This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ӨДНТУ студенты Инсаф Әғзәмов фехтование буйынса Рәсәй чемпионатында бронза миҙал яулаған! Ил ярыштары Сочи ҡалаһында уҙған.
Ҡотлайбыҙ!🌹
Ҡотлайбыҙ!🌹
👍17🔥10
❓НИ ӨСӨН "Ң" ХӘРЕФЕНЕҢ ҘУРЫ ЮҠ?
📌Башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың хеҙмәттәренең береһе - "Башҡорт балаларының ҡарһүҙе" тигән китабында бала-сағаларҙың байтаҡ ҡына көләмәстәре төрлө темаларға бүлеп бирелгән.
Шуларҙың ҡайһы берҙәрен бергәләп уҡып, йылмаяйыҡ әле. 😊
🍭"Ң" хәрефе
Уҡытыусы:
- Ни өсөн "ң" хәрефенең бәләкәйе бар, ҙуры юҡ?
- Ҡойроғо булғанға.
🍭Арыҫлан башы
Балалар зоопаркта йөрөй. Уҡытыусы:
- Әйтегеҙ әле, балалар, ниңә арыҫландың башы ҙур? - тип һорай.
- Ситлектән сығып китмәһен өсөн, - тип яуап бирә бер бала.
🍭Йорт хайуаны
Уҡытыусы:
- Балалар, ни өсөн йәнлектәрҙе йорт хайуандары, ҡырағай хайуандар, тип бүлеп йөрөтәләр?
- Уҡыусы:
- Сөнки ҡырағай хайуандар йылы яҡҡа китә, ә йорт хайуандары йортта ҡала.
- Ниндәй йорт хайуандары беләһегеҙ?
- Себен, - тип һанай башлай Гүзәл.

👏4😁2
ҺОРАУЫҢДЫ БИРЕП ҠАЛ!
💥Социаль селтәрҙәрҙә бихсап күп төрлө мәсьәләләр буйынса республика етәксеһенә һорауҙар яуҙырып ҡына торабыҙ, был юлы... тура бәйләнештә яуап алырға мөмкинлек бар!
3 декабрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «БСТ», «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», «UTV» телеканалдарында, «Юлдаш» радиостанцияһында тура тапшырыуҙа сығыш яһаясаҡ.
📌Һорау биреү ысулдары:
✅Телеграмм-бот аша (https://yangx.top/AskGlavaRBbot)
✅ «Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы бәйләнеш платформаһында (https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/5690/)
✅Башҡортостан Башлығы сайтының махсус бүлегендә (https://glavarb.ru/rus/pl/)
📌Видеоһорауҙарҙы 2 декабрҙә киске сәғәт 7-гә тиклем ебәрергә мөмкин. Ролик яҙҙырыу өсөн республика Башлығы сайтындағы күрһәтмәләргә ярашлы эш итегеҙ (https://glavarb.ru/rus/pl/).

👍6🔥2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🌹Радик Динәхмәтов Әсәйҙәр көнө менән ҡотлаған!🌹
✅Әсәйҙәр көнө иртәгә билдәләнә.
"Мой друг, Народный артист Республики Башкортостан Радик Динахметов, который сегодня находится в зоне СВО, поздравил с Днем матери всех дорогих нам людей! Он исполнил песню на стихи К. Шафиковой. Музыку написал композитор Н. Даутов.
Спасибо тебе, Радик! Береги себя!
🙏" - тип яҙған сәхифәһендә шағирә Лариса Абдуллина.✅Әсәйҙәр көнө иртәгә билдәләнә.
❤17🥰4🔥3
ҠОЯШ - ЯҠТЫЛЫҠ, ӘСӘЙ - БӘХЕТЛЕК💞
Барлыҡ ӘСӘЙҙәрҙе байрам менән ҡотлайбыҙ!❤❤❤

