📌ХУДОЛАЗ - ТӨЙӘЛӘҪ УЛ!
✅Көньяҡ-көнсығыш Уралдағы йылға, Урал (Яйыҡ) йылғаһының уң ҡушылдығы.
✅Башҡортостандың Баймаҡ районы, артабан Силәбе өлкәһе буйлап төньяҡ-көнсығышҡа (Туғажман тауынан — көньяҡҡараҡ) табан аға.
✅Башҡортостан биләмәһендә оҙонлоғо яҡынса 64 км, дөйөм оҙонлоғо 81 км тәшкил итә.
📌Төйәләҫ йылғаһының үрге ағымында киң билдәле тәбиғәт ҡомартҡыһы – Ғәҙелша шарлауығы урынлашҡан, уның бейеклеге 15 метрҙан ашыу.
Шарлауыҡтың координаттары: 52.744247, 58.351102.
📍"Төйәләҫ" тигән башҡорт халыҡ йыры ла бар.

❤🔥6👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шәһит Хамматовтың видеоһын ҡарағас, бер ҡыҙыҡ һорау тыуҙы әле. Яуап табышығыҙ😉😁
Кәрәкле вариантты һайлап, тейешле смайлды ҡуйығыҙ🔽
Ә ҺЕҘ ҠАСАН ҮҪТЕРҘЕГЕҘ?
✅Кәләш алғансы/кейәүгә сыҡҡансы - 🫠
✅Кәләш алғас/кейәүгә сыҡҡас - 😎
✅Мин энә ашаған этҡошап (Ябыҡмын, тигән мәғәнәлә)))) - 😜
Кәрәкле вариантты һайлап, тейешле смайлды ҡуйығыҙ🔽
Ә ҺЕҘ ҠАСАН ҮҪТЕРҘЕГЕҘ?
✅Кәләш алғансы/кейәүгә сыҡҡансы - 🫠
✅Кәләш алғас/кейәүгә сыҡҡас - 😎
✅Мин энә ашаған этҡошап (Ябыҡмын, тигән мәғәнәлә)))) - 😜
❤4😁4😎3🤪2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🎼Рәил Өмөтбаев ижадын һөйөүселәр иғтибарына: "Ғүмер үтә".🎶
❤12👍6🥰1
Хәйерле иртә, дуҫтар! Рух күтәренкелеге теләйбеҙ һеҙгә!
👍6🔥2
Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө менән тәбрикләйбеҙ!❤
ИР-ЕГЕТТӘР
Ысын ир-егеттәр һирәк осрай:
Улар әйткән һүҙен тоталар,
Улар һүҙгә һаран, эшкә – йомарт,
Тормош йөгөн төптән тарталар.
Ысын ир-егеттәр киң күңелле,
Ваҡ-төйәккә асыу һаҡламай,
Кәрәк икән, ярҙам ҡулын һуҙа,
Үткән үпкәләргә ҡарамай.
Ысын ир-егеттәр уй-фекерен
Һүҙ ыңғайы илгә фашламай.
Хаталарҙы ул кисерә белә,
Ауырлыҡта дуҫын ташламай.
Ысын ир-егеттең үҙ башы бар –
Ҡабатламай кеше фекерен,
Ул хәҡиҡәт итеп иҫбатламай
Бисә-сәсәләрҙең эс керен.
Ысын ир-егеттең ышығында
Ҡатын-ҡыҙға тыныс, уңайлы,
Балалары уның шат, бәхетле,
Ата-әсәләре ҡараулы.
Ысын ир-егеттең мөхәббәте
Бөтә ғүмеренә бер генә,
Һайлап алған ошо берәүенән
