Башҡорт донъяһы
697 subscribers
2.1K photos
1.22K videos
1 file
192 links
加入频道
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ҠУРАЙ - ЕҢЕҮГӘ ДӘРТЛӘНДЕРӘ!

13 йәшлек слаломсы Полина Симонова йәрәхәтләнеүе сәбәпле “Ҡурай иле” халыҡ-ара ярыштарында ҡатнаша алмаған, әммә ҡурай моңо ярҙамында спортсыларҙы дәртләндерергә килгән. 🔥

📍Ҡыҙ борон яугирҙар бер-береһен еңеүгә рухландырып башҡарған “Аллаяр батыр” башҡорт халыҡ көйөн уйнай.

“Ишеү слаломы менән - 8 йыл шөғөлләнәм, ә ҡурайҙа уйнарға 7-се йыл өйрәнәм. В. Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыйым”, - ти Полина.

📍Ишеү слаломы буйынса ярыштар “Рәсәй – спорт державаһы” форумы сиктәрендә старт алды. Форумда донъяның 100 иленән бөтәһе 5 мең делегат ҡатнаша.
👍7❤‍🔥6😍4🤗1
📌Өлгөрөп ҡал!

Көҙгө кистәрҙе йәмләп, Өфөлә Ағиҙел яры буйынса яңы асылған колоннадала 20 октябргә тиклем яҡтылыҡ-музыка тамашаһы күрһәтелә.🍂🍁

💡Ул киске сәғәт 8-ҙә башланып, 7 минут дауам итәсәк.
❤‍🔥6😍4
Учалылар бармы бында?

Үҙегеҙ йәшәгән төбәктең хозурлығын беләһегеҙме?😍

🍁Ҡалҡан тауынан асылған күренеш.
🍁Аҡбура тауы.
🍁Ҡалҡан күле буйындағы тирмән.

Фотоһүрәтәр "Уралдың матур урындары" төркөмөнән алынды.
🔥92
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы Әбдрәш ауылынан булған Тимур Лоҡманов "Рәсәй - спорт державаһы" форумы сиктәрендә МХО ветерандары өсөн ойошторолған "Беҙҙең заман геройы" төбәк-ара ярышында ҡатнаша.

Тимур Лоҡмановҡа 19 йәш, ул Батырлыҡ ордены кавалеры.
6👏4👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌸Көнөгөҙ уңышлы үтһен, ҡәҙерле дуҫтар!🌸

Автор: Башҡорт телендә открыткалар.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
6🙏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Форумда - башҡорт колориты

"Рәсәй - спорт державаһы" XII Халыҡ-ара форумы сиктәрендә Көрәш һарайы алдында ойошторолған күргәҙмәлә ниҙәр бар?

Форумдың рәсми төркөмөндә бына шундай видеояҙма менән бүлешкәндәр.
6👍1
БАШҠОРТСАҺЫН БЕЛ!

Хозур тәбиғәтле республикабыҙ буйлап сәйәхәт итергә яратыусылар һаны йылдан-йыл арта. Әммә бының менән бергә Башҡортостан һәм күрше-тирәләге билдәле урындарҙың тәүге атамалары – башҡортса яңғырашлылары һирәгерәк ҡулланыла башланы.

📍Бына, мәҫәлән, Силәбе өлкәһендәге “Тағанай” милли паркы территорияһына ингән “Ицыл” тигән һыртты ғына алайыҡ. Уның атамаһы “вечный ветер” тигәнде аңлата, тип яҙалар. Тимәк, башҡортса атамаһы “Елсел” булыуы хаҡында фаразларға мөмкин.

Бына шулай төп варианттары һирәк ҡулланылып, онотола барған ер-һыу атамаларын берәмләп барларға ниәт иттек әле.
Тәүҙә, әлбиттә, киң билдәле урындарҙан башлайбыҙ эште.

💥Дуҫтар, һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ!

Үҙегеҙҙең төбәктә булған һәм онотола барған ер-һыу атамаларының русса-башҡортсаһын яҙып, матур фотоһүрәтен беркетеп, беҙҙең төркөмгә шәхси хәбәр яҙып ебәрегеҙ.
7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Булыр баланың ҡылығы яҡшы булыр", тигән боронғолар.

Билдәле йырсы Дамир Тайыповтың улы Баязит ҡурай тураһында күп белә.

"Минең кумирым Баязитҡа Илнур Хәйруллин ҡурай бүләк итте", - тип яҙған сәхифәһендә һәм ошо видео менән бүлешкән билдәле режиссер Зөһрә Бураҡаева.
👏8
МАТУР ЯЛДАР!🪄
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
8🥰2
БАРЫП КҮР!

📌Бөгөн, 19 октябрҙә, “Рәсәй – спорт державаһы” форумының күргәҙмәһен теләгән һәр кем барып ҡарай ала.

🔥“Заманса спорт. Инновациялар һәм перспективалар” күргәҙмәһе асыҡ ишектәр көнө иғлан итә!

Бында Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн:
падел уйыны,
өҫтәл хоккейы буйынса турнир
“Хоккей дриблингы” интерактивы
“Snow алыш” квизы
Һарытау спортына бағышланған викторина
“Светофон” тренировка-диагностика системаһын күрһәтеү
һәм башҡа әүҙемлектәр ҡаралған.

📍Күргәҙмә төшкө сәғәт 2-нән киске 7-гә тиклем асыҡ була.
🔥6
📌"Инйәр тештәре" түгел, ИРӘКТАШ!

Башҡортостанда туристарҙы, айырыуса ҡаяларға үрләргә яратыусыларҙы, үҙенә ылыҡтырған урындарҙың береһе - Инзерские зубчатки, йәғни Ирәкташ.

📍Башҡортсаға ҡайһы берҙәр был топонимды яңылыш "Инйәр тештәре" тип тә тәржемә итеп ҡуйғанын күргәнебеҙ бар.
Дөрөҫө - Ирәкташ була.

💥Дуҫтар, һеҙ ҙә башҡортса ер-һыу атамаларын барларға ярҙам итә алаһығыҙ!

Үҙегеҙҙең төбәктә булған һәм онотола барған ер-һыу атамаларының русса-башҡортсаһын яҙып, матур фотоһүрәтен беркетеп, беҙҙең төркөмгә шәхси хәбәр яҙып ебәрегеҙ.
👍8❤‍🔥4🔥4
Ҡотлайбыҙ!🌸
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һәм бик күп башҡа мәртәбәле наградаларға лайыҡ булған арҙаҡлы шәхесебеҙ Мостафа Сафа улы КӘРИМОВтың тыуыуына 105 йыл.

🎥Ошо уңайҙан шағир менән "Говорят что..." тигән элекке бер тапшырыуҙы ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

📍Тапшырыу рус телендә һәм бик күптән төшөрөлгән. Әммә Мостай Кәримдең ул саҡта әйткән фекерҙәре бөгөн дә көнүҙәк яңғырай...

Шағир яуаплылыҡ тойғоһо, ғаилә мөнәсәбәттәре, ижад, башҡорт әҙәбиәтенең киләсәге тураһында һөйләй. Кем теләй, шул китап баҫтырып сығара алыуы хаҡында ла үҙ фекерен белдерә.

Тапшырыуҙы "Мостай фонды"ның "RuTube" сығанағынан алдыҡ.
🔥8👏1