Бына ниндәй шәхестәребеҙ булған!
📍Петроградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан, "Салауат" гәзитен сығарыуҙы юлға һалған милләттәшебеҙ Нуриәғзәм Таһиров тураһында БСТ каналында сыҡҡан бик ҡыҙыҡлы сюжет ҡарағыҙ.
📍Баҡтиһәң, "Бабич" фильмында төп ролде башҡарыусы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров та ошо нәҫелдән икән.
Видео: БАШКОРТТАР-БСТ
Ишбулатова Гөлнур

👍7
🔴Үҙеңде һына!
Ә.-З. Вәлиди исемендәге Башҡортостан Милли китапханаһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Рәсәй Республикаһы составында Башҡортостан автономияһы иғлан ителеүгә һәм 1917 йылғы Октябрь революцияһына арналған викторинала ҡатнашырға саҡыра.
Һорауҙарға яуап биреү өсөн түбәндәге һылтанма буйынса күсегеҙ: https://forms.gle/G3fFCffU55Rikoab7

👍4
Кемгә ышанаһың?
Хужа Насретдинға күршеһе килеп инә һәм ишәгеңде биреп тор, тип һорай.
- Мин уны икенсе кешегә биреп торҙом инде, - ти мулла.
Шул ваҡыт һарайҙан ишәк баҡырғаны ишетелә.
- Баҡырғанын ишетәм дә инде, - ти күршеһе.
- Кемгә һин нығыраҡ ышанаһың, ошо йәшкә еткәнсе йәшәгән миңәме, әллә ишәккәме? - тип яуаплай Насретдин.

😁5
УРЫН ТАРТМА
“Туй әйберҙәренең традицион йыйылмаларында урын тартма, тартҡылар айырым бер урын биләп торған. ХХ быуатта улар ярҙамында йорттағы урындыҡҡа йыйылған түшәк-ҡаралтыларҙы биҙәгәндәр.
📍Туй мәлендә йәш кәләште яңы йортҡа күсергәндә уларҙы эйәр аҫтындағы серге йәки ат япмаһы өҫтөнән аша ташлап һалғандар.
Тартҡыларға сигелгән үҙенсәлекле биҙәктәр, өлкән быуын кешеләре иҫәпләүенсә, сихыр һәм күҙ тейеүҙән һаҡлап ҡына ҡалмаған, ә ир һәм ҡатындың никахлы ҡауышыуы һөҙөмтәлелеген дә тәьмин иткән.
📍Өйҙә был әйберҙәр йәш ғаиләнең түшәген яман күҙҙән һаҡлаған”.
Светлана Шитова. “Халыҡ ижады: көньяҡ башҡорттарында кейеҙҙәр, балаҫтар һәм туҡымалар” китабынан.

❤5👌2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тимур Ямаловтың яңы йыры нисек һеҙгә?
🔥9👍6👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Итәктәре ҡатлы,ташы затлы,
Түшелдерек түштә ялтырай.
Ҡашмауҙары һылыу ҡыҙҙың сыңлай,
Йөҙҙәрендә бәхет яҡтыра!
Видео: башҡорт гүзәле Лиана Лоҡманова Кавказда.

❤8👍3
📌Илебеҙ тарихында иң мөһим көндәрҙең береһе бөгөн: 7 ноябрь (иҫкесә 25 октябрь) - Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы көнө.
✅Ошо уңайҙан Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың "Октябрь революцияһы таңында" тигән яҙмаһынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ:
"Ҙур шатлыҡ бөтә ҡулдарҙы эштән бушатты, күҙҙәр урамға ташланды. Күңелдәрҙә был ҙур алмашыныуҙың нисек булғанын айырып белеү арзуһы тыуҙы.
Күп тә үтмәне, контора ишегенән берәү кереп, эшселәрҙең уртаһына баҫып, батшаның төшөрөлөүен, министрҙарҙың арестовать ителеүҙәрен ашығып һөйләгәндән һуң, эшселәрҙең хәҙер урамға сығырға, шатлыҡ намайыштары яһарға кәрәк икәнен әйтте. Уның был һүҙҙәре тағы шатлыҡ тауыштары менән ҡаршы алынды.
Тағы бер аҙҙан һуң урамдан:
— Ура! Ура!— тауыштары ишетелде.
Әллә ҡайҙа йыраҡта ихтилал йырҙары йырлаған тауыштар яңғырай башланы. Шуның артынан уҡ ҡыҙыл флагтар күтәргән эшсе төркөмдәре үтергә керештеләр. Шунда уҡ был заводтың эшселәре лә урамға сығып теҙелделәр һәм, ҡайҙандыр ҡыҙыл флаг алып, алға киттеләр.
Бер сәғәт эсендә ҙур урамдар ҡыҙыл байраҡтар күтәреп алға, ҙур майҙанға барған эшселәр менән тулып китте.
... Был күренеш революцияны теләмәгән кешеләр өсөн ауырҙыр шул.
Ләкин йөҙ миллионлаған эшсе-крәҫтиән өсөн был ҙур алмашыныу әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ бирә. Улар ҙур өмөт менән ҡулдарына ҡыҫып тотҡан ҡыҙыл байраҡтарын елберләтеп, көслө аҙымдар менән алға — Октябрь революцияһына таба баралар.
Февраль революцияһының матур таңында Октябрь көтөп, шуға юл әҙерләйҙәр һәм: «Йәшәһен революция!»— тип ҡысҡыралар ине".
📍Бына ниндәй шатлыҡлы, көтөп алынған ваҡиға булған был ул ваҡыттағы кешеләр өсөн. Бөгөнгө заман күҙлегенән икенсерәк баһаланған осраҡта ла, тарихыбыҙҙың онотолмаҫҡа тейешле биттәре был.

