Башҡорт донъяһы
697 subscribers
2.1K photos
1.22K videos
1 file
192 links
加入频道
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был кем, танынығыҙмы?

Кискәрәк яуабын яҙып һаласаҡбыҙ😎
6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БАШҠОРТСА ЯҢЫ ФИЛЬМ!🔥

🎬"Бетеү" фильмы яҡташ яугирҙарыбыҙ менән ысын булған хәлдәргә нигеҙләнеп, Ишембай районында төшөрөлгән.

📽Бер бөртөк ейәнен Махсус хәрби операцияға ебәрергә ҡаршы килгән героиня унан ғаилә ҡомартҡыһы - бетеүҙе тартып алып ҡала, тик был йәш егетте туҡтатмай. Уға ҡурҡыныс янауын аңлағас, өләсәһе бетеүҙе гуманитар ярҙам менән биреп ебәрергә теләй ҙә бит, әммә был еңел булмай сыға.

📍Ролдәрҙә: Илсөйәр Ғәзетдинова, Илнур Атетәров, Айзилә Төркмәнова, Тәнзилә Хисаметдинова, Яҡуп Шәрипов, Рәсил Сынбулатов, Илдар Сәхәпов, Гөлнара Йәрмиева, Айгөл Зөбәйҙуллина, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һ.б.

Сценарий — Анна Мырҙабулатова
Режиссёр — Руслан Юлтаев
Оператор — Артём Наговицын
Ҡуйыусы рәссам — Айгөл Байрамғолова
Композитор — Урал Иҙелбаев
👍5👏2
🔍МУСА МОРТАЗИН ИМАМ-ХАТИП БУЛА АЛҒАН

📌 33 йыл элек, 1991 йылдың 13 октябрендә Учалы районының Көсөк-Маяҡ ауылында арҙаҡлы башҡорт, Граждандар һуғышының күренекле хәрби начальнигы, комбриг, ике хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡорт Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе, Ҡыҙыл Армия Генштабы хеҙмәткәре Муса Лот улы Мортазиндың тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған йорт-музей асылған.

📍Әлеге көндә музей фондында Муса Мортазиндың тормошон һәм эшмәкәрлеген сағылдырған 900-ҙән ашыу шәхси әйбер, фото һәм документаль материалдар һаҡлана.

📍Улар араһында:

ике хәрби  Ҡыҙыл Байраҡ ордены - музейға батырҙың ҡыҙы Шәүрә Мортазина бүләк иткән (ордендар Мортазиндың исеме аҡланғандан һуң ғаиләһенә ҡайтарылған);

«Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре Граждандар һуғышында» китабының күсермәһе (1927йылда нәшер ителгән)

1916 йылда Муса Мортазинға имам-хатип һәм мөғәллим исеме бирелеүе тураһындағы танытма;

шәхси ҡултамғаһы һәм мисәте менән "Ҡыҙыл Армия командиры“ бланкыһы;

ғаилә фотолар ының төп нөсхәһе;

Геройҙың ҡыҙҙары, туғандары, ауылдаштары, арғаҙаштары тарафынан яҙылған хат-хәтирәләре.

📌Муса Мортазиндың ҡылысы һәм алтын командир сәғәттәре Мәскәүҙәге Ҡыҙыл Армия музейында һаҡлана.

🔍Музейҙа шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеү буйынса эш алып барыла. Этнография, нумизматика әйберҙәре, ҡорал төрҙәре туплана. Улар экспозиция бүлегендә күрһәтелә. Башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдырған мөйөш булдырылған.

КЕМ БЫЛ МУЗЕЙҘА БУЛҒАНЫ БАР?
👍5🔥21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Был видеояҙмала: билдәле башҡорт ҡыҙы Ләйсән Үтәшева сығыш яһай.

📍Әйткәндәй, бөгөн Бөтә Рәсәй гимнастика көнө билдәләнә.

