📌Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тәбрикләнде
✅Конкурста “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы журналистар коллективының “Башҡорт каникулдары” проекты еңеү яулаған. Премия Ләйлә Владимирова, Виталий Ермаков, Марс Камалетдинов, Дмитрий Каретко, Альбина Ҡасимханова, Нурислам Хәйриев һәм Айҙар Шәриповҡа тапшырылды.
✅Шулай уҡ Махсус хәрби опрация геройҙарына арналған мәҡәләләр шәлкеме өсөн “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров
✅ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади темаға бағышланған яҙмалары өсөн “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе Роман Якимчук премияға лайыҡ булды.
📍Лауреаттарҙы бүләкләү сараһы Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында үткән. Быйыл премияның күләме 500 мең һум.
Ҡотлайбыҙ!🌹

👍5❤2
"ЭТ ҺУҒАРЫУ", йәки ЭШҺЕҘҘӘРҘЕҢ ЯҢЫ ШӨҒӨЛӨ
📌Һуңғы аҙнала социаль селтәрҙәрҙә башҡорт йәмәғәтселегенең иғтибарын заман балаларының (ир ҡорона инһәләр ҙә, ошо билдәләмәгә ҡарағандар бар икән) “квадробинг” тип аталған яңы ҡыҙыҡһыныуы йәлеп итте.
🙀 Өфөлә төшөрөп алынған видео ла һалынды – унда береһе 23, икенсеһе 32 йәшлек ирҙәр бесәй һәм тигр булып кейенеп, дүрт аяҡлап ҡала буйлап йөрөй...
Эштәренән буш ваҡытта булһа ла, ошолай бер-береһен “һуғарышып” йөрөгән был икәүҙең ҡыланышына ыңғай ҡарап булмай.
📌Туғыҙ йәшкә тиклемге балалар берәй йәнлек булып ҡыланып уйнаһа ла, ошо йәштән өлкәндәр өсөн был номаль түгел, ти белгестәр.
📍Белгестәр хатта психикаһы формалашып етмәгән балаға квадроберлыҡ “һәр кем үҙен нисек теләй, шулай тота ала (әхлаҡһыҙ мәғәнәлә)” тигән фекерҙе һеңдерәсәк һәм был, үҙ сиратында, көнбайыштағы әхлаҡһыҙ берләшмәләрҙең идеяларына күҙ йомоп ҡарарға этәргес буласаҡ, тип борсола.
📌Йәғни, квадробер булып йөрөгәндәр бер нисә йылдан үҙен дә “ир кеше” йәки “ҡатын кеше” тип билдәләргәме, “өсөнсө зат” булырғамы тип икеләнеүе бар, ошо идеяны алға һөргәндәрҙе яҡлап сығыуы ла ихтимал...
📌Яңы ғына дүрт аяҡлап бесәйләнеп йөрөгән үҫмерҙең муйынына бау аҫып, өләсәһе “һуғарып” йөрөгәнен дә төшөрөп алғандар ине бит. Образда булған малай кешесә бер һүҙ әйтмәй, мыйылдай һәм сапсыша ғына. Был өлкәндәрҙең иғтибарын тоймауҙан да килә, ти психологтар.
✅Заман афәте бына шулай уйламағанда, күңелле уйын, “спорт төрө” булараҡ та килә икән ул.
Был осорҙа балаларыбыҙға үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ әкиәттәрен күберәк һөйләргә, тәрбиәләгәндә мәҡәл-әйтемдәрҙе хәтергә төшөрөргә, милли йыр-бейеү түңәрәгенә йөрөтөргә, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, балаларҙы телевизор йә интернет ҡарамағына ҡалдырмаҫҡа тырышырға кәрәктер.
📌Кемдәрҙер сыбыҡ етмәй, тиер, йә атай ҡайышын татытып алыу яҡлы ла булыр.
✅Үҙҙәренә иғтибар йәлеп итеү өсөн ҡылана күп йәштәр. Шуға балалар ниндәйҙер эше менән хушты алғанға тиклем үк атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр уларға тейешле ваҡыт бүлергә, даими аралашырға, тормошҡа үҙебеҙҙең күҙлектән ҡарарға өйрәтергә кәрәктер.
📌📌📌Ә Дәүләт Думаһында балалары квадроберлыҡ менән шөғөлләнгән ата-әсәләргә, быны популярлаштырыусыларға 5 мең һумға тиклем штраф һалырға тәҡдим иттергә уйлайҙар.

