Forwarded from Ильяс Батыргариев | Журналист из Уфы
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Каково же реальное состояние памятника Салавату Юлаеву?
17 ноября 1967 году Уфа обрела самый главный символ республики. Он встречает нас, когда мы заезжаем в город по Бельскому или ЖД мосту. Для нас это символ, образ героя, предмет гордости.
Реставрация необходима уже вчера, об этом рассказал в своем сюжете.

👍10😱1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан флагы төҫтәрендә кейенеп ҡыҙҙарыбыҙ Дағстандағы тау башында ошондай гүзәл видео төшөргән, вәт!
Гөлназ, Рәсимә һәм Рүзилә исемле һылыуҙарға "лайыҡ"тар!💙🤍💚
Гөлназ, Рәсимә һәм Рүзилә исемле һылыуҙарға "лайыҡ"тар!💙🤍💚
🔥13👍9❤6🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌ЫШАНМАҺАҢ, КҮР!
Салауатыбыҙҙың һәйкәле эс яҡтан ниндәй торошта булыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрә аласаҡбыҙ.
Быны эшләргә беҙгә "Самрау" фонды менән берлектә БСТ каналы төшөргән "Мин ҡайтырмын!" документаль фильмы ярҙам итәсәк.
"Яңылыҡтар" тапшырыуының сюжеты фильмды төшөрөү барышы менән таныштыра.
"Башҡорт тотоп ҡарамайынса, ышанмай",
ти.Салауатыбыҙҙың һәйкәле эс яҡтан ниндәй торошта булыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрә аласаҡбыҙ.
Быны эшләргә беҙгә "Самрау" фонды менән берлектә БСТ каналы төшөргән "Мин ҡайтырмын!" документаль фильмы ярҙам итәсәк.
"Яңылыҡтар" тапшырыуының сюжеты фильмды төшөрөү барышы менән таныштыра.
👍5❤3💯3
📌«Юлдаш Plus» радиоһының Милли йәштәр фестивалендә юбыйыл кемдәр ҡатнашыуын күрҙегеҙме әле, дуҫтар?
✅Бөтәһе 16 номинация буйынса финалсылар араһында тауыш биреү бара.
✅Түбәндәге һылтанма буйынса күсеп, һеҙ ҙә яратҡан йырсығыҙҙы һайлай һәм еңеүен яҡынлаштыра алаһығыҙ.
✅Һайлап алынған ҡатнашыусылар фестивалдең 15 декабрҙә “Торатау” конгресс-холында үтәсәк финалында сығыш яһаясаҡ.
💥Әйткәндәй, йәштәр радиоһы ла быйыл үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләй һәм «Юлдаш Plus» радиоһының Милли йәштәр фестивален Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында матур байрам итеп ойоштора.
https://bash.news/yuldash-plus