Ләйсән Үтәшева тамырҙары менән Башҡортостандың Әлшәй районы Раевка ҡасабаһынан. Бында әле уның өләсәй-олатаһы йәшәй.
Ләйсән Альберт ҡыҙы ғаиләһе менән Башҡортостанға йыш ҡайтып йөрөй икәнен күптәрегеҙ беләлер ҙә.

Художестволы гимнастика буйынса Халыҡ-ара спорт мастерынан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кәңәш-күнекмә тәҡдим итәбеҙ.
👍6🥰3👎1🔥1
"Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙ кеше,
Ҡыҙыма килер йөҙ кеше.
Йөҙ кешегә бирмәмен,
Алама тунлы, ала атлы
Алып китер бер кеше",
- тип һамаҡлаһа өләсәйем, инде лә йән көйә торғайны.

"Ни өсөн мин алама тунлы, ала атлы кешегә кейәүгә сығырға тейеш? - тип һорайым. - Берәй Аҡбуҙ егеп килгән кешегә нишләп бирәм тимәйһең?"

Өләсәй көлөп, мине яратып арҡамдан һөйөп, шулай булырға тейеш, ти.
"Туны менән аты ниндәй булһа ла, үҙе яҡшы кеше булыуы мөһим, йөҙҙәр араһынан һайларлыҡ булһын", -

ти...

Фото: Людмила Камнева
Зәлия Сиражетдинова-Моталлапова
7👏6
Быуаттар төпкөлөнән батыр
йәш кешегә баҡты.
Уның уйсан ҡарашын тойоп,
ҡулын һыртҡа һалған бала
ташһындай ҡатты.
Уйландылар, күҙгә күҙ ҡарашып,
тын торҙолар
үткән һәм киләсәк.
Һүҙһеҙ аңлаштылар:
башҡорт йәшәйәсәк.

Фото: Башҡортса асылмалар.
❤‍🔥52👍2
🔥РИФЕЙ ДИҢГЕҘЕ БУЛҒАН ЕРҘӘ

📍Русса “Розовые скалы”, башҡортса “Шәреташ”, йәки “Ҡыҙылташ” тип йөрөтөлгән ҡаялар теҙмәһе Белорет районының Асы һәм Бриштамаҡ ауылдары араһында, Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан.

🏔Был тәбиғәт мөғжизәһен ҡыш көнө лә барып күрергә була.

Ҡаяларға бындай үҙенсәлекле төҫ бынан 2,5 млрд. йыл элек ошо урында йәйрәп ятҡан Рифей диңгеҙе төбөндәге ҙур ылымыҡтарҙан ҡалған, тип фаразлайҙар.

📌Бөгөн дә ҡая таштарында ул ылымыҡтарҙың эҙҙәре һаҡлана – йылға буйлап ағып төшкәндә ҡарауы уңайлы.
🥰4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйылғы хит "Матушка Земля" ҡурайҙа.❤️

Видео: Айнур Ҡыямов.
🔥7👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ялдарҙа Ғабдулла бабай кеүек эштән бушаманығыҙмы? 😁

Видео: "Күршеләр"ҙән.
👍4
Йәйғорҙо аша атлап сыҡһаң, ҡыҙ - малайға, малай - ҡыҙға әйләнә икәненә ышана торғайнығыҙмы?🤭

Әллә был турала тәүгә ишетәһегеҙме? 🙉🙊
9😁4💯2
🌠РУДЕНКО: Башҡорттар сабыйҙы нисек һаҡлаған

Башҡорттарҙа шайтан кеше балаһы урынына үҙенең балаһын һалып ҡалдырған, тигән әңгәмәләр ҙә йыш осрай.

📍Шуға ла яңы тыуған сабыйҙы башҡорттар ныҡ һаҡлай, баланың алынған тәүге сәсен йөнгә ҡушып, айыу теше, айыу тырнағы һалып, сепрәк йәки Ҡөрьән доғалары яҙылған тирегә урап тегәләр. Уны бишеккә, баланың баш осона беркетеп ҡуялар.

📸Фотоһүрәт интеренттан алынды.

#башҡорттар
👍62❤‍🔥1💯1
Спектаклдәргә, концерттарға йөрөйһөгөҙмө?
💯5👏2👌1