Башҡорт донъяһы
699 subscribers
2.1K photos
1.22K videos
1 file
192 links
加入频道
📌"ЙӘЙ. ҠАЛА. МӨХӘББӘТ" - ЯҢЫ ФИЛЬМ КҮРҺӘТЕЛДЕ!

🎬Өфөлә «Йәй. Ҡала. Мөхәббәт» фильмының ябыҡ тамашаһы үтте. Режиссер Айнур Асҡаров етәкселегендә төшөрөлгән кинотаҫма баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына бағышланған. Комедия , мелодрама жанрында төшөрөлгән фильмда республика һәм Мәскәү актерҙары уйнаған.

📍"Был проект Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында эшләнелгән, шуға күрә эш барышын күрһәтеү өсөн ойошторҙоҡ бөгөн. Ә тамашасыларға уны киләһе йылдың февраль айында сығарасаҡбыҙ", - тине режиссер Айнур Асҡаров.

🎬"Йәй. Ҡала. Мөхәббәт" - төрлө жанрҙағы 8 новелланы берләштергән альманах буласаҡ, уларҙы кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр темаһы берләштерә.
5👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌📌📌12-14 декабрҙә көндәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үтә икәндәһә.

Башҡорт халҡына ҡағылышлы ниндәй мәсьәләләр күтәрелер икән... Райондарҙа үткән ултырыштарҙа ҡатнашыусылар, был сараға әҙерләнеүселәр бармы арағыҙҙа?

Яҙығыҙ әле бында, нисек булыр, ниндәй мәсьәләләр күтәрелеүен, ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителеүен көтәһегеҙ?
10
💯ӨФӨЛӘ ҠАЙҘА БАРЫРҒА?

🎨“Торатау” Конгресс-холында асылған “Турахан” халыҡ-ара этнохудожестволы симпозиум йомғаҡтарына арналған күргәҙмәне барып күрергә мөмкин.

Был үҙенсәлекле проектты Евразия күсмә халыҡтар музейы ойошторҙо, унда Рәсәй, Иран, Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Монголия, Тажикстан, Үзбәкстан оҫталары ҡатнашҡан.

Идея авторы һәм күргәҙмә кураторы – Илдар Ғәниев, Рәсәй Рәссамдар берлеге ағзаһы, Евразия күсмә цивилизациялар музейының ғилми хеҙмәткәре.

Күргәҙмәне үҙ күҙҙәрегеҙ менән барып күрергә ашығығыҙ!

Әлегә күргәҙмәне асыу тантанаһынан ҡыҫҡа видеоға күҙ һала тороғоҙ.
🔥6👍1👏1
Хәйерле иртә!

Маҡсаттарыңа ирешеү өсөн төп иҫкәртмәне телефоныңа обой итеп ҡуй😉 🥰
🤓5🔥4
💥Салауат, Шайморатов, Сыңғыҙхан, Самрау батша, Степан Разин, Әбдел Ғәзиз ибн Сәғүд, Әхсән бей, Эдип, Ербол, Ахун хәҙрәт, Юлғотло һәм башҡа бик күп төрлө был исемдәрҙе нимә берләштерә тиһегеҙме?

Был образдарҙың барыһын да Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев сәхнәгә сығарған.

Бөгөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев, Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, билдәле актер һәм режиссер Хөрмәтулла Үтәшев үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.

🌹 Хөрмәтулла Ғаззали улын ихлас ҡотлайбыҙ һәм сәләмәтлек, тамашасыларын ҡыуандырыр яңы ролдәр, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

🍀Әйткәндәй, яратҡан актерыбыҙҙы бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында киске сәғәт 6-ла "Еҙнәкәй" музыкаль комедияһында ҡарарға мөмкин.
🥰5👏3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ӨДНТУ студенты Инсаф Әғзәмов фехтование буйынса Рәсәй чемпионатында бронза миҙал яулаған! Ил ярыштары Сочи ҡалаһында уҙған.

Ҡотлайбыҙ!🌹
👍17🔥10
НИ ӨСӨН "Ң" ХӘРЕФЕНЕҢ ҘУРЫ ЮҠ?

📌Башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың хеҙмәттәренең береһе - "Башҡорт балаларының ҡарһүҙе" тигән китабында бала-сағаларҙың байтаҡ ҡына көләмәстәре төрлө темаларға бүлеп бирелгән.
Шуларҙың ҡайһы берҙәрен бергәләп уҡып, йылмаяйыҡ әле. 😊

🍭"Ң" хәрефе
Уҡытыусы:
- Ни өсөн "ң" хәрефенең бәләкәйе бар, ҙуры юҡ?
- Ҡойроғо булғанға.

