Башҡорт донъяһы
697 subscribers
2.1K photos
1.22K videos
1 file
192 links
加入频道
ПОЕЗД МЕНӘН ЙӨРӨЙҺӨГӨҘМӨ?

🚊Бынан бер 12-13 йыл элек поездан да уңайлы юл транспорты булмай торғайны, айырыуса Урал аръяғы райондары өсөн, шулай бит?

Оҙайлы ялдарға ғәм халыҡ Өфөнән ҡайтырға сығыр ине төнгө юлға, кире таңғы 5-тәр тирәһендә вокзалға килеп төшөр булды.

Ул ваҡытта тимер юл вокзалының әлеңге кеүек заманса уңайлыҡтары ла юҡ ине: трамвайға ултырып китеү өсөн генә лә текә баҫҡыс буйлап ауыр сумкаларҙы күтәреп менергә, беренсе трамвай ҡуҙғалғанын хәтһеҙ оҙаҡ тышта көтөп торорға тура килә ине. Эскалатор, йә даими йөрөп торған автобус, таксиҙар ҡайҙа ти ул...

Яңы йылға ҡарай хатта бер купела һигеҙ кеше ултырып йөрөгән саҡтар ҙа хәтерҙә әле. 😁

Хәҙер йәнең теләгән транспорт бар, республиканың һәр район-ҡалаһына "һә" тигәнсә барып етергә мөмкин. Һуңғы йылдарҙа автобустар ҙа яңыртыла, шәхси таксиҙар ҙа көн дә йөрөп тора, хатта поездың бер аҙ кәрәге лә бөтөңкөрәгән һымаҡ тойолғайны.

📍Әммә улай түгел икән, халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп, тиҙҙән Өфө - Туймазы ҡала яны поезын сафҡа индерергә ниәтләйҙәр.
📍Шулай уҡ әле эшләгән Өфө - Белорет электричкаһын 2026 йылда Магнитогорск ҡалаһына тиклем, ә һуңынан Сибайға ла йөрөтөргә иҫәпләйҙәр.

📍Ә бына яҡын арала, 15 декабрҙән, Өфө - Мәскәү - Өфө (№49/50) пассажирҙар поезы йөрөй башлай.

Ул яңы, заманса вагондарҙан торасаҡ һәм бер тәүлек эсендә илдең баш ҡалаһына барып етергә мөмкин буласаҡ.
Яңы поездың маршруты элеккеһенән саҡ ҡына айырыласаҡ, Ульяновск һәм Рязань кеүек ҡалаларға ла барасаҡ, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

🚊Бына шулай, поезд осоро үтмәгән әле, халыҡ оҙайлы юлға сыҡҡанда һаман да был транспорт төрөнә өҫтөнлөк бирә.

🚈🏔Заманса йыһазландырылған, барлыҡ уңайлыҡтары булған вагондарҙан торған поезда ял итеп, илебеҙ киңлегенә тәҙрәнән ҡарап, һоҡланып барыу үҙе бер ғүмер түгелме ни?

ҺЕҘҘЕҢ ПОЕЗДА ЙӨРӨҮГӘ БӘЙЛЕ НИНДӘЙ ХӘТИРӘЛӘРЕГЕҘ БАР?

ӘЛЕ ЛӘ ПОЕЗДА ЙЫШ ЙӨРӨЙҺӨГӨҘМӨ?
👍9
РУДЕНКО: Башҡорттар йәйләүгә күсенгәндә🌿

📌Башҡорттарҙың бер йәйләүҙән икенсеһенә нисек күсеүенеүенә ҡарап, боронғо ғәҙәттәрен күрергә була.

Барлыҡ мал-монаятын тейәгәс, затына, йәшенә ҡарамаҫтан, барыһы ла атҡа һыбай менә.

Йәш балалары булған ҡатын-ҡыҙ уларҙы еләндәре эсенә күкрәктәренә һалып, билбау менән бәйләп ҡуялар.

Бынан тыш, улар үҙҙәренең артына махсус тар һәм оҙон яҫтыҡ һалып, аттың осаһына бер йәштән өс йәшкә тиклемге бер йәки ике баланы ултырта.

Балалар үҙҙәре генә ултыра алмағанлыҡтан, уларҙы билбау менән әсәләренә бәйләйҙәр. Иң артта ултырған бала – алдағыһына, алда ултырғаны әсәһенә бәйләнгән билбауға тотона.

Әгәр ғаиләлә балалар күп икән, күсенгәндә уларға ғаилә башлығы йәки ғаиләләге өлкән бала ла ярҙам итә.

📍В. М. Черемшанский һүҙҙәренсә, ҡайһы берҙә әсәләр балаларҙы эйәрҙең алғы ҡашына нығытылған махсус урындыҡтарға ултырта. Эйәргә һайғауҙар нығытыла йәки бау бәйләнә һәм балалар шуна тотоноп ултыра.

