2.08K photos
1.21K videos
1 file
191 links
加入频道
📌Беларусь Милли китапханаһында (Минск ҡалаһы) “Башҡортостан улдары Беларусь өсөн яуҙарҙа” китабының исем туйы үтте.

- Китап Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Беларусь ерҙәрендә нацизмға ҡаршы һуғышҡан батыр яугирҙарыбыҙ – Башҡортостан кешеләре иҫтәлегенә арналған.
Мәҫәлән, 1943 йылдың ноябрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы частарынан формалаштырылған 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы корпус составында Гомель-Речица һөжүм итеү операцияһында ҡатнашҡан.
14 ғинуарҙа Мозырь ҡалаһын фашист ғәскәрҙәренән азат таҙарталар, бының өсөн 16-сы кавалерия дивизияһы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана,
- тип яҙған сәхифәһендә билдәле яҙыусы, БР Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.

Сарала төрлө дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, әҙиптәр ҡатнашҡан. Уға Минск ҡалаһында йәшәгән милләттәш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ төҙөгән “Ләйсән” фольклор ансамбле матур сығыштары менән йәм өҫтәгән.

Фотолар һәм видео: БР Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтан алынды.

💥Яҙыусының сығышын ҡарағыҙ. ⬆️⬆️⬆️
🔥6👍54
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Видеолағы шәп егет кеүек бөгөн ҡыҙҙар күҙләргә сығаһығыҙмы?😁

Әйткәндәй, ауыл клубтарында ҡайһы көндә дискотека ойошторалар һеҙҙә?
13👍6🔥4👏1
Хәйерле иртә!
3🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ноябрҙең яртыһы "һә" тигәнсе үтеп тә киткән, тиҙҙән Яңы йыл еткәнен дә һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ әле. 😱😁

Был байрамдың мөғжизәһен айырыуса көткән балаларға ҡағыҙҙан шыршы яһарға өйрәтә торорға мөмкин.🎄🎄🎄
👍4🔥2🎄2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иҙел Хәкимов. Башҡорттар трендта
🔥124🥰3
МӘХШӘР УРМАНЫ

Ҡарағайҙар үҫә, ҡарағайҙар,
Ҡомло ерҙә тамыр нығытып.
Әйтерһең дә, улар бер сафта
Дошманға ҡаршы тора теҙелеп.

Ямғыры ла хәтәр был урмандың
Күктән ҡурғаш яуа ҡойолоп,
Мең ярсыҡҡа онталып осҡан мина,
Ағас олондарын киҫә кәйелеп.

Ҡарағайҙың йәшел йәйектәрен,
Ҡыҙыу ялҡын бик йыш көйҙөрә.
Ут эсендә ағас ҡына түгел,
Хатта ҡорос көлгә әйләнә.

Был урмандан бар тереклек ҡаса,
Һауала мыжғый “үлем ҡоштары”.
Ошо хәтәр мәхшәр эсендә,
Уралымдың тоғро улдары.

Ярылғанда суйын йәҙрәләр,
Ҡурғаш яуған саҡта ҡойолоп,
Тирә-яҡты ут ялмаған мәлдә,
Улар алда, Ватан һағында!

"Журналист" позывнойлы яҡташыбыҙ ижады (фото авторҙыҡы).
👍8😢4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Телебеҙ хикмәттәре 😁

Видео: Марсель Мөхәмәтйәнов.
😁75
🌷Иртә яҙ менән сәскә ҡара тупраҡтан башын төртөп сыҡҡан.

- Бында ҡайһылай рәхәт! - тигән ул. - Ниндәй саф һауа!

- Миллион йылдар бер үк нәмә, - тип ауыр һулаған таш. - Эсең бошоп, ярылырлыҡ.

🌻Таштар кеүек мәңгелек түгел кеше лә, һәр көнөбөҙҙө тыуған Ҡояшҡа ҡыуанып, донъяның йәмен күреп, сәскәләй ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәйек!
11👍2🔥2
🎉Бөгөн Салауат Юлаев һәйкәле асылған көн, дуҫтар!🎉

Сосланбәк Тавасиевтың 1943 йылдан алып ижад иткән хеҙмәт емеше 1967 йылдың нәҡ 17 ноябрендә, ниһайәт, ослана - Ағиҙелдең текә ярына ҡуйылған һәйкәлде асыу тантанаһы үтә.

🔥Быйыл теүәл 57 йыл тула был ваҡиғаға.

Ошо йылдар эсендә ул әллә нисә быуын балаларын батырлыҡ, ғәҙеллек, тигеҙлек, сәсәнлек өлгөһө биреп тәрбиәләште, уны килеп күргән һәр кемдең күңелендә рух сатҡылары уятты.