🍭Арыҫлан башы
Балалар зоопаркта йөрөй. Уҡытыусы:
- Әйтегеҙ әле, балалар, ниңә арыҫландың башы ҙур? - тип һорай.
- Ситлектән сығып китмәһен өсөн, - тип яуап бирә бер бала.

🍭Йорт хайуаны
Уҡытыусы:
- Балалар, ни өсөн йәнлектәрҙе йорт хайуандары, ҡырағай хайуандар, тип бүлеп йөрөтәләр?
- Уҡыусы:
- Сөнки ҡырағай хайуандар йылы яҡҡа китә, ә йорт хайуандары йортта ҡала.
- Ниндәй йорт хайуандары беләһегеҙ?
- Себен, - тип һанай башлай Гүзәл.
👏4😁2
ҺОРАУЫҢДЫ БИРЕП ҠАЛ!

💥Социаль селтәрҙәрҙә бихсап күп төрлө мәсьәләләр буйынса республика етәксеһенә һорауҙар яуҙырып ҡына торабыҙ, был юлы... тура бәйләнештә яуап алырға мөмкинлек бар!

3 декабрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «БСТ», «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», «UTV» телеканалдарында, «Юлдаш» радиостанцияһында тура тапшырыуҙа сығыш яһаясаҡ.

📌Һорау биреү ысулдары:
Телеграмм-бот аша (https://yangx.top/AskGlavaRBbot)
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы бәйләнеш платформаһында (https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/5690/)
Башҡортостан Башлығы сайтының махсус бүлегендә (https://glavarb.ru/rus/pl/)

📌Видеоһорауҙарҙы 2 декабрҙә киске сәғәт 7-гә тиклем ебәрергә мөмкин. Ролик яҙҙырыу өсөн республика Башлығы сайтындағы күрһәтмәләргә ярашлы эш итегеҙ (https://glavarb.ru/rus/pl/).
👍6🔥2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🌹Радик Динәхмәтов Әсәйҙәр көнө менән ҡотлаған!🌹

"Мой друг, Народный артист Республики Башкортостан Радик Динахметов, который сегодня находится в зоне СВО, поздравил с Днем матери всех дорогих нам людей! Он исполнил песню на стихи К. Шафиковой. Музыку написал композитор Н. Даутов.
Спасибо тебе, Радик! Береги себя!
🙏" - тип яҙған сәхифәһендә шағирә Лариса Абдуллина.

Әсәйҙәр көнө иртәгә билдәләнә.
17🥰4🔥3
ҠОЯШ - ЯҠТЫЛЫҠ, ӘСӘЙ - БӘХЕТЛЕК💞

Барлыҡ ӘСӘЙҙәрҙе байрам менән ҡотлайбыҙ!
10👍1🥰1
🎉БАШҠОРТ ҠЫҘҘАРЫ ЮҒАРЫ МОДА КОНКУРСЫНДА ЕҢГӘН!

📌"Миңзифа" бренды дизайнерҙары Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар "Этно-Эрато 2024" XXIII милли костюмдың юғары мода Евразия конкурсында 1 урын яулаған һәм "Ника" статуэткаһын алғандар.

Дизайнерҙар "Заман" башҡорт милли кейеме элементтары менән заманса ҡатын-ҡыҙҙар кейеме коллекцияһын күрһәткән.

📌Шулай уҡ улар Санкт-Петербург ҡалаһында үткән "Мода берҙәмлеге 2024" III Халыҡ-ара форумында ла Башҡортостан исеменән уңышлы сығыш яһағандар. Тәҡдим ителгән видеола нәҡ ошо саранан күренештәр.

- Беҙ был еңеүебеҙҙе ҡәҙерле әсәйебеҙгә бағышлайбыҙ, - тип яҙған Хамматовалар.

Дизайнерҙарҙы ижади еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!
🌹🌹🌹
👏12🔥5🥰3👍1
САЛАУАТТАР ӘЙТӘМ САЛАУАТҠА

Салауатым, һин мәңгелек, һин үлмәнең!
Башҡорт илен һаҡлап ҡына тора һинең йәнең.

Салауат - ул хыял уты, милләт ҡото,
Мәңге йәшә, салауатлы милләт йорто!

Салауат - ул азатлыҡтың оранылыр,
Кәрәк булһа, ҡоралһыҙҙың ҡоралылыр.

Хикмәт барҙыр Салауаттың ҡылысында,
Шуға ла ул тора һәр саҡ ҡын осонда.

Салауат ул доға беҙҙә, доға беҙҙә,
Салауаттар әйтәйек беҙ бергә-бергә
илебеҙгә, еребеҙгә!

Рәшит ШӘКҮР. 2004 йыл.
👏9🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғүмер оҙон кеүек ине миңә... ❤️

Видео: Наҙгөл Ҡасимова.
10🥰1
Башҡортостан. Көҙ. Василий Яковлев фотолары.
7🔥5👍1