Башҡорт донъяһы
697 subscribers
2.1K photos
1.21K videos
1 file
192 links
加入频道
Үәт әй, хәтәр!

Оҫта ҡуллы Ләлә Мозафарова Ейәнсура районы, Башҡортостандың һәм тотош Рәсәйҙең картаһын дебеттән бәйләгән!

Бына шундай оҫта ҡуллы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бар бит беҙҙә!😍

Һоҡланыуҙан һоҡ теймәһен ҡулдарына!
👍8🔥43
Хәйерле иртә! 🍁
6👍3🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ошолай йәһәт кенә ауылға ҡайта һалып килдегеҙме, ҡәҙерле дуҫтар? 😉

Видео: Наил Юлгилдин.
👍14🤗32
Нарыҫтау. Миәкә районы.

Фото: Ләйсән Миңлебаева.
👍3
Ағас башында айыу бар🐻

Шүлгәнташ ҡурсаулығын ҡарап йөрөгәндә дәүләт инспекторы Әлхәм Иҫәнаманов ағас башына менеп ҡасҡан йәш айыуҙы фотоға төшөрөп алған.
Ҡапыл кеше яҡынлашыуын һиҙеп, шулай ботаҡҡа менеп ҡунаҡлаған, ахыры, был айыу.

🌺Әйткәндәй, бөгөн Ҡурсаулыҡ эше хеҙмәткәрҙәре көнө лә билдәләнә.

Тәбиғәтебеҙҙе киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән мөһим һөнәр эйәләрен ҡотлайбыҙ!
7😍3👍2
СӘК-СӘК КӨНӨ икән бөгөн!

Бәхетленең байрамы бер көндә, тигәндәй, 14 октябргә бына шулай бер нисә иҫтәлекле көн тура килә, баҡтиһәң.🥰

📌Ошо уңайҙан, һеҙҙең иғтибарға сәк-сәк бешереүҙең бер киң таралған ысулын тәҡдим итәбеҙ.

Был рецепт буйынса ҡамырҙы баҫҡандан һуң, өҫтөнә дымлы туҡыма ябып, 1 сәғәт тоторға кәңәш ителә.

Ә баллау өсөн шәкәргә һыу ҡушып иретергә, бал өҫтәргә һәм 30 минут талғын утта болғата-болғата ҡайнатырға кәрәк.

Уңған хужабикәләр, ә һеҙ сәк-сәкте ниндәй рецепт буйынса бешерәһегеҙ?
5
ҒҮМЕР

Бала тыуа. Һәм асыла офоҡ
Тәҙрә уйымынан.
Офоҡ уны бүлә бар уйынан,
Бүлә уйынынан.

Офоҡтарҙан китә ул офоҡҡа,
Донъя буйлап китә.
Ҡай тарафты һайламаһын, яҙмыш
Бер үк ергә илтә.

... Бына кеше ята. Бар офоғо
Тәҙрә уйымындай.
Һәм ҡоршала офоҡ... Эй, был тормош,
Бала уйынындай.

Рәйес ТҮЛӘК.
7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сауаплы эш😇

Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы биләмәһенән һәм Йомағужа ауылы биләмәһенән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең яҡындарына ярҙам иткәндәр.


Был хаҡта район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов:
"Сауаптарын насип итһен 🤲🏻
Барыбыҙ ҙа имен һау булайыҡ 🤲🏻" -
тип яҙған.
🔥8👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Ныҡлы ғаилә - ил күрке", ти.

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп, тормош арбаһында бергә барған парҙар гәүһәр һәм алтын туйҙарын билдәләү тантанаһына йыйылған.

Был күркәм сара тураһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Яңылыҡтар" тапшырыуында хәбәр иттеләр.

Бына шундай ғаиләләр - ил терәге, милләт биҙәге лә инде!💕
🥰5👏2
Ҡарбабай ҙа яһап өлгөргәндәр!