❤6👍5
📌Ирдан исемле йәш йырсының ижадын һөйөүселәр өсөн шатлыҡлы яңылыҡ!
❓Тик ниндәйме?
✅"Бишбармаҡ-шоу" тапшырыуының сираттағы сығарылышын ҡарап белегеҙ!
https://vk.com/video-38277591_456239444
❓Тик ниндәйме?
✅"Бишбармаҡ-шоу" тапшырыуының сираттағы сығарылышын ҡарап белегеҙ!
https://vk.com/video-38277591_456239444
VK Видео
Бишбармаҡ шоу - Ирдан
Беҙҙең команда: Урал Кәримов - Алып барыусы Илһам Ишкинин - Алып барыусы Наиль Тимербаев - Режиссер ,монтаж Рөстәм Әхмәтов - Оператор Сыңғыҙ Ғиләжев - Оператор Кәрим Хөснуллин - Администратор Рөстәм Аҙнабаев - Дизайн Әлфирә Сәғитова - Мөхәррир
❤9👍1🔥1🖕1
📌Беларусь Милли китапханаһында (Минск ҡалаһы) “Башҡортостан улдары Беларусь өсөн яуҙарҙа” китабының исем туйы үтте.
✅Сарала төрлө дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, әҙиптәр ҡатнашҡан. Уға Минск ҡалаһында йәшәгән милләттәш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ төҙөгән “Ләйсән” фольклор ансамбле матур сығыштары менән йәм өҫтәгән.
✅ Фотолар һәм видео: БР Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтан алынды.
💥Яҙыусының сығышын ҡарағыҙ. ⬆️⬆️⬆️
- Китап Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Беларусь ерҙәрендә нацизмға ҡаршы һуғышҡан батыр яугирҙарыбыҙ – Башҡортостан кешеләре иҫтәлегенә арналған.- тип яҙған сәхифәһендә билдәле яҙыусы, БР Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.
Мәҫәлән, 1943 йылдың ноябрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы частарынан формалаштырылған 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы корпус составында Гомель-Речица һөжүм итеү операцияһында ҡатнашҡан.
14 ғинуарҙа Мозырь ҡалаһын фашист ғәскәрҙәренән азат таҙарталар, бының өсөн 16-сы кавалерия дивизияһы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана,
✅Сарала төрлө дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, әҙиптәр ҡатнашҡан. Уға Минск ҡалаһында йәшәгән милләттәш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ төҙөгән “Ләйсән” фольклор ансамбле матур сығыштары менән йәм өҫтәгән.
✅ Фотолар һәм видео: БР Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтан алынды.
💥Яҙыусының сығышын ҡарағыҙ. ⬆️⬆️⬆️
🔥6👍5❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Видеолағы шәп егет кеүек бөгөн ҡыҙҙар күҙләргә сығаһығыҙмы?😁
❓Әйткәндәй, ауыл клубтарында ҡайһы көндә дискотека ойошторалар һеҙҙә?
❓Әйткәндәй, ауыл клубтарында ҡайһы көндә дискотека ойошторалар һеҙҙә?
❤13👍6🔥4👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ноябрҙең яртыһы "һә" тигәнсе үтеп тә киткән, тиҙҙән Яңы йыл еткәнен дә һиҙмәй ҙә ҡалырбыҙ әле. 😱😁
Был байрамдың мөғжизәһен айырыуса көткән балаларға ҡағыҙҙан шыршы яһарға өйрәтә торорға мөмкин.🎄🎄🎄
Был байрамдың мөғжизәһен айырыуса көткән балаларға ҡағыҙҙан шыршы яһарға өйрәтә торорға мөмкин.🎄🎄🎄
👍4🔥2🎄2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иҙел Хәкимов. Башҡорттар трендта
🔥12❤4🥰3
МӘХШӘР УРМАНЫ
Ҡарағайҙар үҫә, ҡарағайҙар,
Ҡомло ерҙә тамыр нығытып.
Әйтерһең дә, улар бер сафта
Дошманға ҡаршы тора теҙелеп.
Ямғыры ла хәтәр был урмандың
Күктән ҡурғаш яуа ҡойолоп,
Мең ярсыҡҡа онталып осҡан мина,
Ағас олондарын киҫә кәйелеп.
Ҡарағайҙың йәшел йәйектәрен,
Ҡыҙыу ялҡын бик йыш көйҙөрә.
Ут эсендә ағас ҡына түгел,
Хатта ҡорос көлгә әйләнә.
Был урмандан бар тереклек ҡаса,
Һауала мыжғый “үлем ҡоштары”.
Ошо хәтәр мәхшәр эсендә,
Уралымдың тоғро улдары.
Ярылғанда суйын йәҙрәләр,
Ҡурғаш яуған саҡта ҡойолоп,
Тирә-яҡты ут ялмаған мәлдә,
Улар алда, Ватан һағында!
"Журналист" позывнойлы яҡташыбыҙ ижады (фото авторҙыҡы).

👍8😢4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Телебеҙ хикмәттәре 😁
Видео: Марсель Мөхәмәтйәнов.
Видео: Марсель Мөхәмәтйәнов.
😁7❤5
🌷Иртә яҙ менән сәскә ҡара тупраҡтан башын төртөп сыҡҡан.
- Бында ҡайһылай рәхәт! - тигән ул. - Ниндәй саф һауа!
- Миллион йылдар бер үк нәмә, - тип ауыр һулаған таш. - Эсең бошоп, ярылырлыҡ.
🌻Таштар кеүек мәңгелек түгел кеше лә, һәр көнөбөҙҙө тыуған Ҡояшҡа ҡыуанып, донъяның йәмен күреп, сәскәләй ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәйек!

❤11👍2🔥2
🎉Бөгөн Салауат Юлаев һәйкәле асылған көн, дуҫтар!🎉
Сосланбәк Тавасиевтың 1943 йылдан алып ижад иткән хеҙмәт емеше 1967 йылдың нәҡ 17 ноябрендә, ниһайәт, ослана - Ағиҙелдең текә ярына ҡуйылған һәйкәлде асыу тантанаһы үтә.
🔥Быйыл теүәл 57 йыл тула был ваҡиғаға.
Ошо йылдар эсендә ул әллә нисә быуын балаларын батырлыҡ, ғәҙеллек, тигеҙлек, сәсәнлек өлгөһө биреп тәрбиәләште, уны килеп күргән һәр кемдең күңелендә рух сатҡылары уятты.
Республикабыҙ ғына түгел, Рәсәй һынлы сәнғәте өсөн әһәмиәте юғары ҡомартҡыбыҙ бөгөн үҙе ярҙамға мохтаж.
Уны тиҙерәк тейешенсә төҙөкләндереүҙәрен көтөргә ҡала.

🔥13💯5🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Моңланып алайыҡ әле, Йәмил Баймырҙин менән бергә😊
Илнур Миһманов репертуарындағы йырҙы башҡара йырсы.
Илнур Миһманов репертуарындағы йырҙы башҡара йырсы.
👍5👏3🥰1🥱1