📍Һары балан да буламы икән?!
тип яҙалар "Көнгәк гәзите. Мәләүез" төркөмөндә.
Ысынлап та, ҡарағыҙ, ниндәй мөғжизәле кадрҙар.
"Малсылыҡ менән шөғөлләнгән Рәсүл Арыҫланов Ирәндек тауҙарында, Күсем ташы яғына барғанда һары төҫтәге баланды кадрға эләктергән",
тип яҙалар "Көнгәк гәзите. Мәләүез" төркөмөндә.
Ысынлап та, ҡарағыҙ, ниндәй мөғжизәле кадрҙар.
👍5❤4
Үәт әй, хәтәр!
Оҫта ҡуллы Ләлә Мозафарова Ейәнсура районы, Башҡортостандың һәм тотош Рәсәйҙең картаһын дебеттән бәйләгән!
Бына шундай оҫта ҡуллы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бар бит беҙҙә!😍
Һоҡланыуҙан һоҡ теймәһен ҡулдарына!

👍8🔥4❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ошолай йәһәт кенә ауылға ҡайта һалып килдегеҙме, ҡәҙерле дуҫтар? 😉
Видео: Наил Юлгилдин.
Видео: Наил Юлгилдин.
👍14🤗3❤2
Ағас башында айыу бар🐻
Шүлгәнташ ҡурсаулығын ҡарап йөрөгәндә дәүләт инспекторы Әлхәм Иҫәнаманов ағас башына менеп ҡасҡан йәш айыуҙы фотоға төшөрөп алған.
Ҡапыл кеше яҡынлашыуын һиҙеп, шулай ботаҡҡа менеп ҡунаҡлаған, ахыры, был айыу.
🌺Әйткәндәй, бөгөн Ҡурсаулыҡ эше хеҙмәткәрҙәре көнө лә билдәләнә.
Тәбиғәтебеҙҙе киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән мөһим һөнәр эйәләрен ҡотлайбыҙ!

❤7😍3👍2