Башҡорт донъяһы
697 subscribers
2.1K photos
1.22K videos
1 file
192 links
加入频道
📌ЮНЕСКО-ның "ЯНҒАНТАУ" ГЕОПАРКЫНДА ЯҢЫ АРХЕОЛОГИК ҠОМАРТҠЫ ТАБЫЛҒАН

🗿"Янғантау" геопаркы биләмәһенә ингән Салауат районы Лағыр ауылы эргәһендә үткәрелгән археологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә яңы ҡомартҡылар табылған.

🗿Тикшеренеүҙе геопарк хеҙмәткәре Айнур Ситдиҡов үткәргән. Ул Лағыр ауылы тапҡырынан Әй йылғаһының һул яҡ яры буйлап Ҡарайылға шишмәһе тамағына тиклем биләмәне өйрәнгән. Маршруттың дөйөм оҙонлоғо 15 км тәшкил иткән.

🗿Һөҙөмтәлә, яңы археологик ҡомартҡы - Лағыр-2 боронғо кешеләр йәшәгән урын асыҡланған. Был урында әүәләп яһалған керамика ярсыҡтары, хайуандар һөйәктәре һәм тимер әйбер табылған.

"Бында киң һыубаҫар туғай, һаҙлыҡлы ер, шуға быға тиклем ентекле ҡаҙыныу эштәре үткәрелмәгән. Ошоға бәйле лә, беренсе "асыҡ бит"те үҙемдең тыуған ауылымдың тирә-яғын тикшереүгә бағышлағым килгәндән дә, тап был урынды тикшерергә булдым",

- ти Айнур Ринат улы.

🗿Лағыр-2 - боронғо ултырағында кешеләр беҙҙең көндәргә тиклем 2 мең йыл элек йәшәгән булған. Ҡомартҡылар иртә тимер быуат осорона ҡарай.

"Табылған әйберҙәргә ҡарап, бында йәшәгән боронғо кешеләр мал-тыуар көткәнлеген, тимерселек эше үҫешкән булыуын фаразларға була. Киләсәктә тулы масштаблы ҡаҙыныуҙар эше барышында ентекле мәғлүмәт алынасаҡ",

- ти Айнур Ситдиҡов.

🗿ЮНЕСКО-ның "Янғантау" геопаркы тулы ҡанлы хеҙмәт өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бирҙе, ул яйлап яҡшы сифатлы археологик тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнерлек ойошмаға әүерелә бара, тип билдәләне археолог.

🗿Шулай уҡ "Боронғо Өфө" Музей-ҡурсаулығынын археология бүлеге хеҙмәткәрҙәренә һәм Лағыр ауылынан крайҙы өйрәнеүсе А. Р. Шәриповҡа рәхмәтен белдерҙе.

📍 Әйткәндәй, Салауат районы биләмәһендә табылған археологик ҡомартҡылар һаны хәҙер яҡынса 45-кә еткән. Ә Лағыр ауылы эргәһендә тағы ла VII быуатҡа ҡараған Лағыр-1 ҡурғаны бар.

📍"Янғантау" геопаркы донъяның башҡа 15 яңы биләмәһе менән бергә 2020 йылдың 7 июлендә ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары исемлегенә инде. Был Рәсәйҙә халыҡ-ара кимәлдә танылған беренсе геопарк.
🔥81
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рөстәм Ғиззәтуллиндың яңы йырын көтәһегеҙме?
👍121🔥1💯1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡтар менән тыуһын яңы көн! 🌞
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🥰11👍2
📍Яугирҙарға 60 кг аҡ май әҙерләгәндәр

☘️Башҡортостандың Баймаҡ районы Урғаҙа ауылынан ирле-ҡатынлы Ишҡоловтар махсус хәрби операция яугирҙарына тип 60 кг аҡ май әҙерләгәндәр. Шулай уҡ эре малдың итен дә ебәргәндәр.

☘️МХО-ла ҡатнашҡан яҡташтарына был гуманитар ярҙамды әҙерләшеүҙә ауылдаштары, ауыл советындағы мәсет һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ихлас ярҙам иткән.

📍Бына шундай асыҡ күңелле, кеше йәнле яҡташтарыбыҙҙың булыуы - үҙе бер ғорурлыҡ, афариндар!
👍16🔥1
💚Башҡорттарҙың яҫтыҡ (мендәр) тышы.

МИЛЛИ_КЕЙ төркөмөндә ҡуйылған был мәғлүмәт.

☘️Һүрәттәге яҫтыҡ тышы - 1947 йылғы ҡул эше.

☘️Ҙурлығы (суҡтарын иҫәпләмәгәндә): оҙонлоғо 60,5, киңлеге 63,5.

☘️"Рәсәй этнография музейы"нда һаҡлана.

❤️Күҙҙең яуын алырлыҡ, шулай бит?
👍16🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ашыҡ уйнағанығыҙ бармы?

Был башҡорт халыҡ уйыны тураһында БСТ каналының "Башҡорттар" тапшырыуы сюжетын ҡарағыҙ.
👍9🔥1
✈️Легендар башҡорт осоусыһы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевҡа һәйкәл ҡуйыла, был турала ишеткәнһегеҙҙер, моғайын.

✈️Яңы иҫтәлекле урын геройҙың тыуған төйәге - Илеш районы Бишҡурай ауылына яҡын ерҙә, М7 федераль трассаһы буйында булдырыла.

✈️Әле бында эштәр гөрләй.
8👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күрҙегеҙме әле?🤩

Арыҫлан Тимеровтың яңы ғына "Оҙон көй"ҙә йырлағанын ҡуйғайныҡ, әле бына үҙенең яңы йырына арнап төшөргән видоһын күреп ҡалдыҡ.

Һеҙгә нисек?
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥22👍91
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Һеңлекәш" фильмы эҙҙәре буйлап йөрөгәнегеҙ бармы?

Юҡ икән, был фильмда Йәмил ролен башҡарыусы Арыҫлан Ҡырымсурин менән Белорет районы Яңы Хәсән ауылына "барып ҡайтығыҙ"😉

Был видеоны күргәс, фильмын яңынан ҡарағы килеп китте ул, шулаймы?
👍176
Замандашыбыҙ, йәш яҙыусы Айбулат Сәсәнбаевтың "Патриот бабай" романы буйынса матур әҙәби кисәгә рәхим итегеҙ, дуҫтар.
🔥11👌2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Батыр улдар үҫтергән әсәйҙәрҙең күңелдәрендәге зар-һағыш был йырҙа...💔

"Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкән, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Әҡсән Мырҙағәлин һуғышҡа алынғас, әсәһе Әсмә уға ошо арнап йыр сығара", - тип хәбәр итә "Баймаҡ ТВ".

Видео: "Баймаҡ ТВ" төркөмөнән.
👍7😢6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был донъяның матурлығын күрә беләйек!

Хәйерле иртә, барығыҙға ла!☀️

Видео: Асылыкүл. Башҡортостандың Дәүләкән районында.
Сығанаҡ: "Красивые места Урала" каналы.
12🥰4