Айыра алыр һалҡын гүр генә.
Ысын ир-егеттәр ил хәстәрен
Иңдәренә һала аһ-зарһыҙ.
Шундай ир-егеттәр тураһында
Хыялланмай ниндәй ҡатын-ҡыҙ?!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
ИР-ЕГЕТТӘР
Ысын ир-егеттәр һирәк осрай:
Улар әйткән һүҙен тоталар,
Улар һүҙгә һаран, эшкә – йомарт,
Тормош йөгөн төптән тарталар.
Ысын ир-егеттәр киң күңелле,
Ваҡ-төйәккә асыу һаҡламай,
Кәрәк икән, ярҙам ҡулын һуҙа,
Үткән үпкәләргә ҡарамай.
Ысын ир-егеттәр уй-фекерен
Һүҙ ыңғайы илгә фашламай.
Хаталарҙы ул кисерә белә,
Ауырлыҡта дуҫын ташламай.
Ысын ир-егеттең үҙ башы бар –
Ҡабатламай кеше фекерен,
Ул хәҡиҡәт итеп иҫбатламай
Бисә-сәсәләрҙең эс керен.
Ысын ир-егеттең ышығында
Ҡатын-ҡыҙға тыныс, уңайлы,
Балалары уның шат, бәхетле,
Ата-әсәләре ҡараулы.
Ысын ир-егеттең мөхәббәте
Бөтә ғүмеренә бер генә,
Һайлап алған ошо берәүенән
Айыра алыр һалҡын гүр генә.
Ысын ир-егеттәр ил хәстәрен
Иңдәренә һала аһ-зарһыҙ.
Шундай ир-егеттәр тураһында
Хыялланмай ниндәй ҡатын-ҡыҙ?!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
❤7👍6👌1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Атайҙар һәм улдар мөнәсәбәте шулай үҙенсәлекле генә инде ул, шулаймы?😁
Видео: Күршеләр / Соседи | Фаниль и Салима Карачурины
ALTYN IR
Видео: Күршеләр / Соседи | Фаниль и Салима Карачурины
ALTYN IR
🔥6👍4❤2
💥БЫЛАР ҠЫҘЫҠЛЫ 💥
Муйылдан һалма һөҙгөс
📍Ҡайһы бер хужалыҡ кәрәк-яраҡтары ағас материалдарҙың ҡалдыҡтарынан – нәҙек ботаҡтар, ҡабыҡ, ҡайырынан эшләнгән.
☘Башҡортостандың көньяҡ райондарында һурпанан ит һәм һалма һөҙөп алыу өсөн үреп яһалған ҡалаҡтар киң таралған.
☘Ғәҙәттә, уларҙы ҡабыҡтарынан таҙартылған ике йәки дүрт балан, йә муйыл сыбыҡтарын ярым түңәрәк рәүешендә бөгөп, үргәндәр һәм остарын бергә ҡушып тотҡа хасил итеп эшләгәндәр.
☘“Сулпы”, “һалмағыс” тип йөрөтөлгән бындай әйберҙәрҙе Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондарында осраттыҡ. 1906 йылда С.И. Руденко Бөрйән районы Мәндәғол ауылында ике муйыл һөҙгөсө һатып алған.
Фото: интернеттан алынды.

