Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔥Йәш йырсы Скани (Искәндәр) башҡарыуында "Умырзая" йыры. Оҡшаймы?
👍15🔥6🙏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БӨРКӨТ
Тыуған яғым – мәғрүр тауҙар,
Таш ҡалҡандар төбәге.
Сал тауҙарҙың иңрәүенән
Ай, өҙөлә үҙәгем.
Бөтөрҙөкмө бөркөттәрҙе? –
Шуға ҡайнай һарыуым.
Уҡты күктәргә күтәргән
Ҡайҙа бөркөт ҡаурыйы?
Ҡайҙа ҡыйыу бөркөтсөләр
Бүрегә һунар ҡорған?
Нимә уйлап, кемдең ҡулы
Бөркөттөң йәнен ҡыйған?
Тауҙарымдың йәме ине
Саңҡ-саңҡ иткән бөркөтө.
Бөркөт түгел, рухыбыҙҙы
Ебәрҙекме өркөтөп?
Оран сөйөр ғорур ҡошто
Һаҡлай алманыҡ ниңә?
...Бөркөт саңҡыуын һағынып,
Сал Урал тауы иңрәй...
Фәнүзә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА-НӘБИУЛЛИНА.
Тыуған яғым – мәғрүр тауҙар,
Таш ҡалҡандар төбәге.
Сал тауҙарҙың иңрәүенән
Ай, өҙөлә үҙәгем.
Бөтөрҙөкмө бөркөттәрҙе? –
Шуға ҡайнай һарыуым.
Уҡты күктәргә күтәргән
Ҡайҙа бөркөт ҡаурыйы?
Ҡайҙа ҡыйыу бөркөтсөләр
Бүрегә һунар ҡорған?
Нимә уйлап, кемдең ҡулы
Бөркөттөң йәнен ҡыйған?
Тауҙарымдың йәме ине
Саңҡ-саңҡ иткән бөркөтө.
Бөркөт түгел, рухыбыҙҙы
Ебәрҙекме өркөтөп?
Оран сөйөр ғорур ҡошто
Һаҡлай алманыҡ ниңә?
...Бөркөт саңҡыуын һағынып,
Сал Урал тауы иңрәй...
Фәнүзә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА-НӘБИУЛЛИНА.
🔥10
"Толпар аҡбуҙ ат – пар ҡанатлы ат,
Осоп кил яныма, баҫ hин ҡаршыма.
Мине алып бар Ҡафтау артына,
Алтын hарайҙағы Һылыу янына"
Аҡбуҙатлы булығыҙ!⭐
Осоп кил яныма, баҫ hин ҡаршыма.
Мине алып бар Ҡафтау артына,
Алтын hарайҙағы Һылыу янына"
Аҡбуҙатлы булығыҙ!
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤11🔥1
🗻СИНИЕ СКАЛЫ - ҠОЛСОҒАҘЫТАШ
Бына ниндәй матур атамалы ҡая ташы бар Белорет районында.
📍Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән ҡаяташ ҡояш ҡалҡҡан мәлдә үҙенсәлекле күгелйем төҫкә мансыла.
Бына шуға ла уны урыҫсалап "Синие скалы" тип атағандар.
Әммә уның атамаһы ҡая эргәһендә ағып ятҡан йылғанан алынған.
📌Башҡортса Википедияла "Ҡолсоғаҙы" атамаһы тураһында бына шундай аңлатма бирелә:

✅Ҡолсоғаҙы һүҙе тураһында, имеш, башҡортсанан спящая красавица (йоҡоло һылыуҡай) тип тәржемә ителә, тигән матур легенда уйлап сығарғандар, ул яҙманан-яҙмаға күсеп йөрөй, мәгәр был ысынбарлыҡтан бик алыҫ икәне күренеп тора.
✅Ғаҙы һүҙе - боронғо башҡорт телендә йылға тигәнде аңлатҡан. Тәүге өлөшө ҡолсо һүҙенән дә, ҡулса һүҙенән дә булыуы ихтимал".
❤5
❤Ҡолсоғаҙыташҡа менһәң, тирә-яҡҡа бына шундай иҫ киткес хозур күренеш асыла.
📸Иғтибарығыҙға Әлиә Дашкинаның фотоларын тәҡдим итәбеҙ.