📍Йәйләүҙән күскәндә башта аттарҙы, улар артынан һарыҡтарҙы һәм эре малды ҡыуалар. Иң аҙаҡтан монаятын тейәп кешеләр күсенә.
#башҡорттар
6❤‍🔥2🔥1
Шиғриәт һөйөүселәр ҡолағына
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥7
ИСЕМЕНДӘ - МӘҒӘНӘ

📌Өфө – Магнитогорск Р-316 автомобиль юлының бер урынын “Тещин язык” тип йөрөтәләр.

Был урында юл ҡапыл түбән төшә (Өфөгә килгәндә), 180 градусҡа яҡын боролош яһай. Урыҫтар “Тещин язык до добра не доведет”, тигәнгә, ошо урынды шулай тигәндәр, йәнәһе.

📍Ә башҡортса атамаһы “Елмерҙәк” була. Юл нәҡ ошо атамалы һырт аша үтә.

Шундай матур үҙ атамаһы була тороп, "Ҡәйнә теле" тип әйтә күрмәгеҙ!

Ҡәйнәләрегеҙҙең күңеле кителер.😉😁
👍3🥰2💯1
Яхъя ауылы күренештәре. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районына ҡарай.

Был төҫлө фотоларҙы 1910 йылда С. М. Прокудин-Горский төшөргән.

Яхъя ауылын күргән-белгән төркөмдәштәр бармы?

Сағыштырыу өсөн фотолар менән бүлешегеҙ!
👍7
Хәйерле иртә! 🌞

Һүрәт өсөн Башҡорт телендә открыткаларға рәхмәт😊
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
5👍2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔥Йәш йырсы Скани (Искәндәр) башҡарыуында "Умырзая" йыры. Оҡшаймы?
👍15🔥6🙏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БӨРКӨТ

Тыуған яғым – мәғрүр тауҙар,
Таш ҡалҡандар төбәге.
Сал тауҙарҙың иңрәүенән
Ай, өҙөлә үҙәгем.
Бөтөрҙөкмө бөркөттәрҙе? –
Шуға ҡайнай һарыуым.
Уҡты күктәргә күтәргән
Ҡайҙа бөркөт ҡаурыйы?
Ҡайҙа ҡыйыу бөркөтсөләр
Бүрегә һунар ҡорған?
Нимә уйлап, кемдең ҡулы
Бөркөттөң йәнен ҡыйған?
Тауҙарымдың йәме ине
Саңҡ-саңҡ иткән бөркөтө.
Бөркөт түгел, рухыбыҙҙы
Ебәрҙекме өркөтөп?
Оран сөйөр ғорур ҡошто
Һаҡлай алманыҡ ниңә?
...Бөркөт саңҡыуын һағынып,
Сал Урал тауы иңрәй...

Фәнүзә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА-НӘБИУЛЛИНА.
🔥10
"Толпар аҡбуҙ ат – пар ҡанатлы ат,
Осоп кил яныма, баҫ hин ҡаршыма.
Мине алып бар Ҡафтау артына,
Алтын hарайҙағы Һылыу янына"


Аҡбуҙатлы булығыҙ!
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
11🔥1
🗻СИНИЕ СКАЛЫ - ҠОЛСОҒАҘЫТАШ

Бына ниндәй матур атамалы ҡая ташы бар Белорет районында.

📍Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән ҡаяташ ҡояш ҡалҡҡан мәлдә үҙенсәлекле күгелйем төҫкә мансыла.

Бына шуға ла уны урыҫсалап "Синие скалы" тип атағандар.

Әммә уның атамаһы ҡая эргәһендә ағып ятҡан йылғанан алынған.

📌Башҡортса Википедияла "Ҡолсоғаҙы" атамаһы тураһында бына шундай аңлатма бирелә:

Ҡолсоғаҙы һүҙе тураһында, имеш, башҡортсанан спящая красавица (йоҡоло һылыуҡай) тип тәржемә ителә, тигән матур легенда уйлап сығарғандар, ул яҙманан-яҙмаға күсеп йөрөй, мәгәр был ысынбарлыҡтан бик алыҫ икәне күренеп тора.

Ғаҙы һүҙе - боронғо башҡорт телендә йылға тигәнде аңлатҡан. Тәүге өлөшө ҡолсо һүҙенән дә, ҡулса һүҙенән дә булыуы ихтимал".
5
Ҡолсоғаҙыташҡа менһәң, тирә-яҡҡа бына шундай иҫ киткес хозур күренеш асыла.

📸Иғтибарығыҙға Әлиә Дашкинаның фотоларын тәҡдим итәбеҙ.
❤‍🔥10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥🔥🔥

Илгиз Муллағәләмов видеоһы.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍41
Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы!

Фәрзәнә Утарбаева «Нигеҙ» фильмы менән Силәбелә үткән «Эфир74» Бөтә Рәсәй кеше һәм тәбиғәт хаҡындағы фильмдар фестивалендә ҡатнашҡан.

Ярышҡа бөтәһе 83 илдән 1200-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Уларҙың 25-е шорт-листҡа үткән.

🔥Башҡорт режиссеры Фәрзәнә Утарбаеваның эше «Ҡыҫҡа метражлы фильм» номинацияһында еңеүсе тип табылған.

Видео: Ф. Утарбаева. Фильм буйынса эш барышынан күренештәр.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥10👏2❤‍🔥1👍1