📍Балаңа күрһәт!
Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырылған "Етегән" проекты сиктәрендә "Мин - полиглот" сайты булдырылған һәм шунда "Күңелле хәрефтәр" йәнһүрәте урынлаштырылған.
Был турала "Смарт" балалар үҫеше үҙәге хәбәр итә.

👍6❤🔥1
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤8❤🔥1🥰1
ЭЛЕКТРОН СИГАРЕТ ТАРТАҺЫҢМЫ?
📌Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Дәүләт Думаһына мәктәптәрҙә тәмәке тартҡан өсөн штраф һалыу тураһында закон проектын тәҡдим иткән, уға алдан Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтендә ыңғай баһа бирелгәйне, тип хәбәр итәләр.
✅Яңы закон проектына ярашлы, тәртип боҙоусыларға 2000 һумдан 3000 һумға тиклем штраф һалынасаҡ.
📍Һуңғы йылдарҙа балиғ булмағандар араһында никотин ҡулланыу артҡан, Рәсәйҙәге өлкән класс уҡыусыларының 60 проценты тәмәке тарта.
✅Был Өфө урамдарына сыҡһаң да күренә – һәр икенсе йәш кешенең ҡулында электрон сигарет, ҡыҙҙарҙың да иҫе китмәй. Эргәлә генә мәктәп, колледж һәм республика вуздарының ятаҡтары урынлашҡас, йәштәр күп йөрөй. Элегерәк йорт ихаталарында мөйөштәрҙә өймәкләшеп тороп, тәмәке көйрәтһәләр, хәҙер юлда китеп барышлай ғына төтәтәләр.
📍Тәүҙәрәк электрон сигареттар һәм шундай ҡулайламалар һаулыҡҡа зарарһыҙ, тип рекламаланғайны бит. Ләкин тикшеренеүҙәр үткәреп, ароматизаторҙар менән бергә организмға насар йоғонто яһаған матдәләр инеүе иҫбатланды.
🤯Әммә ҡайһы бер ата-әсәләр үҙҙәре үк балаларына электрон тәмәке һатып алып бирә икән, йәнәһе лә, йәшереп тартҡансы, күҙ алдыбыҙҙа булһын. Шулай уйлағандарҙы штраф ҡына ҡурҡыта алырмы икән, тип тә уйланаһың...
📌Һәм тағы. Аҙыҡ-түлек магазиндарында тәмәке теҙелгән кәштәләрҙе йәшереп бөтһәләр ҙә, Өфөләге ҙур туҡталыштарҙа башҡа төрлө көйрәткестәр һатылған тотош киоскылар бар һәм тәүлек әйләнәһенә сағыу алтаҡталары ялтлап янып тора ла баһа!

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Үзбәкстандан Ғабдулла Байназаров туған башҡорт телен үҙаллы өйрәнгән.
Егеттең ата-әсәһе тамырҙары менән Башҡортостандан, тип хәбәр ителә "Башҡорттар-БСТ" төркөмөндә.
Теләк булһа, туған телдә бына шулай һөйләшергә мөмкин инде ул...

❤12👏2
БАШҠОРТСА АТАМАҺЫН ЙЫШЫРАҠ ҠУЛЛАНАЙЫҠ!
📌Шүләгәнташ мәмерйәһен русса “Капова пещера” тип атайҙар: эсендә гел һыу тамып торғанға, йәки “капище” – мәжүсиҙәрҙең ғибәҙәтханаһынан алынған.
📌Башҡортса атамаһы уның эргәһенән аҡҡан Шүлгән йылғаһына ауаздаш һәм боронғо башҡорттарҙың “һыу үлгән” тигән һүҙбәйләнешенә барып тоташа, тип фаразлайҙар. Бынан тыш, Шүлгәнташ мәмерйәһе башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосына тығыҙ бәйләнгән.
✅Шүлгәнташ - Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан мәмерйә. 2014 йылда уның эсендәге юлдар 2640 м оҙонлоҡта, ә иҙәненең майҙаны – 20 200 м.кв., күләме 105 мең м.кв., тәрәнлеге 30 м. тәшкил иткән.
✅Шүлгәнташта палеолит осорондағы тәүтормош кешеһе төшөргән һүрәттәр һаҡланып ҡалған.
✅Быны 1959 йылда ҡурсаулыҡтың зоолыгы А.В. Рюмин асыҡлай.
✅Әлегә 170-тән ашыу һүрәт һәм буяу эҙе тураһында мәғлүмәт бар, иң боронғо һүрәткә 36 400 йыл.
✅2019 йылда ғалимдар уның 4-се ҡаты барлығын асыҡлай, ундағы сталактиттар 100 мең йыллыҡ. Иң ҙур минераль ҡатламдың оҙонлоғо 3 м, киңлеге 8 м.
📍Бөгөн мәмерйә эргәһендә “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡ эшләй.
Координаттары: 53.041089, 57.062587

👍5🔥2❤🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ЙӘЙӘҮ ЙӨРӨҮҘЕҢ ФАЙҘАҺЫН БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?
Билдәле шағирә, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева бүлешкән видеояҙманы ҡарағыҙ.
Көнөнә нисә километр үтәһегеҙ?