👍6❤5👌1
📌Башҡортостандың Ҡурайсылар дәүләт ансамбле республика буйлап беренсе гастролдәренә юлланды.
🎶Концерт программалары боронғо башҡорт көйҙәре, йырҙарынан тора. “Урал”, “Ҡаһым түрә”, “Ашҡаҙар”, “Ҡолой кантон”, “Абдрахман”, “Байыҡ”, “Зарифа”, “Ирмәк” һ.б. быуындан-быуынға телдән-телгә күсә килгән башҡорт халыҡ йырҙары яңғыраясаҡ.
✅Беренсе концерт Асҡын ауылында үткән, тип хәбәр ителә.
💯Ҡурайсылар 19 ноябрҙә – Благовещенск, 20 ноябрҙә – Йомағужа, 23 ноябрҙә – Стәрлетамаҡ, 25 ноябрҙә – Талбазы халҡы алдында сығыш яһаясаҡ.
Ә декабрь айында Салауат, Мәләүез, Ишембайға һәм Башҡортостандың башҡа ҡалаларына барырға йыйыналар. 2025 йылдың башында Силәбе өлкәһе һәм Татарстанға юлланырға ниәтләйҙәр.

🔥14💯2❤🔥1❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ӘҘӘБИӘТ ҮҪЕШҺЕН ӨСӨН...
нимә эшләргә?
📌БР Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов әҙәбиәт үҫешһен өсөн тәү сиратта нимә эшләргә кәрәк булыуы тураһында һөйләне.
📍Кисәге Башҡортостандың халыҡ шағиры Фаҡиһа Туғыҙбаева исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр республика конкурсы еңеүселәрен тәбрикләнеләр.
✅Тантаналы сара Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте.
✅Конкурсты “Аҡбуҙат” журналы менән берлектә Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ойошторған.
✅Конкурсҡа Башҡортостандан, Силәбе һәм Архангел өлкәләренән, Пермь крайынан бөтәһе 109 эш килгән, шуларҙың 73-сө – башҡорт телендә, 35-е татар телендә һәм 1 эш рус телендә ижад ителгән.
📍“Поэзия” номинацияһында еңеүселәр:
🥇 урын – Гүзәл Әхмәҙиева (башҡорт телендәге шиғырҙары өсөн);
🥈 урын – Рәсимә Ильясова (татар телендәге шиғырҙары өсөн);
🥉 урын – Ринат Сөләймәнов (башҡорт телендәге шиғырҙары өсөн).
📍“Проза” номинацияһында еңеүселәр:
🥇 урын – Ләйсән Сәлимова (“Шарҙар йыйыусы дейеү” хикәйәләр циклы өсөн);
🥈 урын – Рәзинә Урманшина (“Рәмилә-Рокси” хикәйәһе өсөн);
🥉 урын – Алһыу Мансурова (“Безәнби” хикәйәһе өсөн).
✅Бынан тыш, махсус приздар ҙа тапшырылған.

👍10❤3
🔥Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләүҙең рәсми логотибын иғлан иттеләр.
Унда Волгоградтағы Мамай ҡурғанында торған "Ватан-әсә саҡыра!" һәйкәле сағылдырылған.
Унда Волгоградтағы Мамай ҡурғанында торған "Ватан-әсә саҡыра!" һәйкәле сағылдырылған.
👍9❤🔥3🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❗Был көндәрҙе ҡыҙыл менән билдәләп ҡуйҙығыҙмы?
📌"Дәрүиш рухы" фестивале
⚡22 ноябрь, Өфө ҡалаһы, Кустарная, 17, "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә.
Башлана: 17.00 - оҫталыҡ дәрестәре, 19.00 - концерт.
Инеү бушлай.
📌"Дәрүиш рухы+" концерты
28 ноябрь
Өфө Көрәш һарайы
Башлана: 18.00
Инеү бушлай.
Видео: "Ҡараташ" рок-төркөмө.

🔥11👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Асылыҡай" башҡорт халыҡ йыры. Гөлсинә Мөхәмәҙиева менән Илнур Хәйруллин.
👍9❤2
МАЙ ҠАЙҘА?😫
- Һике аҫтында май ҡайҙа?
- Сысҡан ашаған.
- Сысҡан ҡайҙа?
- Һалам аҫтында.
- Һалам ҡайҙа?
- Үгеҙ ашаған.
- Үгеҙ ҡайҙа?
- Һаҙға батҡан.
- Ник батҡан.
- Күҙе булмаған.
- Күҙе ҡайҙа булған?
- Һайыҫҡан соҡоған.
- Һайыҫҡан ҡайҙа?
- Кәртә башында.
- Кәртә ҡайҙа?
- Утҡа янған.
- Ут ҡайҙа?
- Көл булған.
- Көл ҡайҙа?
- Күккә осҡан.
- Күк ҡайҙа?
- Баш осонда.
- Баш ҡайҙа?
- Муйында.
- Муйын ҡайҙа?
- Әҙәмдә.
- Әҙәм ҡайҙа?
- Өйөндә.
- Өйөндә ул ни көтә?
- Өйөндә ул май көтә.
- Май ҡайҙа?
- Һике аҫтында.
- Һике ҡайҙа?
- Һинең аҫтыңда.
- Һике аҫтында май ҡайҙа?
- Сысҡан ашаған.
- Сысҡан ҡайҙа?
- Һалам аҫтында....
❓Бала саҡта ошондай ымһындырыҡтарҙы һамаҡлай торғайнығыҙмы?
Үҙегеҙ тағы ниндәйҙәрен хәтерләйһегеҙ?

❤9🔥4
ҮӘТ, ӘЙ!
⭐Рәсәй картаһында халыҡтар йондоҙҙар булып балҡыған!⭐
Рәсәй халыҡтарының интерактив этнографик картаһында илебеҙҙә йәшәгән 194 милләт тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә бирелгән.
💚Фотола башҡорт халҡы күрһәтелгән.

🔥10❤5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Афариндар!
"Ритайым" башҡорт бейеүен башҡарған Guzal-dance бейеүселәренә һоҡланып туйғыһыҙ!😍
"Ритайым" башҡорт бейеүен башҡарған Guzal-dance бейеүселәренә һоҡланып туйғыһыҙ!😍
🔥10❤3💯3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты уҡыусылары. "Тыуған яҡ" йыры.
🔥4🥰3👍2