❤🔥10
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Илгиз Муллағәләмов видеоһы.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍4❤1
Фәрзәнә Утарбаева «Нигеҙ» фильмы менән Силәбелә үткән «Эфир74» Бөтә Рәсәй кеше һәм тәбиғәт хаҡындағы фильмдар фестивалендә ҡатнашҡан.
Ярышҡа бөтәһе 83 илдән 1200-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Уларҙың 25-е шорт-листҡа үткән.
Видео: Ф. Утарбаева. Фильм буйынса эш барышынан күренештәр.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥10👏2❤🔥1👍1
🔥БАШҠОРТ АТЫ - ЕҢЕҮСЕ!
📌Бәхетленең байрамы бер көндә ти, Башҡортостандың милли ғорурлығы - башҡорт аты тағы бер еңеүгә өлгәште.
✅Мәскәүҙә үткән "Атлы Рәсәй 2024" Халыҡ-ара конкурсында Алан ҡушаматлы башҡорт тоҡомло айғыр үҙенең йәш категорияһында һәм Рәсәйҙең абориген тоҡомло аттары араһында абсолют еңеүсе тип табылды.
🏆Был еңеү - ат хужаһы Альбина Ғәлимованың тырыш хеҙмәт емеше.
Бындай матур аттарҙы ҡарау, тәрбиәләү һәм конкурстарға әҙерләү еңелдәрҙән түгел, быны тик үҙ эшенә мөкиббән китеп ғашиҡ булғандар ғына атҡарып сыға алалыр. Ҡотлайбыҙ!🌹

🔥11🥰2👏2❤🔥1
🌙ЙӘМӘҒӘТ МЕНӘН НАМАҘ УҠЫРҒА, ВӘҒӘЗ ТЫҢЛАРҒА ҠУШЫЛАҺЫҒЫҘМЫ БӨГӨН?
📍Ҡайһы бер мәсеттәрҙә бөгөн сәғәт төшкө икенсе яртыла башланасаҡ йома вәғәздәренең темаларын иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
✅“Мәҙинә” мәсете (Фронт бригадалары ур, 10, корпус 25), Ғабдулғәлим хәҙрәт “Хаҡ хакимлыҡ Аллаһтыҡы” темаһына һөйләй;
✅“Мөнирә” мәсете (Күл аръяғы ур, 2), Морат хәҙрәт “Хәҙерге йәмғиәттә Исламға саҡырыу” темаһына һөйләй;
✅“Авдон” мәсете (Урман паркы ур, 5), Инзел хәҙрәт Хәйруллин “Әл-Көрси” аятын аңлатыу” темаһына һөйләй;
✅Благовещен, “Нурмөхәммәт” мәсете (Седов ур, 117), Артур хәҙрәт “Иман терәктәре” темаһына һөйләй;
✅Миловка, “Иман нуры” мәсете (2-се Мәктәп тыҡрығы, 1б), Иршат хәҙрәт “Өлкәндәргә ҡарата ихтирам” темаһына һөйләй;
✅Булгаков ауылы мәсете (Халтурин ур., 22) Нурмөхәмәт хәҙрәт “Тел гонаһтары” темаһына һөйләй;
✅Шаҡша мәсете (Гвардия ур, 54а), Ислам колледжы шәкерте “Хоҙайҙан ҡурҡыу” темаһына һөйләй.
Һүрәт: "Башҡорт телендә открыткалар"ҙан.

👍6
📍ФРАНЦИЯЛА БАШҠОРТ ЭТНО-АУЫЛЫН БУЛДЫРҒАН ДЖОНАТАН
✅Башҡорт тамырлы француз Джонатан Czödör Ишмөхәмәтовтың ата-бабалары Учалы районы Һөйөндөк ауылынан булған.
1917 йылғы Башҡорт милли хәрәкәтендә большевиктарға ҡаршы йөрөгән ағалы-ҡустылы Әхтәм һәм Мирт Ишмөхәмәтовтар сит илгә сығып китергә мәжбүр булған, ә иң кеселәре коммунистар яғына сығып, тыуған илдә ҡалған.
✅Ишмөхәмәтовтар 1923 йылда Францияға килеп төпләнә. Икенсе донъя һуғышы осоронда Әхтәм нацистик Германияға ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр рәтендә һуғыша. Ә Мирт, СССР тарҡалғас, 1992 йылда тыуған яҡтарына ҡайтып, ҡустыһын эҙләп таба. Әммә уны яҙмыш тағы ситкә ташлай – Ҡаҙағстанға сығып китә.
📌Джонатан – Әхтәмдең бүләһе, ул бөгөн туған халҡының боронғо йолаларын ҡәҙерләп һаҡлай: Франциялағы Moncaup коммунаһында башҡорт этно-ауылын һалып, шунда ғаиләһе менән йәшәй.
Был туристар өсөн генә ойошторолған утар түгел, башҡорт рухлы ғаилә хужалыҡтарында йылҡы, кәзә, һарыҡ көтә.
🔥Джонатан «Batyriyya» тигән мәктәп тә асҡан, унда теләгән һәр кемгә боронғо башҡорт хәрби көрәше – “ҡара ҡаплан” нигеҙҙәрен төшөндөрә.
📸Тәүге 2 фотола Джонатан ғаиләһе менән, этно-ауылдан күренештәр.
📸Ә 3-сө фотола: Джонатан Ишмөхәмәтов ҡатыны Джулия, үгәй улы Робин, улы Арслан, ҡыҙы Тина һәм үгәй ҡыҙы Нойа менән.

❤🔥7🔥1👏1