❤6👍2
ЯУГИРҘАРҒА СӘК-СӘК БЕШЕРЕШ!
📌Иртәгә, 31 октябрҙә, төшкө сәғәт 2-лә “Бишбармаҡ” студияһы Махсус хәрби операцияға ебәреү өсөн сәк-сәк әҙерләйәсәк. Уны госпиталдәргә эшкә юлланған ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар аша биреп ебәрергә ниәтләйҙәр.
Быға тиклем, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарҙың госпиталдәргә ярҙам итеү теләген күтәрмәләне, уларға төрлөсә ярҙам күрһәтелә.
📍Ирекмәндәр 1 ноябрь юлға сыға.
💚Был хәйриә акцияһы. Теләге булғандар аҙыҡ-түлек менән дә, ҡул көсө менән дә ярҙам итә ала (сәк-сәкте ҡырҡырға, ҡаптарға тултырышырға һ.б.).
📍Сәк-сәк өсөн кәрәк аҙыҡ-түлекте Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 9/1 адресы буйынса урынлашҡан студияға төшкө сәғәт 1-ҙән һуң алып барып тапшырырға була.
☎Бәйләнеш өсөн телефон: 89177528675 Эльвира.

❤🔥6❤1👍1
“ИНТЕРНАЦИОНАЛ”ДЫ БАШҠОРТСАҒА ТӘРЖЕМӘ ИТКӘН
📍Ғөбәй Дәүләтшин төрки халыҡтар араһында беренсе булып партия гимны "Интернационал"ды башҡорт теленә тәржемә итә. Был тәржемә әҙәбиәт белгестәренең ҙур баһаһына лайыҡ була.
✅Ғөбәй Әхмәткирәй улы СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
📍Уның хәләл ефете Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы беренселәрҙән булып башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының Совет власы ярҙамында шәхес булыраҡ үҫешеүен һүрәтләгән әҫәр - Айбикә” повесын ижад итеүсе.
📌Ирле-ҡатынлы Дәүләтшиндар – сәйәси золом ҡорбандары. Ғөбәй Әхмәткирәй улы 1937 йылда ҡулға алына, ә Һәҙиә Лотфулла ҡыҙын һуңыраҡ төрмәгә ябалар.
✅Һәҙиә Дәүләтшина ауыр тормош һынауҙарына ҡарамаҫтан, башҡорт әҙәбиәтенең аҫыл өлгөһө булған “Ырғыҙ” романын ижад итә. Роман әҙибә үлгәндән һуң ғына донъя күрә һәм тағы 10 йыл үткәс, авторға Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелә.
📌Әйткәндәй, бөгөн сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Был аяныслы яҙмышлы кешеләр хәтеренә Өфө ҡалаһында һәйкәл ҡуйылған. Ул Еңеүҙең 50 йыллығы скверында урынлаштырылған.

👍4❤2❤🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Шағир хаттары" проекты сиктәрендә Александр Пушкиндың "Евгений Онегин" шиғри романындағы Татьяна Ларинаның хатынан өҙөктө башҡортса яңғыратҡандар.
Башҡорт теленә тәржемәне билдәле шағирә Гүзәл Ситдиҡова яһаған.
Өҙөктө Н.И. Пирогов исемендәге РФТМУ-ның Башҡорт йәштәре яҡташтары ойошмаһы рәйесе Юлиә Хәлилова һөйләй.

👍8👏3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн ошонан да һөйкөмлөрәк видеояҙма осратмаҫһығыҙ!😍
Әйткәндәй, арағыҙҙа был батырҙы таныусылар бармы?
Балалар араһында үткән "Байыҡ-2024" бәйгеһенең сағыу йондоҙо Искәндәр Ғәбитов булыр.
Әйткәндәй, арағыҙҙа был батырҙы таныусылар бармы?
🥰7🔥5👍3❤2
Бер уҡыусы остазынан һорай икән: "Остазым, донъя ҡайғы-хәсрәт менән тулған. Әйт әле, ошондай заманда кеше ни менән йыуанырға, ҡайғы-хәсрәттән нисек арынырға тейеш?"
"Ниндәй кеше тураһында әйтеүеңә ҡарап яуап бирәм. Аҡыллы кеше "Яҙмышыма яҙылған икән, был ҡайғы-хәсрәткә мин тарырға тейеш булғанмын", тип йыуана. Ахмаҡ иһә, "Бындай ҡайғы-хәсрәт мине урап үтәсәк, миңә ҡағылмаясаҡ", тигән уйҙан йыуаныс таба", - тигән остаз.
💚Яҙмышығыҙға ни яҙһа ла, бар һынауҙарҙы еңерлек көс табып йәшәгеҙ!

👍4❤🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн, Бөтә донъя ҡалалар көнөндә, баш ҡалабыҙға арналған моңло видеояҙманы ҡарап алайыҡ әле.
М. Ғафури исемендәге актерҙары башҡарыуында "Өфөм - моңло йырым".

❤8
Башҡортостан радиоһы ветераны, журналист, йырсы, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллина вафат.
Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллина 1957 йылдың 15 мартында Әлшәй районы Баязит ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын Ейәнсура районында башлай. 1996 йылда "Башҡортостан" телерадиокомпанияһына эшкә ҡабул ителә. Ул алып барған "Ҡунағөй" тапшырыуы эфирҙа бик күп йылдар уңыш менән барҙы, ул башлаған "Һөйөнсө, бәпес тыуған" рубрикаһы - "Юлдаш"та әле лә эфирға сыға, тыңлаусылар яратып ҡатнашҡан сығарылыштарҙың береһе булып ҡала. Нурия Абдуллина ижад иткән йырҙар халыҡ күңелендә мәңгегә ҡалыр.
Нурия Насибулла ҡыҙының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, йәне йәннәттә булһын!

🕊10😢6