Башҡорт донъяһы
697 subscribers
2.1K photos
1.21K videos
1 file
192 links
加入频道
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Форумда - башҡорт колориты

"Рәсәй - спорт державаһы" XII Халыҡ-ара форумы сиктәрендә Көрәш һарайы алдында ойошторолған күргәҙмәлә ниҙәр бар?

Форумдың рәсми төркөмөндә бына шундай видеояҙма менән бүлешкәндәр.
6👍1
БАШҠОРТСАҺЫН БЕЛ!

Хозур тәбиғәтле республикабыҙ буйлап сәйәхәт итергә яратыусылар һаны йылдан-йыл арта. Әммә бының менән бергә Башҡортостан һәм күрше-тирәләге билдәле урындарҙың тәүге атамалары – башҡортса яңғырашлылары һирәгерәк ҡулланыла башланы.

📍Бына, мәҫәлән, Силәбе өлкәһендәге “Тағанай” милли паркы территорияһына ингән “Ицыл” тигән һыртты ғына алайыҡ. Уның атамаһы “вечный ветер” тигәнде аңлата, тип яҙалар. Тимәк, башҡортса атамаһы “Елсел” булыуы хаҡында фаразларға мөмкин.

Бына шулай төп варианттары һирәк ҡулланылып, онотола барған ер-һыу атамаларын берәмләп барларға ниәт иттек әле.
Тәүҙә, әлбиттә, киң билдәле урындарҙан башлайбыҙ эште.

💥Дуҫтар, һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ!

Үҙегеҙҙең төбәктә булған һәм онотола барған ер-һыу атамаларының русса-башҡортсаһын яҙып, матур фотоһүрәтен беркетеп, беҙҙең төркөмгә шәхси хәбәр яҙып ебәрегеҙ.
7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Булыр баланың ҡылығы яҡшы булыр", тигән боронғолар.

Билдәле йырсы Дамир Тайыповтың улы Баязит ҡурай тураһында күп белә.

"Минең кумирым Баязитҡа Илнур Хәйруллин ҡурай бүләк итте", - тип яҙған сәхифәһендә һәм ошо видео менән бүлешкән билдәле режиссер Зөһрә Бураҡаева.
👏8
МАТУР ЯЛДАР!🪄
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
8🥰2
БАРЫП КҮР!

📌Бөгөн, 19 октябрҙә, “Рәсәй – спорт державаһы” форумының күргәҙмәһен теләгән һәр кем барып ҡарай ала.

🔥“Заманса спорт. Инновациялар һәм перспективалар” күргәҙмәһе асыҡ ишектәр көнө иғлан итә!

Бында Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн:
падел уйыны,
өҫтәл хоккейы буйынса турнир
“Хоккей дриблингы” интерактивы
“Snow алыш” квизы
Һарытау спортына бағышланған викторина
“Светофон” тренировка-диагностика системаһын күрһәтеү
һәм башҡа әүҙемлектәр ҡаралған.

📍Күргәҙмә төшкө сәғәт 2-нән киске 7-гә тиклем асыҡ була.
🔥6
📌"Инйәр тештәре" түгел, ИРӘКТАШ!

Башҡортостанда туристарҙы, айырыуса ҡаяларға үрләргә яратыусыларҙы, үҙенә ылыҡтырған урындарҙың береһе - Инзерские зубчатки, йәғни Ирәкташ.

📍Башҡортсаға ҡайһы берҙәр был топонимды яңылыш "Инйәр тештәре" тип тә тәржемә итеп ҡуйғанын күргәнебеҙ бар.
Дөрөҫө - Ирәкташ була.

💥Дуҫтар, һеҙ ҙә башҡортса ер-һыу атамаларын барларға ярҙам итә алаһығыҙ!

Үҙегеҙҙең төбәктә булған һәм онотола барған ер-һыу атамаларының русса-башҡортсаһын яҙып, матур фотоһүрәтен беркетеп, беҙҙең төркөмгә шәхси хәбәр яҙып ебәрегеҙ.
👍8❤‍🔥4🔥4
Ҡотлайбыҙ!🌸
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм бик күп башҡа мәртәбәле наградаларға лайыҡ булған арҙаҡлы шәхесебеҙ Мостафа Сафа улы КӘРИМОВтың тыуыуына 105 йыл.

