This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Әгәр ғаиләлә бер генә милли ҡомартҡыбыҙ һаҡлана икән, шуны заманса кейем менән зауыҡлы ғына итеп кейеп йөрөргә өйрәтергә, шул миҫалды күрһәтергә кәрәк йәштәргә", - ти Салауат районы Комсомол ауылынан башҡорт милли кейемдәре оҫтаһы Гөлдәр Шәбиева.
Уның ауылында" Һомай" атамалы йорт-музейы бар.
Бында теләгән һәр кем килеп, башҡорт йортоноң биҙәлеше, ҡаралтылар, милли кейемдәр менән таныша, кейеп фотоға төшә ала.
Видео: Азат Ғәлиуллин.
Уның ауылында" Һомай" атамалы йорт-музейы бар.
Бында теләгән һәр кем килеп, башҡорт йортоноң биҙәлеше, ҡаралтылар, милли кейемдәр менән таныша, кейеп фотоға төшә ала.
Видео: Азат Ғәлиуллин.
❤5👍3
БАШҠОРТ ИЛЕ
Ҡайҙа - аҙан, һыуҙа - һаҙан,
Усаҡтарҙа ҡайнай ҡаҙан -
Шунда - башҡорт.
Йөҙө - нурлы, иле - муллы,
Табынында бисмиллалы
Һыйлы аш-ҡот.
Иманым тип, ил-ғәмем тип
Ҡанын ҡойған, йәнен ҡыйған -
Аҙаны шул,
Йәйрәп ятҡан тау-далаһын
Иңләп аҡҡан йылғаларҙың
Һаҙаны мул.
Ни мосафир изге уйҙан
Тупһабыҙҙан аша уҙһа -
Ҡаҙан әҙер,
Бабаларҙан шул рәүештә
Йәшәргә тип, эшләргә тип
Ҡалған нәҙер.
Донъяларҙа беҙ юғалған
Ҡәүем түгел, әүен түгел -
Кәмһенмәйбеҙ,
Сит малына, байлығына,
Әллә кемдең ер-һыуына
Ымһынмайбыҙ.
Шөкөр, тибеҙ: тулы - ҡаҙан,
Һыуҙа - һаҙан, моңло - аҙан,
Ныҡлы биле;
Иман сәсһен, дуҫ күбәйтһен,
Торған ерен ожмах итһен
Башҡорт иле.
Гүзәл СИТДИҠОВА.
Ҡайҙа - аҙан, һыуҙа - һаҙан,
Усаҡтарҙа ҡайнай ҡаҙан -
Шунда - башҡорт.
Йөҙө - нурлы, иле - муллы,
Табынында бисмиллалы
Һыйлы аш-ҡот.
Иманым тип, ил-ғәмем тип
Ҡанын ҡойған, йәнен ҡыйған -
Аҙаны шул,
Йәйрәп ятҡан тау-далаһын
Иңләп аҡҡан йылғаларҙың
Һаҙаны мул.
Ни мосафир изге уйҙан
Тупһабыҙҙан аша уҙһа -
Ҡаҙан әҙер,
Бабаларҙан шул рәүештә
Йәшәргә тип, эшләргә тип
Ҡалған нәҙер.
Донъяларҙа беҙ юғалған
Ҡәүем түгел, әүен түгел -
Кәмһенмәйбеҙ,
Сит малына, байлығына,
Әллә кемдең ер-һыуына
Ымһынмайбыҙ.
Шөкөр, тибеҙ: тулы - ҡаҙан,
Һыуҙа - һаҙан, моңло - аҙан,
Ныҡлы биле;
Иман сәсһен, дуҫ күбәйтһен,
Торған ерен ожмах итһен
Башҡорт иле.
Гүзәл СИТДИҠОВА.
❤6
БӨГӨН БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ОНЛАЙН-ОЛИМПИАДА БАШЛАНДЫ!
❓Ҡатнашып өлгөрөүселәр бармы?
Һөҙөмтәләрегеҙ менән бүлешергә онотмағыҙ!😉
📌Теркәлеүгә бәйле ҡыйынлыҡтар килеп тыуған осраҡта:
✅браузерҙың кэшын таҙартығыҙ;
✅олимпиаданың сайты асылған битте яңыртып асығыҙ, тип кәңәш итә ойоштороусылар.
Олимпиаданың сайты: basholimpiada.ru.
☎Әгәр ҙә тағы ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа, ошо телефон һандарын йыя алаһығыҙ: 8 (347) 246-58-24
Уңыштар!