👍3🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"ҠАҒЫ ТАШЫ"ның тарихы ниндәй?
Билдәле ҡурайсы Мөхәмәт Усман улы Түлебаев был турала бәйән итә һәм уның башҡарыуында "Ҡағы ташы" башҡорт халыҡ көйө.

❤🔥5❤1👍1
87 йәше тулған!🥰
Бына шундай күркәм ғүмер байрамын билдәләгән инәйҙе ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ! 🌹🌹🌹
Һәммәбеҙгә ошолай матур көйө олпат йәшкә етеп, балалар ҡыуанысын күреп йәшәргә яҙһын!🙏
"Әсәйем, Гөлсирә Ибраһим ҡыҙына бөгөн - 87 йәш!, - тип яҙа Һылыу Юлдашбаева сәхифәһендә.
Имен-һау булһын, улы янында ғүмер итә.
Фотола Стәрлетамаҡ ҡунағы, бер туған һеңлеһе Маһира апай"
Бына шундай күркәм ғүмер байрамын билдәләгән инәйҙе ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ! 🌹🌹🌹
Һәммәбеҙгә ошолай матур көйө олпат йәшкә етеп, балалар ҡыуанысын күреп йәшәргә яҙһын!🙏
❤3🙏3❤🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🍀Бөгөн Өфөлә йәштәр Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арнап сағыу флешмоб ойошторған.
🍀Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары һәм уҡытыусылары шағирҙы иҫкә алырға йыйылған.
🍀Был саранан күренештәр менән факультеттың төркөмөндә лә бүлешкәндәр.
🕊Ҡарағыҙ ниндәй күркәм сара үткән!🕊

👏7👍5❤1❤🔥1
ИҢ ҠӘҘЕРЛЕ РИЗЫҠ КӨНӨ❣
Эйе, бөгөн, 16 октябрь, нәҡ беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле аҙығыбыҙ - икмәк көнө. 🍞
🥖Был иҫтәлекле датаны бөтә донъяла билдәләйҙәр.
🥖Ә һеҙ тәүге икмәктәр яҡынса 8 мең йыл элек барлыҡҡа килеүе тураһында белә инегеҙме?
🥖Тәүге икмәктәр йәймә рәүешендә бешерелгән.
🥖Әсе икмәкте иң беренсе Мысырҙа бешерергә өйрәнгәндәр. Шул заманда уҡ икмәкте ҡояшҡа тиңләгәндәр.
🥖Башҡорттар ҙа борондан икмәкте бик ҙурлаған.
📌"ӘҘӘМДӘН ОЛО - АТ, ИКМӘКТӘН ОЛО АШ ЮҠ" тип юҡҡа ғына әйтелмәгән ул.

👍4🙏3❤🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ЯУГИР РӘХМӘТ ЕТКЕРГӘН
"Фокс" позывнойлы яугир алдағы һыҙыҡтағы башҡорттарҙан рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.
Видео: "Журналист"тан.

