Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🥰5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🦢БӨРЙӘНДӘ АҠҠОШТАР ТУБЫН КҮРГӘНДӘР🦢
📌Бөрйән районының ҡурсаулыҡ биләмәһендә урынлашҡан Ырғыҙлы ауылы өҫтөнән аҡҡоштар осоп үткән.
Быны Динар Зарипов видеоға төшөрөп алған.

"Ҡар һәм һыуыҡтар ҡоштарҙы республикабыҙҙы ташлап китергә ашыҡтыра. Әммә шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: бөтә аҡҡоштар ҙа көҙгөһөн йылы яҡҡа осмай. Күбеһе һыу ятҡылыҡтарының туңмаған урындарында ҡышларға ҡала",
- тип аңлатып яҙғандар "Башҡортостан" милли паркының телеграм-каналында.👍10
БЕЙЕҮСЕ ЙЫР КОНКУРСЫНДА ЕҢГӘН 🤩
📌Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Оҙон көй» Х төбәк-ара конкурсында Гран-приҙы бейеүсе, Фәйзи Ғәскәров ансамбле солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәбир Аралбаев яуланы.
📌Конкурстың 1-се дәрәжә лауреаты исеменә Мәсетле районынан Фирҙәүес Мөхәмәтова, Ейәнсура районынан Әлфиә Мырҙабаева, Баймаҡ районынан Фәттәх Аралбаев лайыҡ булды.
✅Был конкурс быуындар бәйләнешен сағылдырҙы: Туймазы районынан булған ике ҡатнашыусы - 8 йәшлек Айдан Хәйҙәров менән 80 йәшлек Мөҙәрис Мөхтәсипов халыҡ көйҙәренә булған һөйөүҙең сикһеҙлеген раҫланы.
✅Конкурста Башҡортостандың 22 районынан һәм Татарстандан, Силәбе өлкәһе, Ямал-ненец автономиялы округы, Мәскәү ҡалаһынан барлығы 71 кеше ҡатнашты.
- тип мөрәжәғәт итте ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Видео: "Йырым булһын бүләгем" төркөмөнән.

"1996 йылдың аҙағында был конкурсты ойоштороу тураһында аҡыллы ҡарар ҡабул ителгән, һәм бөгөн ошо башланғыс менән сыҡҡан Саха Хисмәтуллиндың исеме хөрмәт менән хәтерҙәрҙә һаҡланыуын күреү ҡыуаныслы: конкурс уның исемен йөрөтә. Конкурстың барлыҡ ҡатнашыусыларына ла рәхмәт, һеҙҙең булышлыҡ менән бөгөн юбилейлы сара бик юғары кимәлдә үтте. Хөрмәтле баһалама ағзаларына рәхмәтемде белдерәм - иң яҡшыларҙы һайлауы еңел түгел, сөнки һәр ҡатнашыусыны күтәрмәләге килә. Ә был сәхнәгә күтәрелгән һәм илебеҙ мираҫын һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән һәр кемде еңеүсе тип атарға мөмкин",
- тип мөрәжәғәт итте ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Видео: "Йырым булһын бүләгем" төркөмөнән.
👍3❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Билдәле йәш йырсы Арслан Тимеров башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Оҙон көй" төбәк-ара конкурсының 2-се дәрәжә лауреаты тип табылған.
Афарин! 👏👏👏
Видео: йырсының сәхифәһенән.
Афарин! 👏👏👏
Видео: йырсының сәхифәһенән.
👍15🔥8
📌ЮНЕСКО-ның "ЯНҒАНТАУ" ГЕОПАРКЫНДА ЯҢЫ АРХЕОЛОГИК ҠОМАРТҠЫ ТАБЫЛҒАН
🗿"Янғантау" геопаркы биләмәһенә ингән Салауат районы Лағыр ауылы эргәһендә үткәрелгән археологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә яңы ҡомартҡылар табылған.
🗿Тикшеренеүҙе геопарк хеҙмәткәре Айнур Ситдиҡов үткәргән. Ул Лағыр ауылы тапҡырынан Әй йылғаһының һул яҡ яры буйлап Ҡарайылға шишмәһе тамағына тиклем биләмәне өйрәнгән. Маршруттың дөйөм оҙонлоғо 15 км тәшкил иткән.
🗿Һөҙөмтәлә, яңы археологик ҡомартҡы - Лағыр-2 боронғо кешеләр йәшәгән урын асыҡланған. Был урында әүәләп яһалған керамика ярсыҡтары, хайуандар һөйәктәре һәм тимер әйбер табылған.
- ти Айнур Ринат улы.
🗿Лағыр-2 - боронғо ултырағында кешеләр беҙҙең көндәргә тиклем 2 мең йыл элек йәшәгән булған. Ҡомартҡылар иртә тимер быуат осорона ҡарай.
- ти Айнур Ситдиҡов.
🗿ЮНЕСКО-ның "Янғантау" геопаркы тулы ҡанлы хеҙмәт өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бирҙе, ул яйлап яҡшы сифатлы археологик тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнерлек ойошмаға әүерелә бара, тип билдәләне археолог.
🗿Шулай уҡ "Боронғо Өфө" Музей-ҡурсаулығынын археология бүлеге хеҙмәткәрҙәренә һәм Лағыр ауылынан крайҙы өйрәнеүсе А. Р. Шәриповҡа рәхмәтен белдерҙе.
📍 Әйткәндәй, Салауат районы биләмәһендә табылған археологик ҡомартҡылар һаны хәҙер яҡынса 45-кә еткән. Ә Лағыр ауылы эргәһендә тағы ла VII быуатҡа ҡараған Лағыр-1 ҡурғаны бар.
📍"Янғантау" геопаркы донъяның башҡа 15 яңы биләмәһе менән бергә 2020 йылдың 7 июлендә ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары исемлегенә инде. Был Рәсәйҙә халыҡ-ара кимәлдә танылған беренсе геопарк.