"Быйыл беренсе ҡарбабайыбыҙ!" - тип кисәге сәхифәһендә хәбәр иткән Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәтәл ауылында йәшәүсе милләттәшебеҙ Рәфинә Сиражетдинова.

Ошондай ҡышты һағыныусылар бармы?
👍53
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ян Лира әсәһе менән бергә йырлаған!

"Ниһайәт 😍 Әсәйем менән бергә йырланыҡ🥰
🧡"Ауылымды бөгөн төштә күрҙем"🥰 Был йырҙың көйөн үҙем яҙҙым, дуҫтар 🫶 Һүҙҙәре яҡташыбыҙ Хәйҙәр ағай Көмөшбаевтыҡы",

- тип яҙған йырсы сәхифәһендә.

Шәпме?
25🔥10👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә!

Былбыл кеүек моң түккән кесерткән турғайы был.🔥

Шулай тормошобоҙға ҡыуанып, һайрашып ҡына йәшәргә булһын! 🥰
7
Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән! 💝

АУЫЛ ҠАТЫНЫ

Сибәр йөҙөн ҡара тут ҡаплаған,
Ҡарашында – йәшәү ялҡыны.
Ут сәсрәтеп донъяһын да көтә,
Эй, уңған ул ауыл ҡатыны.

Һөйәлләнеп ҡатҡан нәфис усы,
Ә ҡулында көрәк, һәнәге.
Сәйерһенеп уға күҙ ташлайҙар,
Ниндәй тупаҫ ҡулы, йәнәһе.
Бала-саға, донъя мәшәҡәте –
Тауыҡ сүпләһә лә эш бөтмәҫ.

Барыһын да үҙ иңенә алып,
Сит тарафтан ярҙам һис көтмәҫ.
Шатлығын да, ҡайғы-хәсрәтен дә
Сабыр, түҙем, күндәм үткәрә,
Хоҙай биргән яҙмыш һынауҙарын
Өнһөҙ-тынһыҙ ғына күтәрә.

Һис өркөтмәй сая, гүзәл затты
Тормош елдәренең һалҡыны.
Үҙ ҡәлғәһен йәмләп йәшәй бирә,
Эй, ауылдың уңған ҡатыны.
Сәлимә БАРЛЫБАЕВА.

Фотола: Мәсетле районы ағинәйҙәре.
👍5
РУДЕНКО: Башҡорттар ТАУ ЭЙӘҺЕ тураһында 👻

Йондоҙҙарҙан һәм тәбиғәт күренештәренән тыш, башҡорттар ерҙәге бөтөн нәмәне лә йәнләндергән.

📌Ибн-Фаҙлан яҙыуынса, һәр нәмәнең эйәһе булған: тау эйәһе, таш ҡыуыш эйәһе, йорт эйәһе һ.б.

🏔Ошо эйәләргә инаныу башҡорттарҙы төрлө тауҙарҙы һәм мәмерйәләрҙе ихтирам итергә өйрәткән.

Көньяҡ Уралдың ҡайһы бер тауҙарында, аныҡлап әйткәндә Мәсем тауы башында тау эйәһенә баҡыр аҡса, ҡатын-ҡыҙҙарҙың түшелдеректәренең ҡурғаш йәки көмөш биҙәүестәре, ағас ботаҡтарына йәки таш араһына ҡыҫтырылып нығытылған таяҡтарға бәйләнгән сепрәк киҫәктәрен күрергә тура килде.

📍Тау эйәһен, уның хужаһын ихтирам итергә кәрәк, юғиһә, уның насарлыҡ ҡылыуы ла бар.

📍Тау һәм мәмерйә эйәләренән тыш, башҡорттар урмандың, һыуҙың, йорттарҙың эйәһе барлығына ла ышана.

📍Урман эйәһен тау һәм Урал аръяғы башҡорттары - шүрәле, ә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ярымтыҡ тип йөрөтә.

#башҡорттар
4👍1👏1