Башҡорт донъяһы
697 subscribers
2.1K photos
1.22K videos
1 file
192 links
加入频道
📌САЛАУАТҠА АРНАЛҒАН ЙЫРҘАРҘЫ ТУПЛАУСЫНЫҢ ТЫУЫУЫНА – 120 ЙЫЛ

📍Музыка белгесе, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре Лев Николаевич Лебединский 1904 йылда Мейәс заводы ҡасабаһында (хәҙерге Силәбе өлкәһе) тыуған.

Ул Салауат Юлаев тураһында башҡорт халыҡ йырҙарын йыйыу һәм өйрәнеүгә тос өлөш индергән.

🔥Беренсе булып «Салауат» йырын Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәүсе Б. М. Мәһәҙиеванан 1937 йылда яҙып ала һәм «Башҡорт халыҡ йырҙары» (1954) йыйынтығында баҫтыра.

Шулай уҡ 1938 йылда Л. Н. Лебединский Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тыуып үҫкән яҙыусы Низам Ҡәриповтан яҙып ала. Был йыр марш көйөндә башҡарыла, мажорлы, дәртле тонда.

Йырҙың З. Ғ. Исмәғилев, Ғ. З. Сөләймәнов яҙып алған варианттары ла бар.
8👍4
ИТМЕ, ЭТМЕ, ӘЛЛӘ ЫЙЫҠМЫ?

📌Ыйыҡкүл, Эйеккүл, Иткүл, Эткүл – былар барыһы ла Силәбе өлкәһендәге русса “Иткуль” тип йөрөтөлгән күлдең боронғо атамаһы тураһында фараздар.

Шулай ҙа Ыйыҡкүл тигәне дөрөҫлөккә яҡыныраҡтыр, сөнки эргәһендә Ыйыҡ тигән йылға аға, шундай тау бар, ә уртаһында - “Ыйыҡташ” тораташы.

📌Әйткәндәй, Ыйыҡташ тораташының да атамаһы русса башҡаса – Шайтан-камень тип йөрөтөлә. Бында борон йолалар үтәлгән урын булған, тип иҫәпләнә.

Ыйыҡташ тураһында П.П. Бажов әкиәттәр ҙә яҙған.

Координаттары - 56.120747, 60.525950
👍102
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💙🤍💚

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе актёры Фәнил Ҡарасурин Шәйехзада Бабичтың "Халҡым өсөн" шиғырын һөйләй.

Видео: Күршеләр / Соседи | Фаниль и Салима Карачурины
👍172
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Торғаны бер әртис инде был шәп егет - Динислам Биҡҡолов.

Видео: "Халыҡ баянсылары һәм гармунсылары" төркөмөнән.
10👏5🔥3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📍Балаларҙы кискеһен уйындарынан айырып, йоҡларға һала алмайһығыҙмы?

Шәһит Хамматов бер шәп ысул тәҡдим итә 😉
😁15👍3
Ноябрь - көҙгө ай булһа ла, тиҙҙән ҡыш килерен белгертеп, ҡар ҙа яуҙы инде. Юҡҡа ғына уны ҡырпағай тимәгәндәр шул.
Миҙгелдәргә ҡарамай, һәр ваҡыт шат, бәхетле, һау-сәләмәт булайыҡ! 💟
👍6🔥1
Бына ниндәй шәхестәребеҙ булған!

📍Петроградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан, "Салауат" гәзитен сығарыуҙы юлға һалған милләттәшебеҙ Нуриәғзәм Таһиров тураһында БСТ каналында сыҡҡан бик ҡыҙыҡлы сюжет ҡарағыҙ.

📍Баҡтиһәң, "Бабич" фильмында төп ролде башҡарыусы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров та ошо нәҫелдән икән.

Видео: БАШКОРТТАР-БСТ
Ишбулатова Гөлнур
👍7
🔴Үҙеңде һына!

Ә.-З. Вәлиди исемендәге Башҡортостан Милли китапханаһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Рәсәй Республикаһы составында Башҡортостан автономияһы иғлан ителеүгә һәм 1917 йылғы Октябрь революцияһына арналған викторинала ҡатнашырға саҡыра.

Һорауҙарға яуап биреү өсөн түбәндәге һылтанма буйынса күсегеҙ: https://forms.gle/G3fFCffU55Rikoab7
👍4
Кемгә ышанаһың?

Хужа Насретдинға күршеһе килеп инә һәм ишәгеңде биреп тор, тип һорай.
- Мин уны икенсе кешегә биреп торҙом инде, - ти мулла.
Шул ваҡыт һарайҙан ишәк баҡырғаны ишетелә.
- Баҡырғанын ишетәм дә инде, - ти күршеһе.
- Кемгә һин нығыраҡ ышанаһың, ошо йәшкә еткәнсе йәшәгән миңәме, әллә ишәккәме? - тип яуаплай Насретдин.
😁5
УРЫН ТАРТМА

“Туй әйберҙәренең традицион йыйылмаларында урын тартма, тартҡылар айырым бер урын биләп торған. ХХ быуатта улар ярҙамында йорттағы урындыҡҡа йыйылған түшәк-ҡаралтыларҙы биҙәгәндәр.