"Бында киң һыубаҫар туғай, һаҙлыҡлы ер, шуға быға тиклем ентекле ҡаҙыныу эштәре үткәрелмәгән. Ошоға бәйле лә, беренсе "асыҡ бит"те үҙемдең тыуған ауылымдың тирә-яғын тикшереүгә бағышлағым килгәндән дә, тап был урынды тикшерергә булдым",
- ти Айнур Ринат улы.
🗿Лағыр-2 - боронғо ултырағында кешеләр беҙҙең көндәргә тиклем 2 мең йыл элек йәшәгән булған. Ҡомартҡылар иртә тимер быуат осорона ҡарай.
"Табылған әйберҙәргә ҡарап, бында йәшәгән боронғо кешеләр мал-тыуар көткәнлеген, тимерселек эше үҫешкән булыуын фаразларға була. Киләсәктә тулы масштаблы ҡаҙыныуҙар эше барышында ентекле мәғлүмәт алынасаҡ",
- ти Айнур Ситдиҡов.
🗿ЮНЕСКО-ның "Янғантау" геопаркы тулы ҡанлы хеҙмәт өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бирҙе, ул яйлап яҡшы сифатлы археологик тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнерлек ойошмаға әүерелә бара, тип билдәләне археолог.
🗿Шулай уҡ "Боронғо Өфө" Музей-ҡурсаулығынын археология бүлеге хеҙмәткәрҙәренә һәм Лағыр ауылынан крайҙы өйрәнеүсе А. Р. Шәриповҡа рәхмәтен белдерҙе.
📍 Әйткәндәй, Салауат районы биләмәһендә табылған археологик ҡомартҡылар һаны хәҙер яҡынса 45-кә еткән. Ә Лағыр ауылы эргәһендә тағы ла VII быуатҡа ҡараған Лағыр-1 ҡурғаны бар.
📍"Янғантау" геопаркы донъяның башҡа 15 яңы биләмәһе менән бергә 2020 йылдың 7 июлендә ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары исемлегенә инде. Был Рәсәйҙә халыҡ-ара кимәлдә танылған беренсе геопарк.
🔥8❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡтар менән тыуһын яңы көн! 🌞
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🥰11👍2
📍Яугирҙарға 60 кг аҡ май әҙерләгәндәр
☘️Башҡортостандың Баймаҡ районы Урғаҙа ауылынан ирле-ҡатынлы Ишҡоловтар махсус хәрби операция яугирҙарына тип 60 кг аҡ май әҙерләгәндәр. Шулай уҡ эре малдың итен дә ебәргәндәр.
☘️МХО-ла ҡатнашҡан яҡташтарына был гуманитар ярҙамды әҙерләшеүҙә ауылдаштары, ауыл советындағы мәсет һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ихлас ярҙам иткән.
📍Бына шундай асыҡ күңелле, кеше йәнле яҡташтарыбыҙҙың булыуы - үҙе бер ғорурлыҡ, афариндар!

👍16🔥1