🔥5
“Йүрүҙән” гәзите төркөмөндә яңы онлайн фотоконкурс иғлан ителгән.
Ул Ололар көнөнә арналған. Конкурс шарттары менән гәзиттең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә ентекләберәк танышырға мөмкин.
Ә беҙ ҡатнашыусыларҙың береһе, Нәфиә Ҡәйепованың ғаилә фотоһына күҙебеҙ төшөп, һеҙҙең менән дә уртаҡлашмаҡсы булдыҡ. 🥰
Шундай һөймәлекле балалар һәм өлгө күрһәтерҙәй өләсәй-олатай бар икән был ғаиләлә, күҙ теймәһен!

❤6👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓БАРАҺЫҒЫҘМЫ?
Башҡортостандың Ҡурайсылар дәүләт ансамбле беренсе концертына саҡыра.
Иртәгә, сәғәт киске 7-лә "Башҡортостан Дәүләт концерт залында.
Башҡортостандың Ҡурайсылар дәүләт ансамбле беренсе концертына саҡыра.
Иртәгә, сәғәт киске 7-лә "Башҡортостан Дәүләт концерт залында.
🔥10
Көҙ төҫөнә мансылған Ҡуштауыбыҙға һоҡланып бөтөрлөк түгел!
Был матурлыҡты Альбина Исмәғилева төшөрөп алған.
Был матурлыҡты Альбина Исмәғилева төшөрөп алған.
❤5🥰2
❤️Музейҙағы бал ҡорттары тере!
Билдәле ҡатай башҡорто, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы Рәнис Алтынбаев бөгөн Башҡортостан Милли музейында «Рәмил Килмәмәтов. Башҡортостан хаҡында һөйөү менән» тигән фотокүргәҙмәне асыу тантанаһында ҡатнашҡан.
Ул был саранан ҡыҫҡа ғына видео һәм фотолар менән бүлеште: музейҙа таныулы фоторәссамыбыҙ Рәмил Исмәғил улы Килмәмәтовтың (1949-2019) иҫ киткес фотоһүрәттәренән тыш, бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы башҡа күргәҙмәләр ҙә эшләй икән.
🐝“Бөрйән бал ҡорто” тигән күргәҙмә залында бал ҡорттары тере!
📌Быны үҙ күҙҙәрегеҙ менән мотлаҡ барып күрегеҙ!

👍5🔥3
Бөгөн Өфөлә Үҙәк баҙар эргәһендәге транспорт ҡуласаһы уртаһына ошондай һыуһар ҡуйғандар, тип хәбәр ителә.
Оҡшаймы?
❤️ - Эйе, шәп булған!
😱- Ҡот осҡос!
Оҡшаймы?
❤️ - Эйе, шәп булған!
😱- Ҡот осҡос!
❤6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ХӘЙЕРЛЕ ИРТӘ!
Байрам ялдары башланырға бер генә эш көнөн үткәреп ебәрәһе ҡалды.
Уңышлы булһын!💕
Байрам ялдары башланырға бер генә эш көнөн үткәреп ебәрәһе ҡалды.
Уңышлы булһын!💕
❤9🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ИР ҠАНАТЫ АТ БУЛА
©Башҡорт халыҡ мәҡәле
Видеола: Силәбе өлкәһенән милләттәшебеҙ Рифат Яруллин Башҡортостанда ял иткәнендә Аҡ морон ҡушаматлы атта бына шулай ел етмәҫ ергә елдергән.
©Башҡорт халыҡ мәҡәле
Видеола: Силәбе өлкәһенән милләттәшебеҙ Рифат Яруллин Башҡортостанда ял иткәнендә Аҡ морон ҡушаматлы атта бына шулай ел етмәҫ ергә елдергән.
🔥7👍3