📍Туй мәлендә йәш кәләште яңы йортҡа күсергәндә уларҙы эйәр аҫтындағы серге йәки ат япмаһы өҫтөнән аша ташлап һалғандар.

Тартҡыларға сигелгән үҙенсәлекле биҙәктәр, өлкән быуын кешеләре иҫәпләүенсә, сихыр һәм күҙ тейеүҙән һаҡлап ҡына ҡалмаған, ә ир һәм ҡатындың никахлы ҡауышыуы һөҙөмтәлелеген дә тәьмин иткән.

📍Өйҙә был әйберҙәр йәш ғаиләнең түшәген яман күҙҙән һаҡлаған”.


Светлана Шитова. “Халыҡ ижады: көньяҡ башҡорттарында кейеҙҙәр, балаҫтар һәм туҡымалар” китабынан.
5👌2
Алыҫта урман,
Урманда томан.
Ерҙе ҡаплаған
Аҡ мамыҡ юрған.
Тышта ел өрә,
Ҡарҙы һеперә,
Мин өйҙә торам
Һалҡынға күрә.
Тышта ата ҡаҙ.
Ул, меҫкен, бойоҡ.
- Әсәй, ниңә уның
Бер аяғы юҡ?

Мостай КӘРИМ.
💔5👏4😁3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тимур Ямаловтың яңы йыры нисек һеҙгә?
🔥9👍6👏1
Яратҡан Өфөбөҙҙә тора был һылыу, тап иткәнегеҙ бармы?
5🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Итәктәре ҡатлы,ташы затлы,
Түшелдерек түштә ялтырай.
Ҡашмауҙары һылыу ҡыҙҙың сыңлай,
Йөҙҙәрендә бәхет яҡтыра!

Видео: башҡорт гүзәле Лиана Лоҡманова Кавказда.
8👍3
📌Илебеҙ тарихында иң мөһим көндәрҙең береһе бөгөн: 7 ноябрь (иҫкесә 25 октябрь) - Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы көнө.

Ошо уңайҙан Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың "Октябрь революцияһы таңында" тигән яҙмаһынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ:

"Ҙур шатлыҡ бөтә ҡулдарҙы эштән бушатты, күҙҙәр урамға ташланды. Күңелдәрҙә был ҙур алмашыныуҙың нисек булғанын айырып белеү арзуһы тыуҙы.

Күп тә үтмәне, контора ишегенән берәү кереп, эшселәрҙең уртаһына баҫып, батшаның төшөрөлөүен, министрҙарҙың арестовать ителеүҙәрен ашығып һөйләгәндән һуң, эшселәрҙең хәҙер урамға сығырға, шатлыҡ намайыштары яһарға кәрәк икәнен әйтте. Уның был һүҙҙәре тағы шатлыҡ тауыштары менән ҡаршы алынды.

Тағы бер аҙҙан һуң урамдан:

— Ура! Ура!— тауыштары ишетелде.

Әллә ҡайҙа йыраҡта ихтилал йырҙары йырлаған тауыштар яңғырай башланы. Шуның артынан уҡ ҡыҙыл флагтар күтәргән эшсе төркөмдәре үтергә керештеләр. Шунда уҡ был заводтың эшселәре лә урамға сығып теҙелделәр һәм, ҡайҙандыр ҡыҙыл флаг алып, алға киттеләр.

Бер сәғәт эсендә ҙур урамдар ҡыҙыл байраҡтар күтәреп алға, ҙур майҙанға барған эшселәр менән тулып китте.

... Был күренеш революцияны теләмәгән кешеләр өсөн ауырҙыр шул.

Ләкин йөҙ миллионлаған эшсе-крәҫтиән өсөн был ҙур алмашыныу әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ бирә. Улар ҙур өмөт менән ҡулдарына ҡыҫып тотҡан ҡыҙыл байраҡтарын елберләтеп, көслө аҙымдар менән алға — Октябрь революцияһына таба баралар.

Февраль революцияһының матур таңында Октябрь көтөп, шуға юл әҙерләйҙәр һәм: «Йәшәһен революция!»— тип ҡысҡыралар ине".

📍Бына ниндәй шатлыҡлы, көтөп алынған ваҡиға булған был ул ваҡыттағы кешеләр өсөн. Бөгөнгө заман күҙлегенән икенсерәк баһаланған осраҡта ла, тарихыбыҙҙың онотолмаҫҡа тейешле биттәре был.
👍5👏2