❤6🙏2🤗1
- ҺИН ҠАЙҺЫ АУЫЛДАН? - БАШҠОРТОСТАНДАН!❤
🔥Билдәле журналист Зөһрә АРСАЕВА сәхифәһендә бик матур яҙма менән уртаҡлашҡан кисәге:
"Башҡортостан тигән бәләкәй генә ауылдан мин. Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәндә уҡытыусылар: “Һеҙ ҡайһы ауылдан?” – тип һораны. “Башҡортостандан”, - тинем. “Юҡ, республикаңды түгел, ауылыңды әйт”, - тиҙәр. “Эйе, ауылым Башҡортостан. Башҡортостанда республикабыҙ атамаһын йөрөткән берҙән-бер ауыл”, - тинем. Аптыранылар, йылмайҙылар. “Хәҙер белеп ҡуябыҙ инде”, - тинеләр.
Башҡорт дәүләт университетынан һуң, хеҙмәт юлымды Башҡортостан радиоһында башланым. Бөгөн “Юлдаш” радиоһында эшләйем. Бәләкәй Башҡортостандан сығып, ҙур Башҡортостанға хеҙмәт итәбеҙ.
💞Беҙҙең ауылда егәрле, изге күңелле, берҙәм халыҡ йәшәй. Ҙур эштәрҙе өмә менән башҡаралар. Яҡташтарымдың барыһы менән дә ғорурланам. Улар тыуып-үҫкән ерҙәренә тоғро ҡала. Башҡа урынға күсеп китмәй, матур итеп донъя көтә, балалар үҫтерә.
Ауылда башланғыс мәктәптә уҡытҡан педагогтарыбыҙ Маһирә Ғиләжева, Хәмит Хажимуллин менән ғорурланам. Улар беҙгә лайыҡлы тәрбиә һәм белем бирҙе. Ауылыбыҙҙан табиптар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, хоҡуҡ белгестәре, журналистар, ауыл эшсәндәре сыҡҡан. Ауылымдың атамаһы менән ғорурланам. Кесе Башҡортостанды ла, оло Башҡортостаныбыҙҙы ла сикһеҙ яратам.
✅Быйыл Башҡортостан ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша. Бөгөн тыуған ауылымда Флүрә һәм Миҙхәт Абдуллиндар йортонда ҡаҙ өмәһе үтте. Байрамды бик матур итеп ойошторғандар. Афарин! Күршеләребеҙҙең тормошо мул булһын!
Бөтә яҡташтарыма рәхмәт әйтәм, һәр береһенә ҡайнар сәләм оҙатам. Улар атайсалын ташламаһа, ауылыбыҙ йәшәр, уттары гел балҡып торор! Ауылда үҫеп килгән йәштәр ҙә кесе Башҡортостандан сығып, ҙур Башҡортостаныбыҙ өсөн матур эштәр, изге ғәмәлдәр башҡарыр, асыштар яһар, лайыҡлы хеҙмәт итер.
Фотоһүрәттәр өсөн Эльвера Зиннәтоваға ҙур рәхмәт!" - бына шулай тип яҙған Зөһрә Фәнил ҡыҙы.
📍БАШҠОРТОСТАН АУЫЛЫ ҠАЙҺЫ РАЙОНДА ИКӘН, ТИҺЕГЕҘМЕ?
Республикабыҙҙың йәмле Асҡын районында урынлашҡан ул.🥰

👍7❤🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ УҠЫУСЫҺЫ - ГИМНАСТ
📌Видеоға төшкән Солтанова Гөлнәзирә Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында уҡый.
Шулай уҡ ул С. Хоркина исемендәге гимнастика үҙәгендә шөғөлләнә, спорт гимнастикаһында еңеүҙәргә лә өлгәшкән икән. 🔥
📍ӘЙТКӘНДӘЙ, 17-19 октябрҙә баш ҡалабыҙҙа әһәмиәтле спорт сараһы - «Рәсәй – спорт державаһы» XII халыҡ-ара форумы үткәрелә.
✅Ул 19 октябрҙә "Йөрөү көнө" менән тамамлана, бында ҡала халҡы ла ҡатнаша ала: Октябрь проспектындағы "Спорт" туҡталышынан алып "Ҡала советы"на тиклем араны йәйәү үтергә кәрәк була.

🔥7❤2👍1💯1
ИКМӘКТЕ ОЛОЛАП
📌Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында Бөтә донъя икмәк көнө уңайынан "Икмәккә оло хөрмәт" тигән бай йөкмәткеле сара уҙғарылған.
- тип хәбәр иткәндәр "Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы" төркөмөндә.
📍Сарала ҡатнашҡан балаларға Фәнүзә Ишемғолова таш тирмән (боронғо ҡул тирмәне) тураһында һөйләгән.
🥖"Иң ҙур икмәк" конкурсына 2 кг-лыҡ икмәк бешереп алып килгәндәр.
🥖"Иң бәләкәй икмәк" конкурсына 170 грамлыҡ ҡына тартҡан.
🥖"Иң матур биҙәлгән икмәк" кеүек тағы төрлө маҡтауҙарға лайыҡ булған Аҡъюл ҡатын-ҡыҙҙарының күпертеп бешергән тәмле ризыҡтары.
Икмәк ҡәҙерен онотмаһаҡ ине, тигән теләктә ҡала аҡъюлдар.
📍Әйткәндәй, Аҡъюл ауылы халҡы быйыл "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша икән, уларға уңыштар теләйбеҙ!

🥖"Икмәк - ил байлығы, тиҙәр, был ысынлап та шулай. Кешене туйындырып тороусы төп аҙыҡ ул. Шуға ла электән уны үҫтереүселәр — игенселәр хеҙмәте оло баһаланған.
Уның ҡәҙерен айырыуса аслыҡты кисереүсе оло быуын вәкилдәре яҡшы аңлай. Ул дәүерҙәр ҡабатланыуын һис теләмәйбеҙ, әммә йәш быуынға икмәк ҡәҙерен аңлатыу, уны ололарға өйрәтеү — беҙҙең бурыс",

👍4🔥3