БЕР ҮҘЕНӘ 3 ИСЕМ!
📌Башҡортостандағы иң тәрән күл - Яҡтыкүл.
✅Уның тағы ла Мауыҙҙы тигән икенсе атамаһы ла бар.
✅Әммә күптәр Банное тип кенә йөрөтөргә күнегеп бара.
Әбйәлил районындағы был күлдең эргәһендә шифаханалар, тау саңғыһы курорты бар.
Унда йыл әйләнәһенә ял итергә һәм һаулығыңды нығытырға мөмкин.
❓Ә һеҙҙең яҡта ниндәй матур урындар бар һәм уларҙың башҡортса-русса атамалары нисек яңғырай?
✅Ҡыҫҡа мәғлүмәт + фотоһүрәт ҡуйып, төркөмгә шәхси хәбәр яҙ!

🔥5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Билдәле йырсы Дамир Тайыповтан атай тәрбиәһенә бер күркәм өлгө булырҙай мөһим һөйләшеү.
🥰9❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән ҡыҙҙары 😍
Видео: Регина Агилова.
Видео: Регина Агилова.
👍10❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🌏Был мәлдә донъяла:
📌Күптән түгел We, Robot презентацияһы барышында Tesla компанияһы Optimus кешегә оҡшаш роботтың яңыртылған төрөн күрһәткән.
✅Был робот ҙур производствола ла, өйҙә лә шәп ярҙамсы буласаҡ: ул балалар тураһында хәстәрлек күреү, йорт эштәрен башҡарыу, баҡсала эшләү, эттәрҙе урамда йөрөтөп килеү кеүек эштәргә программалана.
💰Хаҡы күпме һуң?
✅Илон Маск Optimus күпләп 2026 йылда сығарыла башлаясаҡ һәм уның хаҡы яҡынса 20-30 мең доллар (≈2-3 млн һум) торасаҡ, тип белдерҙе .
📍Төп билдәләре:
✅Ауырлығы: 57 кг;
✅Тиҙлеге: иң шәбе сәғәтенә 8 км;
✅Хәрәкәттәре: сүкәйеп ултыра һәм бер аяҡта баҫып тора ала;
✅Ҡулдары: нескә әйберҙәрҙе ватмай тота ала.
📍Ҡулланылышы:
Йорт эштәрендә ярҙамсы итеп ҡулланыуҙан тыш, был робот етештереүҙә һәм фабрикаларҙа ла файҙалы буласаҡ. Tesla үҙҙәренең фабрикаһында хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшөн ошо роботҡа алмаштырыу ихтималлығын йәшермәй. Бынан тыш, Optimus такси ҙа йөрөтә аласаҡ,был пилотһыҙ автомобилдең руле артында бөтөнләй береһе лә булмаған осраҡҡа ҡарағанда ышаныслыраҡ тойоласаҡ, тип иҫәпләнә икән.
❓Картуф баҡсаһына ошондай роботты сығарып ебәреп, ҡул ҡаушырып ултырырға теләр инегеҙме? 😉

🥰4👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥Уйғыр телендә бик мәғәнәле йыр тыңлап алырға тәҡдим иткән үҙ сәхифәһендә шағирә Гөлнара Хәлфетдинова.
Йыр һүҙҙәре тәржемәһеҙ ҙә аңлашылып тора, шулай бит?
📍"Мәйел" тигән һүҙҙе телмәрегеҙҙә ҡулланаһығыҙмы?

📌Баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына ял минуттарын планлаштырырға ярҙам итеү маҡсатында мәҙәни саралар теҙмәһен тәҡдим итергә булдыҡ.
💥Аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла ғаилә ағзалары менән ваҡытығыҙҙы күңелле үткәрегеҙ, йәки дуҫ-иштәр, таныштар менән берәй башҡорт сараһында осрашығыҙ!