Республикабыҙ ғына түгел, Рәсәй һынлы сәнғәте өсөн әһәмиәте юғары ҡомартҡыбыҙ бөгөн үҙе ярҙамға мохтаж.

Уны тиҙерәк тейешенсә төҙөкләндереүҙәрен көтөргә ҡала.
🔥13💯5🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Моңланып алайыҡ әле, Йәмил Баймырҙин менән бергә😊

Илнур Миһманов репертуарындағы йырҙы башҡара йырсы.
👍5👏3🥰1🥱1
📌РУДЕНКО: Башҡорттар аждаһа тураһында🐲

🐲Башҡорттарҙың күҙаллауы буйынса, ябай йылан йөҙ йәшкәсә йәшәп, аждаһаға әүерелә.

🐲Аждаһаның оҙонлоғо бер нисә сажин була, күлдәрҙә, ҡайһы берҙә ҡоҙоҡтарҙа йәшәй.

🐲500 йәки 1000 йыл йәшәп, ул юхаға әйләнә. Юха кеше, хайуан һ.б. булып әүерелергә һәләтле, кешеләрҙе, бигерәк тә ҡыҙҙарҙы ашай.

🐲Аллаһ ҡөҙрәте менән, аждаһа юха йәшенә етмәй, сөнки болоттар уны Боҙло океан артында ятҡан һәм һәр төрлө йыландар, аждаһалар менән тулған Ҡаф тау артына алып китә.

📌Аждаһаны нисек болоттар алып киткәнлеге тураһында башҡорттарҙа бик күп хикәйәттәрҙән һәм уны үҙ күҙҙәре менән күргән шаһиттарҙан ишетергә мөмкин. Уларҙың ҡайһылары Юлыевтың мәҡәләләренең береһендә ентекле бәйән ителә:

😨Аяҙ көндә ҡапыл бәләкәй генә болот килеп сыға ла, йәшенле ямғыр күл яғына ыңғайлай. Болоттоң күлгә тейеүе була, күл ярһый, ҡайнай башлай. Унан ҡымыҙ өсөн тәғәйенләнгән ағас туҫтаҡҡа кеүек аҡайған ҙур күҙле ҡот осҡос ғифриттең башы күренә. Болот уны ҡосағына алып, өҫкә күтәрелә, үҙенең артынан кәүҙәһен дә һөйрәй; ғифриттең тәне ялтыр таплы, ҡойроғо һәнәк кеүек икегә айырылған.
🐉Ғифрит һыуҙан бер ни тиклем күтәрелгәс, һуҙыла, борғолана башлай, ҡойроғон ян-яҡҡа бәргеләй һәм уның артынан ерҙә бураҙналар ҡала. Болот алып киткән йән эйәһе уфылдай, һыҙғыра, йә ҡойроғон ҡулса итеп урай, йә үҙен асыулы итеп ҡойроғо менән ҡамсылай башлай һәм тотҡонлоҡтан ҡотолорға теләй; әммә ниндәйҙер көс уның башын ҡыпһыуырҙай ҡыҫып тотоп, уға борғоланырға ла мөмкинлек бирмәй.
Ҡотола алмағас, ул яйлап болот тарафынан йотола бара, ә уның ҡояш нурҙары аҫтында ҡалған кәүҙәһе сағыу алтын төҫкә мансыла.

Ҡайһы бер хикәйәләүҙәр буйынса, айырым осраҡтарҙа аждаһа кеше ҡиәфәтенә инә. Бер хан күл буйында осраған матур ҡыҙға өйләнә, ул, ахырҙа, аждаһа булып сыға. Ханды һунарҙа ла, барлыҡ эшмәкәрлегендә лә уңышһыҙлыҡ һағалай башлай. Ҡатынын һынап ҡарау өсөн, яҡындарының кәңәше буйынса, ул уға тоҙло ит ашата һәм һыу эсермәй. Төнөн ҡатыны ҡойроғон иренең өҫтөндә ҡалдырып, кәүҙәһе менән йорттан 150 метр алыҫлыҡта булған күлгә һуҙыла һәм шунан һыу эсә. Шулай итеп ҡатынының аждаһа булыуын асыҡлаған хан уны тимер өйҙә яндыра. Шунан башлап көл әле лә күҙ ауырыуҙарын дауалағанда файҙаланыла.

🐲Башҡа хикәйәләүҙәр буйынса, матур ҡыҙға әүерелгән юха ханға кейәүгә сыға һәм хан уның кендеге булмауына иғтибар итеп, яндыра.

Һүрәт: рәссам Тәнзилә Ғәйфуллина.
🔥4👏2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Булған хәлме, булмағанмы...

Видео: Юлдаш Мусин.
😁6👍3