Башҡорт донъяһы
699 subscribers
2.12K photos
1.22K videos
1 file
193 links
加入频道
🎉БАШҠОРТ ҠЫҘҘАРЫ ЮҒАРЫ МОДА КОНКУРСЫНДА ЕҢГӘН!

📌"Миңзифа" бренды дизайнерҙары Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар "Этно-Эрато 2024" XXIII милли костюмдың юғары мода Евразия конкурсында 1 урын яулаған һәм "Ника" статуэткаһын алғандар.

Дизайнерҙар "Заман" башҡорт милли кейеме элементтары менән заманса ҡатын-ҡыҙҙар кейеме коллекцияһын күрһәткән.

📌Шулай уҡ улар Санкт-Петербург ҡалаһында үткән "Мода берҙәмлеге 2024" III Халыҡ-ара форумында ла Башҡортостан исеменән уңышлы сығыш яһағандар. Тәҡдим ителгән видеола нәҡ ошо саранан күренештәр.

- Беҙ был еңеүебеҙҙе ҡәҙерле әсәйебеҙгә бағышлайбыҙ, - тип яҙған Хамматовалар.

Дизайнерҙарҙы ижади еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!
🌹🌹🌹
👏12🔥5🥰3👍1
САЛАУАТТАР ӘЙТӘМ САЛАУАТҠА

Салауатым, һин мәңгелек, һин үлмәнең!
Башҡорт илен һаҡлап ҡына тора һинең йәнең.

Салауат - ул хыял уты, милләт ҡото,
Мәңге йәшә, салауатлы милләт йорто!

Салауат - ул азатлыҡтың оранылыр,
Кәрәк булһа, ҡоралһыҙҙың ҡоралылыр.

Хикмәт барҙыр Салауаттың ҡылысында,
Шуға ла ул тора һәр саҡ ҡын осонда.

Салауат ул доға беҙҙә, доға беҙҙә,
Салауаттар әйтәйек беҙ бергә-бергә
илебеҙгә, еребеҙгә!

Рәшит ШӘКҮР. 2004 йыл.
👏9🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғүмер оҙон кеүек ине миңә... ❤️

Видео: Наҙгөл Ҡасимова.
10🥰1
Башҡортостан. Көҙ. Василий Яковлев фотолары.
7🔥5👍1
Хәйерле иртәләр! Яңы эш аҙнаһы уңышлы үтһен!
3👏1
📌Башҡортостандың бына ошондай кулинария картаһын төҙөгәндәр.

Унда һәр район ниндәй аш-һыу менән дан тота, йәки ниндәйенә бәйләнеше булыуына ҡарап билдәләнгән.
5🔥3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌ҠОРОТ - халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе. Файҙалы аҡһымдарға бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар. Калориялы аҙыҡ.

Ҡороттоң дауаһы иҫ китмәле. Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләгән шифалы хәләл ризыҡ.

С витаминына бай.

Һыуыҡ тейҙереп ауырығанда ҡоротто иҙеп, аҡ йәки һары май, борос ҡушып, ҡайнар һыу һалып эсһәң, шунда уҡ тирләтеп, йүнәлергә ярҙам итә.

Кипкән ҡоротто бала-сағаның ауыҙ эсе боҙолғанда имергә биргәндәр.

Сабыйҙың кендеге уңалмай йонсоһа, шыйыҡ ҡоротто һөртөргә кәңәш иткәндәр.

Һимеҙ ит ашаған, һөҙлөклө һурпа эскән башҡорт халҡын холестериндан тап ҡорот ҡотҡарған. Баҡ тиһәң, ҡороттағы ферменттар итте эшкәрткәндә бүленеп сыҡҡан организм өсөн ағыулы булған матдәләрҙе нейтралләштерә икән.

Ҡоротто кәнфит урынан имеп йөрөү тештәргә лә файҙалы икән, был уның калцийға бай булыуына бәйле.

Видео: "Ҡоролтай/Курултай" төркөмөнән.