👍5👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тапҡыр яуапҡа һүҙ юҡ был осраҡта😁
Видео: Динара Ғәлләмова.
Видео: Динара Ғәлләмова.
😁5❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ай-һай, халҡыбыҙҙың шәп ир-егеттәре "Ай-һай, Салауат" йырын ҡайһылай дәртле итеп башҡара! Шулаймы? 🤩
🔥18
Forwarded from Салават Юлаев. Реставрация.
Билдәле журналист, продюсер, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рита Өмөтбаева Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советы ағзаһы булараҡ, уның кәңәшмәһендә ҡатнашҡан һәм бында халыҡты борсоған барлыҡ һорауҙарға аныҡ яуаптар бирелде, тип сәхифәһендә яҙып сыҡҡан.
Һуңғы осорҙа милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереүгә бәйле төрлө имеш-мимештәр һаны артыуын, халыҡ кемгә ышанырға белмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алған Рита Рәшит ҡыҙы үҙ яҙмаһында.
Ул был мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү йәһәтенән БР Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы эргәһендә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса Күҙәтеү советы ойошторолоуы айырыуса әһәмиәтле булыуын билдәләй.

“Салауат һәйкәлен реставрациялау буйынса махсус Күҙәтеү советы ремонт эштәре ваҡытында ҡатнашып, халыҡҡа мәғлүмәттәр еткереп барасаҡ. Шулай уҡ махсус видеокүҙәтеүҙе ойоштороу буынса ла һүҙ алып барылды. Салауат һәйкәленең яҙмышы буйынса борсолған һәр кемгә аныҡ яуаптар, хәл итеү юлдары еткерелде.
Ни тиһәк тә, реставрация - заман талабы. Махсус белемле кешеләрҙең фекере ошолай. Борсолорға урын юҡ, эш федераль закон нигеҙендә алып барыласаҡ”
, - тип иҫәпләй тележурналист.💯8👍7❤5
"ТӨНЬЯҠ АМУРҘАРЫ" - ОПЕРАЛА!
📌21 ноябрҙә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Илмар Әлмөхәмәтов либреттоһына композитор Шәүрә Сәғитова ижад иткән «Төньяҡ амурҙары» операһы күрһәтелә.
Опера 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәй империяһы армияһы составында данлы яугир юлы үткән бер башҡорт ир-егетенең тормошон бәйән итә. Батыр дәүһшәтле яу һынауҙарын үтеп, тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайта.
🔥Был - бөйөк тарихи ваҡиғаға ҙур өлөш индергән башҡорт яугирҙарына хөрмәт сағылдырған заманса милли опера буласаҡ, тип көтөлә.
Опера композиторы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостан композиторҙар союзы ағзаһы Шәүрә Сәғитова.

👍9🔥5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән һылыуы Эльвира Муллағолова😍
📌Тағы ниндәй башҡорт ырыуы вәкилдәре бар бында? Әйҙәгеҙ, комментарийҙарҙа яҙығыҙ!

👍11❤8
НИ ӨСӨН ҠАРАҒАЙКҮЛ “ВОРОЖЕИЧ” БУЛЫП КИТКӘН?
💌
✅Күлдең урыҫса атамаһы унан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан Вознесенка ауылында (уның да боронғо башҡортса атамаһы бар - Кинйәкәй) йәшәгән славян кешеләренә бәйле барлыҡҡа килгәндер, тип фаразларға була.
✅Әйткәндәй, тап ошо ауылдағы сиркәүҙең бер ҡыңғырауын күл төбөнә батырғандар, тигән риүәйәт тә һөйләйҙәр.
✅Ҡарағайкүл һәм уның тирә-яғында бик һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫә, улар араһында Маршалл зәңгәре, альп йондоҙ сәскәһе, төрлө томбойоҡтар бар.
📍Төркөмдәштәр, әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булығыҙ! Үҙегеҙҙең төбәктәге ер-һыу атамалары тураһында беҙгә шулай ҡош телендәй генә хәбәр ебәрегеҙ, матур фотоларын да өҫтәргә онотмағыҙ!😉
💌
“Һаумыһығыҙ. Учалы районындағы Ҡарағай күлен (Ҡарағайкүл) бөгөнгө көндә йыш ҡына Ворожеич тип йөрөтәләр. Урындағы халыҡ башҡортса атамаһы менән йөрөтһә лә, ситтән килгән туристар, ял итеүселәр урыҫса исеме аша белә”, -
тип яҙған беҙгә Азат Ғайсин.✅Күлдең урыҫса атамаһы унан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан Вознесенка ауылында (уның да боронғо башҡортса атамаһы бар - Кинйәкәй) йәшәгән славян кешеләренә бәйле барлыҡҡа килгәндер, тип фаразларға була.

❤11