🎥Ошо уңайҙан шағир менән "Говорят что..." тигән элекке бер тапшырыуҙы ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

📍Тапшырыу рус телендә һәм бик күптән төшөрөлгән. Әммә Мостай Кәримдең ул саҡта әйткән фекерҙәре бөгөн дә көнүҙәк яңғырай...

Шағир яуаплылыҡ тойғоһо, ғаилә мөнәсәбәттәре, ижад, башҡорт әҙәбиәтенең киләсәге тураһында һөйләй. Кем теләй, шул китап баҫтырып сығара алыуы хаҡында ла үҙ фекерен белдерә.

Тапшырыуҙы "Мостай фонды"ның "RuTube" сығанағынан алдыҡ.
🔥8👏1
БЕР ҮҘЕНӘ 3 ИСЕМ!

📌Башҡортостандағы иң тәрән күл - Яҡтыкүл.

Уның тағы ла Мауыҙҙы тигән икенсе атамаһы ла бар.

Әммә күптәр Банное тип кенә йөрөтөргә күнегеп бара.

Әбйәлил районындағы был күлдең эргәһендә шифаханалар, тау саңғыһы курорты бар.
Унда йыл әйләнәһенә ял итергә һәм һаулығыңды нығытырға мөмкин.

Ә һеҙҙең яҡта ниндәй матур урындар бар һәм уларҙың башҡортса-русса атамалары нисек яңғырай?
Ҡыҫҡа мәғлүмәт + фотоһүрәт ҡуйып, төркөмгә шәхси хәбәр яҙ!
🔥5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Билдәле йырсы Дамир Тайыповтан атай тәрбиәһенә бер күркәм өлгө булырҙай мөһим һөйләшеү.
🥰93
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән ҡыҙҙары 😍

Видео: Регина Агилова.
👍101
Күк йөҙө аяҙ булһын! 💙

Фотола: Белорет районы.
8
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🌏Был мәлдә донъяла:

📌Күптән түгел We, Robot презентацияһы барышында Tesla компанияһы Optimus кешегә оҡшаш роботтың яңыртылған төрөн күрһәткән.

Был робот ҙур производствола ла, өйҙә лә шәп ярҙамсы буласаҡ: ул балалар тураһында хәстәрлек күреү, йорт эштәрен башҡарыу, баҡсала эшләү, эттәрҙе урамда йөрөтөп килеү кеүек эштәргә программалана.

💰Хаҡы күпме һуң?

Илон Маск Optimus күпләп 2026 йылда сығарыла башлаясаҡ һәм уның хаҡы яҡынса 20-30 мең доллар (≈2-3 млн һум) торасаҡ, тип белдерҙе .

📍Төп билдәләре:
Ауырлығы: 57 кг;
Тиҙлеге: иң шәбе сәғәтенә 8 км;
Хәрәкәттәре: сүкәйеп ултыра һәм бер аяҡта баҫып тора ала;
Ҡулдары: нескә әйберҙәрҙе ватмай тота ала.

📍Ҡулланылышы:
Йорт эштәрендә ярҙамсы итеп ҡулланыуҙан тыш, был робот етештереүҙә һәм фабрикаларҙа ла файҙалы буласаҡ. Tesla үҙҙәренең фабрикаһында хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшөн ошо роботҡа алмаштырыу ихтималлығын йәшермәй. Бынан тыш, Optimus такси ҙа йөрөтә аласаҡ,был пилотһыҙ автомобилдең руле артында бөтөнләй береһе лә булмаған осраҡҡа ҡарағанда ышаныслыраҡ тойоласаҡ, тип иҫәпләнә икән.

Картуф баҡсаһына ошондай роботты сығарып ебәреп, ҡул ҡаушырып ултырырға теләр инегеҙме? 😉
🥰4👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥Уйғыр телендә бик мәғәнәле йыр тыңлап алырға тәҡдим иткән үҙ сәхифәһендә шағирә Гөлнара Хәлфетдинова.

Йыр һүҙҙәре тәржемәһеҙ ҙә аңлашылып тора, шулай бит?

📍"Мәйел" тигән һүҙҙе телмәрегеҙҙә ҡулланаһығыҙмы?
🔥5
📌Баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына ял минуттарын планлаштырырға ярҙам итеү маҡсатында мәҙәни саралар теҙмәһен тәҡдим итергә булдыҡ.

💥Аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла ғаилә ағзалары менән ваҡытығыҙҙы күңелле үткәрегеҙ, йәки дуҫ-иштәр, таныштар менән берәй башҡорт сараһында осрашығыҙ!
👍7🔥1