🌹Башҡорт халҡының ҡорот эшләү серҙәрен Йылайыр районы Сәләх ауылынан Иҫәнбаева Фәрзәнә Абдулғәлләм ҡыҙы өйрәтә.
5💯5🔥2👍1
🔥Башҡорт шәле - Ейәнсура районының рәсми бренды!

📌Ейәнсура районында башҡорт шәленә арналған фестиваль үтте һәм бында үҙенсәлекле башҡорт дебет шәлдәрен һуғыу традициялары күрһәтелде.

💥Иң мөһим ваҡиға: башҡорт дебет шәленә айырым хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ бирелде. Хәҙер башҡорт дебет шәле рәсми рәүештә Ейәнсура районы бренды, тип танылды.

“Был ваҡиға районыбыҙ йолаларын популярлаштарыуға мөһим аҙым һәм беҙ башҡорт шәле хәҙер рәсми бренд статусы алыуы менән ғорурланабыҙ. Барлыҡ оҫтабикәләрҙе, фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм был ҡаҙанышҡа мөнәсәбәте булған һәр кемде ҡотлайбыҙ”

,
- тип билдәләне фестивалде ойоштороусылар.

💯Ейәнсураның шәл бәйләүсе, шәл һуғыусы оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарының иҫ китмәле ҡул эштәрен лайыҡлы баһалау ҙа тип ҡарарға була быны. Ҡотлайбыҙ!🌹
🔥7👍41👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
❤️‍🔥"Йатаған" этно-төркөмө "Аҡмулла нәсихәттәре" тигән бит матур яңы клип төшөргән.

Мифтахетдин Аҡмулла шиғырын башҡорт халыҡ көйөнә һалғандар.

Йырҙы "Йатаған"дарҙан тыш, Ғаяз Ялмырҙин, Иҙел Аралбаев, Әлим Ҡәйүмов, Хәсән Усманов, Рәфис Сирусин, Рәдиф Зарипов та башҡарған.

Рәхим итеп тыңлағыҙ! 😍
🔥54👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостандың халыҡ артисы, баянсы Хәлит Фәтихов менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Искәндәр Ғәзизов:
БАЯН 🆚 ГАРМУН

1 - БАЯН 😘
2 - ГАРМУН 😍
3 - икеһе лә ❤️

Әйткәндәй, бөгөн Гармунсы көнө икән, таныш-белеш гармунсыларыҙға ҡотлауҙар юлларға онотмағыҙ! 😌
9👍2😘2😍1
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле төшөнсәләр - Урал тауҙары һәм әсәйҙәр тураһындағы башҡорт мәҡәлдәренә арналған бик сағыу, үҙенсәлекле календарҙар нәшер телгән.

Көньяҡ Урал тауҙарында һылыу башҡорт ҡыҙҙарын милли кейемдәрҙә сағылдырыусы календарь авторы - Рәис Ғәбитов, ә бына әсәләр тураһындағы башҡорт мәҡәлдәре тупланған калдендарҙы ETHNO FRAMES төркөмөндә табырға була.

2025 йылға календарҙар шәп бит?😍
10🔥3👏1
💥Бына һиңә мә!

💯Урыҫ телендә Инзелга булып киткән ауылдың исеме башҡорт телендәге “иген” һәм “йылға” тигән һүҙҙәрҙән ҡушылып яһалған.

XVIII быуаттағы документтарҙа Игинзилга тип теркәлгән.

Хәҙер иһә, атамаһы урыҫ теленән кире башҡортсаға “Инйылға” тигән вариантта ла килеп ингән.

Әммә ауыл халҡы уны Игенйылға тип атауын дауам итә.

📍Ауылда республикала ғына түгел, сит тарафтарҙа ла билдәлелек яулай барған дөйәғош фермаһы ойошторолған.
5💯4👍1👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә "Рәсәй - Ҡаҙағстан" форумы башланды.

"Бер алманы бишкә бүләйек" нисегерәк яңғырай, ә? 😎

Видео: "Шоңҡар" журналы сәхифәһенән.
5👍5👏4😇1