This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Ауаз" башҡорт фольклор ансамленең ихлас ҡотлау һүҙҙәренә ҡушылабыҙ.
Видео: Башҡорттар-БСТ төркөмөнән алынды.

🔥10
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау - яуаплы эш. Уны атҡарып сығыуҙың мөһимлеге тураһында БСТ каналының махсус репортажын ҡарағыҙ.
❤8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
МХО зонаһынан яҡташ яугирҙар Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлау һүҙҙәрен һәм теләктәрен юллаған.
Видео: "Башкирский батальон" төркөмөнән.

❤12👎3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Гөлүзә Арыҫланова көйө һәм һүҙҙәренә "Алтын тау эҙләмәгеҙ" йырын Сәриә Асҡарова башҡара.
Видео: "Һәүәҫкәр" төркөмөнән.
Видео: "Һәүәҫкәр" төркөмөнән.
❤13
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртәләр! 😍 "Тағыы эшкәәә" - тип, һағышланып ултырмайһығыҙҙыр ул?🍂
Видео: Ғайсар Миңлеғолов.
Видео: Ғайсар Миңлеғолов.
❤10👍2
📌САЛАУАТҠА АРНАЛҒАН ЙЫРҘАРҘЫ ТУПЛАУСЫНЫҢ ТЫУЫУЫНА – 120 ЙЫЛ
📍Музыка белгесе, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре Лев Николаевич Лебединский 1904 йылда Мейәс заводы ҡасабаһында (хәҙерге Силәбе өлкәһе) тыуған.
✅Ул Салауат Юлаев тураһында башҡорт халыҡ йырҙарын йыйыу һәм өйрәнеүгә тос өлөш индергән.
🔥Беренсе булып «Салауат» йырын Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәүсе Б. М. Мәһәҙиеванан 1937 йылда яҙып ала һәм «Башҡорт халыҡ йырҙары» (1954) йыйынтығында баҫтыра.
✅Шулай уҡ 1938 йылда Л. Н. Лебединский Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тыуып үҫкән яҙыусы Низам Ҡәриповтан яҙып ала. Был йыр марш көйөндә башҡарыла, мажорлы, дәртле тонда.
✅ Йырҙың З. Ғ. Исмәғилев, Ғ. З. Сөләймәнов яҙып алған варианттары ла бар.

❤8👍4
ИТМЕ, ЭТМЕ, ӘЛЛӘ ЫЙЫҠМЫ?
📌Ыйыҡкүл, Эйеккүл, Иткүл, Эткүл – былар барыһы ла Силәбе өлкәһендәге русса “Иткуль” тип йөрөтөлгән күлдең боронғо атамаһы тураһында фараздар.
✅Шулай ҙа Ыйыҡкүл тигәне дөрөҫлөккә яҡыныраҡтыр, сөнки эргәһендә Ыйыҡ тигән йылға аға, шундай тау бар, ә уртаһында - “Ыйыҡташ” тораташы.
📌Әйткәндәй, Ыйыҡташ тораташының да атамаһы русса башҡаса – Шайтан-камень тип йөрөтөлә. Бында борон йолалар үтәлгән урын булған, тип иҫәпләнә.
✅Ыйыҡташ тураһында П.П. Бажов әкиәттәр ҙә яҙған.
Координаттары - 56.120747, 60.525950

👍10❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💙🤍💚
Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе актёры Фәнил Ҡарасурин Шәйехзада Бабичтың "Халҡым өсөн" шиғырын һөйләй.
Видео: Күршеләр / Соседи | Фаниль и Салима Карачурины

👍17❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Торғаны бер әртис инде был шәп егет - Динислам Биҡҡолов.
Видео: "Халыҡ баянсылары һәм гармунсылары" төркөмөнән.

❤10👏5🔥3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📍Балаларҙы кискеһен уйындарынан айырып, йоҡларға һала алмайһығыҙмы?
Шәһит Хамматов бер шәп ысул тәҡдим итә 😉

😁15👍3
Бына ниндәй шәхестәребеҙ булған!
📍Петроградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан, "Салауат" гәзитен сығарыуҙы юлға һалған милләттәшебеҙ Нуриәғзәм Таһиров тураһында БСТ каналында сыҡҡан бик ҡыҙыҡлы сюжет ҡарағыҙ.
📍Баҡтиһәң, "Бабич" фильмында төп ролде башҡарыусы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров та ошо нәҫелдән икән.
Видео: БАШКОРТТАР-БСТ
Ишбулатова Гөлнур

👍7
🔴Үҙеңде һына!
Ә.-З. Вәлиди исемендәге Башҡортостан Милли китапханаһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Рәсәй Республикаһы составында Башҡортостан автономияһы иғлан ителеүгә һәм 1917 йылғы Октябрь революцияһына арналған викторинала ҡатнашырға саҡыра.
Һорауҙарға яуап биреү өсөн түбәндәге һылтанма буйынса күсегеҙ: https://forms.gle/G3fFCffU55Rikoab7

👍4
Кемгә ышанаһың?
Хужа Насретдинға күршеһе килеп инә һәм ишәгеңде биреп тор, тип һорай.
- Мин уны икенсе кешегә биреп торҙом инде, - ти мулла.
Шул ваҡыт һарайҙан ишәк баҡырғаны ишетелә.
- Баҡырғанын ишетәм дә инде, - ти күршеһе.
- Кемгә һин нығыраҡ ышанаһың, ошо йәшкә еткәнсе йәшәгән миңәме, әллә ишәккәме? - тип яуаплай Насретдин.

😁5
УРЫН ТАРТМА
“Туй әйберҙәренең традицион йыйылмаларында урын тартма, тартҡылар айырым бер урын биләп торған. ХХ быуатта улар ярҙамында йорттағы урындыҡҡа йыйылған түшәк-ҡаралтыларҙы биҙәгәндәр.
📍Туй мәлендә йәш кәләште яңы йортҡа күсергәндә уларҙы эйәр аҫтындағы серге йәки ат япмаһы өҫтөнән аша ташлап һалғандар.
Тартҡыларға сигелгән үҙенсәлекле биҙәктәр, өлкән быуын кешеләре иҫәпләүенсә, сихыр һәм күҙ тейеүҙән һаҡлап ҡына ҡалмаған, ә ир һәм ҡатындың никахлы ҡауышыуы һөҙөмтәлелеген дә тәьмин иткән.
📍Өйҙә был әйберҙәр йәш ғаиләнең түшәген яман күҙҙән һаҡлаған”.
Светлана Шитова. “Халыҡ ижады: көньяҡ башҡорттарында кейеҙҙәр, балаҫтар һәм туҡымалар” китабынан.

❤5👌2