Башҡорт донъяһы
697 subscribers
2.09K photos
1.21K videos
1 file
191 links
加入频道
Донъя беренселегендә еңгән ҡыҙ🔥

📌Өфөнән Әлиә Мөхәмәтйәнова - самбо буйынса Донъя беренселегендә еңгән.

Ларнака ҡалаһында (Кипр) самбо көрәше буйынса Донъя беренселеге U20 тамамланды. Унда кадеттар (14-16 йәш), йәш егеттәр (16-18 йәш) һәм юниорҙар (18-20 йәш) араһында 55 ауырлыҡ категорияһында ярыштар уҙғарылған.

🏆50 кг-ға тиклемгеләр араһында яҡташыбыҙ Әлиә Мөхәмәтйәнова алтын миҙал яулаған.

Ҡыҙ БР Н.Гастелло исемендәге Спорт мәктәбендә шөғөлләнә.

Йәш спортсыны һәм уның тренерҙары Станислав Орлов, Елена Орлованы ҙур еңеү менән ҡотлайбыҙ!🌹

Фотолар: "Вестник Башкортостана" төркөмөнән.
👍5😍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күрмәй ҡалмағыҙ! 🔥

Башҡорт телендә иң популяр тапшырыу - "БИШБАРМАҠ-ШОУ"ға иртәгә көндөҙгө 4-тә киң билдәле "БҮРЕЛӘР" рок-төркөмө солисы Илшат Абдуллин ҡунаҡҡа килә.
😍4❤‍🔥3👏3🔥1
БАШҠОРТ ХОР МУЗЫКАҺЫ ТУПЛАНА

📍Башҡортостандың Т. Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы башҡорт хор музыкаһы аудиоантологияһын яҙҙырта башлаған!

🎼Коллектив 1940 йылдарҙан беҙҙең көндәргә тиклем ижад ителгән хор менән йырланған әҫәрҙәрҙең аудиояҙмаларын әҙерләй.

🎼Был үҙенсәлекле антология коллективтың 2025 йылда билдәләнәсәк 55 йыллыҡ юбилейына арналасаҡ.

Т. Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһының художество етәксеһе һәм баш дирижеры Алһыу Хәсбиуллина әлеге ваҡытта коллектив менән эш башлаған.
👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киске ял минуттарығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?

Аҙна уртаһында барлыҡ ваҡ мәшәҡәттәрҙе 15 минут та 26 секундҡа булһа ла онотоп торорға һәм беҙҙең менән бик кинәйәле генә "Кәләш алам" фильмын ҡарарға кәңәш итәбеҙ. 😉

Режиссеры: Таңсулпан Бураҡаева.
4🔥2👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Батырхан менән бергә башҡортса әкиәт тыңлап тамамлайыҡ әле был көндө 😍

Тәмле төштәр барығыҙға ла!🪄

Видео: Миләүшә Хәйбуллина.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
7👏2
ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ!

Бәхетле минуттар күберәк булһын!💚
7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан урмандарында яҡындан ғына маралды төшөрөп алғандар.

Ярай әле ул кешене күрмәй үтеп киткән, юғиһә, фажиғәле хәл булыуы ихтимал, ти урман хеҙмәткәрҙәре.

Видео: "Шүлгәнташ" Дәүләт ҡурсаулығы төркөмөнән.
6🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ҺӨЙӨНСӨ!

Башҡортса яңы китап сыҡҡан!
5👏4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
МИН БИТ ӘЛЕ БАШҠОРТ ҠЫҘЫ

Үтәйемсе атта елеп
Тау-урманды, ялан-ҡырҙы,
Саялығым нәҫелемдән –
Мин бит әле башҡорт ҡыҙы.

Һығылып торған өҫтәлемдә
Ҡымыҙ ҙа бар, икмәк-тоҙо,
Тәбиғәттән ҡунаҡсылмын –
Мин бит әле башҡорт ҡыҙы.

Йырлайымсы күкрәк киреп
Оҙон көйгә моңло йырҙы,
Күңелемдә мең йәшәр моң –
Мин бит әле башҡорт ҡыҙы.

Ата-бабам усағының
Йөрәгемдә дөрләй ҡуҙы,
Төйәккенәм – Башҡортостан,
Ә мин үҙем башҡорт ҡыҙы!

Зөлфиә ХАННАНОВА.

Видео: шиғырҙы Нәркәс Юлдашева уҡый.
"Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы" төркөмөнән.
🔥9🕊2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Өфөлә башланған "Рәсәй - спорт державаһы" XII Халыҡ-ара форумы сиктәрендә Көрәш һарайы алдында ойошторолған күргәҙмәнән күренештәр.🥰
👏10😍3❤‍🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ҠУРАЙ - ЕҢЕҮГӘ ДӘРТЛӘНДЕРӘ!

13 йәшлек слаломсы Полина Симонова йәрәхәтләнеүе сәбәпле “Ҡурай иле” халыҡ-ара ярыштарында ҡатнаша алмаған, әммә ҡурай моңо ярҙамында спортсыларҙы дәртләндерергә килгән. 🔥

📍Ҡыҙ борон яугирҙар бер-береһен еңеүгә рухландырып башҡарған “Аллаяр батыр” башҡорт халыҡ көйөн уйнай.

“Ишеү слаломы менән - 8 йыл шөғөлләнәм, ә ҡурайҙа уйнарға 7-се йыл өйрәнәм. В. Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыйым”, - ти Полина.

📍Ишеү слаломы буйынса ярыштар “Рәсәй – спорт державаһы” форумы сиктәрендә старт алды. Форумда донъяның 100 иленән бөтәһе 5 мең делегат ҡатнаша.
👍7❤‍🔥6😍4🤗1
📌Өлгөрөп ҡал!

Көҙгө кистәрҙе йәмләп, Өфөлә Ағиҙел яры буйынса яңы асылған колоннадала 20 октябргә тиклем яҡтылыҡ-музыка тамашаһы күрһәтелә.🍂🍁

💡Ул киске сәғәт 8-ҙә башланып, 7 минут дауам итәсәк.
❤‍🔥6😍4
Учалылар бармы бында?

Үҙегеҙ йәшәгән төбәктең хозурлығын беләһегеҙме?😍

🍁Ҡалҡан тауынан асылған күренеш.
🍁Аҡбура тауы.
🍁Ҡалҡан күле буйындағы тирмән.

Фотоһүрәтәр "Уралдың матур урындары" төркөмөнән алынды.
🔥92
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы Әбдрәш ауылынан булған Тимур Лоҡманов "Рәсәй - спорт державаһы" форумы сиктәрендә МХО ветерандары өсөн ойошторолған "Беҙҙең заман геройы" төбәк-ара ярышында ҡатнаша.

Тимур Лоҡмановҡа 19 йәш, ул Батырлыҡ ордены кавалеры.
6👏4👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌸Көнөгөҙ уңышлы үтһен, ҡәҙерле дуҫтар!🌸

Автор: Башҡорт телендә открыткалар.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
6🙏2