👍7🔥1
ПОЕЗД МЕНӘН ЙӨРӨЙҺӨГӨҘМӨ?
🚊Бынан бер 12-13 йыл элек поездан да уңайлы юл транспорты булмай торғайны, айырыуса Урал аръяғы райондары өсөн, шулай бит?
⏰Оҙайлы ялдарға ғәм халыҡ Өфөнән ҡайтырға сығыр ине төнгө юлға, кире таңғы 5-тәр тирәһендә вокзалға килеп төшөр булды.
Ул ваҡытта тимер юл вокзалының әлеңге кеүек заманса уңайлыҡтары ла юҡ ине: трамвайға ултырып китеү өсөн генә лә текә баҫҡыс буйлап ауыр сумкаларҙы күтәреп менергә, беренсе трамвай ҡуҙғалғанын хәтһеҙ оҙаҡ тышта көтөп торорға тура килә ине. Эскалатор, йә даими йөрөп торған автобус, таксиҙар ҡайҙа ти ул...
Яңы йылға ҡарай хатта бер купела һигеҙ кеше ултырып йөрөгән саҡтар ҙа хәтерҙә әле. 😁
Хәҙер йәнең теләгән транспорт бар, республиканың һәр район-ҡалаһына "һә" тигәнсә барып етергә мөмкин. ✅Һуңғы йылдарҙа автобустар ҙа яңыртыла, шәхси таксиҙар ҙа көн дә йөрөп тора, хатта поездың бер аҙ кәрәге лә бөтөңкөрәгән һымаҡ тойолғайны.
📍Әммә улай түгел икән, халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп, тиҙҙән Өфө - Туймазы ҡала яны поезын сафҡа индерергә ниәтләйҙәр.
📍Шулай уҡ әле эшләгән Өфө - Белорет электричкаһын 2026 йылда Магнитогорск ҡалаһына тиклем, ә һуңынан Сибайға ла йөрөтөргә иҫәпләйҙәр.
📍Ә бына яҡын арала, 15 декабрҙән, Өфө - Мәскәү - Өфө (№49/50) пассажирҙар поезы йөрөй башлай.
✅Ул яңы, заманса вагондарҙан торасаҡ һәм бер тәүлек эсендә илдең баш ҡалаһына барып етергә мөмкин буласаҡ.
✅Яңы поездың маршруты элеккеһенән саҡ ҡына айырыласаҡ, Ульяновск һәм Рязань кеүек ҡалаларға ла барасаҡ, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
🚊Бына шулай, поезд осоро үтмәгән әле, халыҡ оҙайлы юлға сыҡҡанда һаман да был транспорт төрөнә өҫтөнлөк бирә.
🚈🏔Заманса йыһазландырылған, барлыҡ уңайлыҡтары булған вагондарҙан торған поезда ял итеп, илебеҙ киңлегенә тәҙрәнән ҡарап, һоҡланып барыу үҙе бер ғүмер түгелме ни?
❓ҺЕҘҘЕҢ ПОЕЗДА ЙӨРӨҮГӘ БӘЙЛЕ НИНДӘЙ ХӘТИРӘЛӘРЕГЕҘ БАР?
❓ӘЛЕ ЛӘ ПОЕЗДА ЙЫШ ЙӨРӨЙҺӨГӨҘМӨ?

👍9
РУДЕНКО: Башҡорттар йәйләүгә күсенгәндә🌿
📌Башҡорттарҙың бер йәйләүҙән икенсеһенә нисек күсеүенеүенә ҡарап, боронғо ғәҙәттәрен күрергә була.
✅Барлыҡ мал-монаятын тейәгәс, затына, йәшенә ҡарамаҫтан, барыһы ла атҡа һыбай менә.
✅Йәш балалары булған ҡатын-ҡыҙ уларҙы еләндәре эсенә күкрәктәренә һалып, билбау менән бәйләп ҡуялар.
✅Бынан тыш, улар үҙҙәренең артына махсус тар һәм оҙон яҫтыҡ һалып, аттың осаһына бер йәштән өс йәшкә тиклемге бер йәки ике баланы ултырта.
✅Балалар үҙҙәре генә ултыра алмағанлыҡтан, уларҙы билбау менән әсәләренә бәйләйҙәр. Иң артта ултырған бала – алдағыһына, алда ултырғаны әсәһенә бәйләнгән билбауға тотона.
✅Әгәр ғаиләлә балалар күп икән, күсенгәндә уларға ғаилә башлығы йәки ғаиләләге өлкән бала ла ярҙам итә.
📍В. М. Черемшанский һүҙҙәренсә, ҡайһы берҙә әсәләр балаларҙы эйәрҙең алғы ҡашына нығытылған махсус урындыҡтарға ултырта. Эйәргә һайғауҙар нығытыла йәки бау бәйләнә һәм балалар шуна тотоноп ултыра.
📍Йәйләүҙән күскәндә башта аттарҙы, улар артынан һарыҡтарҙы һәм эре малды ҡыуалар. Иң аҙаҡтан монаятын тейәп кешеләр күсенә.
#башҡорттар

❤6❤🔥2🔥1
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥7
ИСЕМЕНДӘ - МӘҒӘНӘ
📌Өфө – Магнитогорск Р-316 автомобиль юлының бер урынын “Тещин язык” тип йөрөтәләр.
Был урында юл ҡапыл түбән төшә (Өфөгә килгәндә), 180 градусҡа яҡын боролош яһай. Урыҫтар “Тещин язык до добра не доведет”, тигәнгә, ошо урынды шулай тигәндәр, йәнәһе.
📍Ә башҡортса атамаһы “Елмерҙәк” була. Юл нәҡ ошо атамалы һырт аша үтә.
Шундай матур үҙ атамаһы була тороп, "Ҡәйнә теле" тип әйтә күрмәгеҙ!
Ҡәйнәләрегеҙҙең күңеле кителер.😉😁

👍3🥰2💯1
Яхъя ауылы күренештәре. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районына ҡарай.
Был төҫлө фотоларҙы 1910 йылда С. М. Прокудин-Горский төшөргән.
❓Яхъя ауылын күргән-белгән төркөмдәштәр бармы?
Сағыштырыу өсөн фотолар менән бүлешегеҙ!

👍7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔥Йәш йырсы Скани (Искәндәр) башҡарыуында "Умырзая" йыры. Оҡшаймы?
👍15🔥6🙏1