❤10👍1🥰1
🎉БАШҠОРТ ҠЫҘҘАРЫ ЮҒАРЫ МОДА КОНКУРСЫНДА ЕҢГӘН!
📌"Миңзифа" бренды дизайнерҙары Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар "Этно-Эрато 2024" XXIII милли костюмдың юғары мода Евразия конкурсында 1 урын яулаған һәм "Ника" статуэткаһын алғандар.
Дизайнерҙар "Заман" башҡорт милли кейеме элементтары менән заманса ҡатын-ҡыҙҙар кейеме коллекцияһын күрһәткән.
📌Шулай уҡ улар Санкт-Петербург ҡалаһында үткән "Мода берҙәмлеге 2024" III Халыҡ-ара форумында ла Башҡортостан исеменән уңышлы сығыш яһағандар. Тәҡдим ителгән видеола нәҡ ошо саранан күренештәр.
Дизайнерҙарҙы ижади еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!🌹🌹🌹
📌"Миңзифа" бренды дизайнерҙары Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар "Этно-Эрато 2024" XXIII милли костюмдың юғары мода Евразия конкурсында 1 урын яулаған һәм "Ника" статуэткаһын алғандар.
Дизайнерҙар "Заман" башҡорт милли кейеме элементтары менән заманса ҡатын-ҡыҙҙар кейеме коллекцияһын күрһәткән.
📌Шулай уҡ улар Санкт-Петербург ҡалаһында үткән "Мода берҙәмлеге 2024" III Халыҡ-ара форумында ла Башҡортостан исеменән уңышлы сығыш яһағандар. Тәҡдим ителгән видеола нәҡ ошо саранан күренештәр.
- Беҙ был еңеүебеҙҙе ҡәҙерле әсәйебеҙгә бағышлайбыҙ,
- тип яҙған Хамматовалар.Дизайнерҙарҙы ижади еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!🌹🌹🌹
👏12🔥5🥰3👍1
САЛАУАТТАР ӘЙТӘМ САЛАУАТҠА
Салауатым, һин мәңгелек, һин үлмәнең!
Башҡорт илен һаҡлап ҡына тора һинең йәнең.
Салауат - ул хыял уты, милләт ҡото,
Мәңге йәшә, салауатлы милләт йорто!
Салауат - ул азатлыҡтың оранылыр,
Кәрәк булһа, ҡоралһыҙҙың ҡоралылыр.
Хикмәт барҙыр Салауаттың ҡылысында,
Шуға ла ул тора һәр саҡ ҡын осонда.
Салауат ул доға беҙҙә, доға беҙҙә,
Салауаттар әйтәйек беҙ бергә-бергә
илебеҙгә, еребеҙгә!
Рәшит ШӘКҮР. 2004 йыл.

👏9🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌ҠОРОТ - халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе. Файҙалы аҡһымдарға бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар. Калориялы аҙыҡ.
✅Ҡороттоң дауаһы иҫ китмәле. Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләгән шифалы хәләл ризыҡ.
✅С витаминына бай.
✅Һыуыҡ тейҙереп ауырығанда ҡоротто иҙеп, аҡ йәки һары май, борос ҡушып, ҡайнар һыу һалып эсһәң, шунда уҡ тирләтеп, йүнәлергә ярҙам итә.
✅Кипкән ҡоротто бала-сағаның ауыҙ эсе боҙолғанда имергә биргәндәр.
✅Сабыйҙың кендеге уңалмай йонсоһа, шыйыҡ ҡоротто һөртөргә кәңәш иткәндәр.
✅Һимеҙ ит ашаған, һөҙлөклө һурпа эскән башҡорт халҡын холестериндан тап ҡорот ҡотҡарған. Баҡ тиһәң, ҡороттағы ферменттар итте эшкәрткәндә бүленеп сыҡҡан организм өсөн ағыулы булған матдәләрҙе нейтралләштерә икән.
✅Ҡоротто кәнфит урынан имеп йөрөү тештәргә лә файҙалы икән, был уның калцийға бай булыуына бәйле.
Видео: "Ҡоролтай/Курултай" төркөмөнән.
🌹Башҡорт халҡының ҡорот эшләү серҙәрен Йылайыр районы Сәләх ауылынан Иҫәнбаева Фәрзәнә Абдулғәлләм ҡыҙы өйрәтә.

❤5💯5🔥2👍1
🔥Башҡорт шәле - Ейәнсура районының рәсми бренды!
📌Ейәнсура районында башҡорт шәленә арналған фестиваль үтте һәм бында үҙенсәлекле башҡорт дебет шәлдәрен һуғыу традициялары күрһәтелде.
💥Иң мөһим ваҡиға: башҡорт дебет шәленә айырым хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ бирелде. Хәҙер башҡорт дебет шәле рәсми рәүештә Ейәнсура районы бренды, тип танылды.
💯Ейәнсураның шәл бәйләүсе, шәл һуғыусы оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарының иҫ китмәле ҡул эштәрен лайыҡлы баһалау ҙа тип ҡарарға була быны. Ҡотлайбыҙ!🌹
📌Ейәнсура районында башҡорт шәленә арналған фестиваль үтте һәм бында үҙенсәлекле башҡорт дебет шәлдәрен һуғыу традициялары күрһәтелде.
💥Иң мөһим ваҡиға: башҡорт дебет шәленә айырым хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ бирелде. Хәҙер башҡорт дебет шәле рәсми рәүештә Ейәнсура районы бренды, тип танылды.
“Был ваҡиға районыбыҙ йолаларын популярлаштарыуға мөһим аҙым һәм беҙ башҡорт шәле хәҙер рәсми бренд статусы алыуы менән ғорурланабыҙ. Барлыҡ оҫтабикәләрҙе, фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм был ҡаҙанышҡа мөнәсәбәте булған һәр кемде ҡотлайбыҙ”
,
- тип билдәләне фестивалде ойоштороусылар.💯Ейәнсураның шәл бәйләүсе, шәл һуғыусы оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарының иҫ китмәле ҡул эштәрен лайыҡлы баһалау ҙа тип ҡарарға була быны. Ҡотлайбыҙ!🌹
🔥7👍4❤1👏1